Бында һүҙ китап хаҡында ғына булманы, яҙыусы тарихи ваҡиғаларға, туған телебеҙгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, көнкүрешкә бәйле темаларҙа күтәрҙе. Осрашыуҙың үҙенә күрә бер йәнле һөйләшеү, аралашыу рәүешендә үтеүе уны ҡыҙыҡлы ла итте.
Байрамды йәмләп, «Тулҡын» берекмәһе ағзалары ойошторған музыкаль ансамбль милли музыка ҡоралдарында башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмәһен килгән ҡунаҡтарға уйнаны. Китаптың исем туйы бик йылы һәм матур үтте: авторға ҡарата яңғыраған изге теләктәр менән бер рәттән матур шиғырҙар, моңло йырҙар яңғыраны.
- Китаптың төп темаһы - Күгәрсен районының Юлдыбай ауылы тарихы. Ошо хеҙмәтте яҙғанда Юлдыбай ауылы кешеләренең сәңкем-ҡыпсаҡ ырыуына ҡарағанлығы асыҡланды. Шулай уҡ Күгәрсен районы Йомағужаһының да, Йылайыр районы Йомағужаһының да ойоштороусылары (нигеҙ һалыусылары) Юлдыбай сәңкем-ҡыпсаҡтары булыуы иҫбатланды. Был тарихтың дауамы тағы нимәһе менән ҡыҙыҡ булды - ырыуыбыҙ ғына түгел, араларыбыҙ ҙа бер үк: ошо ауылдарҙың барыһында ла «күксә», «аҡ күҙ», «шамбы» һ.б.аралар вәкилдәре йәшәй, - тип уртаҡлашты Ислам ағай китабы тураһында һөйләгәндә.
Сара һуңында яҙыусыға теләктәр күп булды: артабан да ижад ҡомары һүнмәүен, яңынан-яңы әҫәрҙәр көтөүҙәрен белдерҙеләр. Ислам ағай Мәүлекәсовҡа ғаилә именлеге,бәхетле ғүмер, сәләмәтлек, ижади уңыштар, беҙҙе - уҡыусыларын үҙенең матур, тарихҡа бай, эстәлекле, йөкмәткеле баҫмалары менән артабан да шатландырып тороуын теләйбеҙ. Йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барған ижади осрашыуҙан һәр кем күңеленә ял, хис-моңға күмелеп, дәрт алып таралышты.
Гөлназ Ҡорманова, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы мөдире.
Автор фотолары.