ШИҒЫР ЯҘАМ
Шиғыр яҙам иртәләрҙә,
Хистәр ташып урғыла,
Күңелдәге һағыштарҙы
Һалып ҡағыҙ юлына.
Аҡ ҡағыҙға шиғыр теҙәм,
Һөйөү яҙынан янып.
Шул дәфтәргә ҡайһы ваҡыт
Һеңә йәштәрем тамып.
Шиғыр яҙа шағирәләр,
Шағир ул - сабый бала.
Йөрәк һыҙлауҙарына ла
Дауаһын шунан ала.
Хәмдиә Мортазина.
АУЫЛЫМА ҠАЙТАМ
Ауылыма ҡайтам, яҙҙар еткәс,
Ҡар һыуҙары эреп аҡҡанда.
Шау сәскәле муйыл ағастары
Хуш еҫтәрен бөркөп атҡанда.
Ауылыма ҡайтам, йәйҙәр еткәс,
«Йәшлек» тигән йәшел аҡланға.
Һәләүеккә төшөп һыуын эсәм,
Йөрәккенәм әрнеп янғанға.
Ауылыма ҡайтам, көҙҙәр еткәс,
Алтын келәм йәйгәс юлыма.
Һағыштарым тейәп күңелемә,
Ҡайтырмын мин тыуған яғыма.
Үпкәләмә миңә, тыуған яғым,
Тыуып-үҫкән ғәзиз төйәгем.
Алған саҡта һуңғы һулышымды
Ҡабул итерһең бит...һөйәгем.
Рима Баймырҙина.
КӨҘ ИЛЕ
Көҙгө һуҡмаҡ саф алтындан
Һап-һары келәм йәйгән.
Баландары - һылыу ҡыҙҙай,
Таҡҡандар ҡыҙыл сәйлән.
Һандуғастары тынһа ла,
Көҙ иле шундай балҡыу!
Һарҡығас көҙгә йәй моңо,
Алмалар нурлы, алһыу.
Устарымда - мәрйенме ни,
Ята балан тәлгәше.
Һарылып ҡына елдәр иҫә,
Йыуатып көҙ-кәләшен.
Алтын донья - бәхет иле,
Нурында - барлыҡ ғаләм.
Ереңә орлоҡ сәсәһең,
Берәүгә булыр тәғәм.
Нәзирә Ишҡолова.
ҠАНАҠАЙЫМ
Һиңә арнап йырҙар яҙам,
Һөйгән ерем, моң тирмәм.
Һиңә арнап шиғыр яҙам,
Һине бер саҡ ят итмәм.
Һеҙгә һөйөү, йөрәк йылым,
Күңелемдең сыңдары.
Миңә булған һеҙҙең һөйөү
Йөрәгемдең моңдары.
Һинһеҙ тормош булмаҫ кеүек,
Минең һөйгән Ватаным.
Һинһеҙ йөрәк туҡтар һымаҡ,
Сит яҡтарға уҡталып.
Йәнтөйәгем, Ҡанаҡайым,
Мәңге тынмаҫ моңом һин.
Һөйгән ерем, күҙем нуры,
Мәңге тынмаҫ йырым һин.
Ишҡәле Дәминов.
ҠОШТАР КИТКӘНДӘ
Аяҙ күктә ҡояш балҡыһа ла,
Биләп алды көҙгө һағыштар.
Баш өҫтөмдән ҡоштар осҡан саҡта
Ишетелде моңһоу тауыштар.
Бер йылы моң ҡалды ҡоштарымдан,
Осҡан саҡта ҡанат ҡағынып.
Ҡайтығыҙсы яҙын тыуған яҡҡа,
Мин көтөрмөн һеҙҙе һағынып.
Һиҙҙегеҙме икән, ҡошҡайҙарым,
Минең күңелемдең тулғанын?
Ауыл осондағы ҡайындарым
Һары яулыҡтарын болғаны.
Ҡоштар осоп киткәс йылы яҡҡа,
Моңһоуланды ауыл кистәре.
Тып-тын булып ҡалды ялан-ҡырҙар,
Бөткәс урып-йыйыу эштәре.
Осар ҡоштар киткәс йылы яҡҡа,
Тиҙҙән яуыр ҡырпаҡ ҡарҙарым.
Ҡыштарҙан һуң килер яҙҙарым.
Ҡайтыр осоп көткән ҡаҙҙарым.
Бер аҙ ғына моңһоу булһалар ҙа,
Матур икән алтын көҙҙәр ҙә.
Ә шулай ҙа яңынан ҡайтыр инем
Салт ҡояшлы йылы йәйҙәргә.
Нурия Бикбаева.