газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Октябрь 2025, 14:30

«Сатҡылар»ҙа - байрам

«Сатҡылар» әҙәби берекмәһенең ике ағзаһы - Рима Баймырҙина менән Хәмдиә Мортазинаның яңы китаптары донъя күрҙе. Хәҙер улар - икешәр китап авторы. Матур, йөкмәткеле, мәғәнәле шиғырҙарға бай тупланмалар уҡыусының күңел ҡылдарын сиртә.

«Сатҡылар»ҙа - байрам
«Сатҡылар»ҙа - байрам

Рима Баймырҙинаның китабы «Балҡы, әйҙә, балҡы!» тип атала. Ул Ишембай районының хозур тәбиғәтле Биксән ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлап, Салауат ҡалаһында 49-сы һөнәрселек училищеһында штукатур-маляр һөнәрен үҙләштергәндән һуң Себер тарафтарына эшкә юллана, Яр Саллы ҡалаһында ла эшләй. Хаҡлы яҡлы сыҡҡас, Салауат ҡалаһына күсеп  ҡайта һәм илһамланып ижад итә башлай. Шиғырҙарында төрлө темалар урын алған. Ижад емештәре Һәләүек һыуы кеүек тулы, Шиҙе һыуы кеүек таҙа. Уларҙың күбеһенә йырҙар яҙылған. Әлеге көндә Рима Баймырҙина өсөнсө китабына материалдар туплай. Беҙ, ҡәләмдәштәре, уға уңышлы ижади киләсәк теләйбеҙ, береһенән-береһе
матур, эстәлекле шиғырҙар көтөп ҡалабыҙ.
Иң йәш төркөмдәшебеҙ Хәмдиә Мортазина Ғафури районының Бәйембәт ауылында тыуған. Бурлы урта мәктәбен тамамлап, Стәрлетамаҡ  ҡалаһында аппаратсы һөнәрен үҙләштереп, ошо ҡалала химия заводында эшләй башлай. Үҙ һөнәренә
тоғро ҡалып, уға 35 йыл ғүмерен бағышлай. Бала саҡтан йыр-моңға, шиғриәткә ғашиҡ Хәмдиәне шиғырҙар, хикәйәләр яҙыуға тормош кисерештәре этәрә. Беҙҙең төркөмгә ул 2021 йылда ҡушылды. Ул - иң әүҙем ағзаларҙың береһе, Стәрлетамаҡта йәшәүенә ҡарамаҫтан, һәр сараға килеп етә. «Сатҡылар» ижади берекмәһе янында эшләп килгән фольклор-эстрада ансамбленә лә йөрөй, нәфис һүҙ оҫтаһы ла. 
Ҡәләмдәштәребеҙҙең икеһе лә талантлы. Уларҙың ижад шишмәләре һайыҡмаһын, мөлдөрәмә тулы булһын. 
Ишҡәле Дәминов.
«Сатҡылар» ижади берекмәһе ағзаһы.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас