газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Октябрь 2025, 11:50

Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо

Бөгөн,10 октябрҙә, Башҡортостанда тәүге тапҡыр рәсми рәүештә Ҡурай көнө - республиканың төп музыкаль символына арналған байрам билдәләнә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан башҡорт милли музыка ҡоралын һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында былтыр булдырылды. Байрам уңайынан ҡаланың 25-се башҡорт гимназияһында матур сара уҙҙы.

Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо

- Ҡурай - башҡорт халҡының данын күтәргән милли ҡорал ул. Борон-борондан башҡорттар үҙенең һағышын, ҡайғыһын, ҡыуанысын, данлы еңеүен ҡурай моңо менәнҡаршы алған. Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев кеүек күренекле ҡурайсылар ҡурайыбыҙҙы Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә донъяға танытҡан. Беҙ уларҙың исемдәрен оноторға  тейеш түгел. Гимназиябыҙҙа Лилиә Сәмерханова етәкселегендә ҡурай түңәрәге эшләп килә. Уҡыусылар ҡурайҙа уйнарға теләп өйрәнәләр, улар төрлө сараларҙа уңышлы сығыш яһай. Беҙ ҡурайҙың данын арттырырға, уны киләсәк быуындарға, йәштәргә  еткерергә тейеш, хисле ҡурай моңдары бер ҙә тынмаһын ине, - тине гимназия директоры Ильвира Фәхретдинова.
Салауат башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров беҙҙең ҡалала ла данлыҡлы ҡурайсылар булыуын билдәләне.
- Ҡурай көнө республикала беренсе тапҡыр рәсми рәүештә билдәләнһә лә, беҙҙең ҡалала, республикабыҙҙа бер генә сара ла ҡурай моңонан башҡа үтмәй. Бөгөн данлыҡлы ҡурайсылар тураһында мәғлүмәт яңғыраны, шулай ҙа беҙҙең ҡалабыҙҙа ла лайыҡлы ҡурайсылар бар. Шуларҙың береһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Хәлимов. Ул - данлыҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың уҡыусыһы. Иҙел Хәмит улы тәүгеләрҙән булып Салауат музыка колледжында ҡурай бүлеген асып ебәрҙе, ҡала йәштәрен туплап ошо музыка ҡоралында уйнау серҙәренә өйрәтә башланы. Әле лә ҡурайҙы пропагандалауҙа бик әүҙем ҡатнаша, - тине ул. Ҡасандыр үҙебеҙҙең ҡалала ҡурайға арналған «Торналар моңо» тигән фестиваль уҙа торғайны. Һуңғы йылдарҙа ул үткәрелмәй, баҫылып ҡалды. Хәҙер беҙ быны ҡайтанан тергеҙергә иҫәп тотабыҙ. Салауатта ҡурайҙы популярлаштырыуға ҙур көс һалған йәштәр бар. Улар - ҡурай класы буйынса уҡытыусылар, «Юлдаш» ансамбле етәкселәре Булат Булгаков менән Лилиә Сәмерханова. Талантлы педагогтарҙың тәрбиәләнеүселәре төрлө республика сараларында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Шуға ла ҡалабыҙҙа яңы таланттар тыуыр, тигән өмөт, ышаныс бар.

Ҡурай байрамында Булат Булгаковтың һәм Лилиә Сәмерханованың тәрбиәләнеүселәре ҡурайҙа уйнап, үҙ таланттарын күрһәтте: Данияр Рәсүлов «Төйәләҫ», «Бөрйән ҡыҙҙары»н, Фәрит Мөхәмәтйәнов «Любизар»ҙы, «Юлдаш» ансамбле «Байыҡ»ты, ҡурайсылар түңәрәге көйҙәрҙән теҙмә башҡарҙы. Богдан Сәфәрғәлиевтың «Беҙҙең ил» йыры, тыуған яҡ тураһындағы шиғырҙы, Байрас Ишемғоловтың  «Йомабай ҡурайы»н ғорурлыҡ менән һөйләүе, Зәлиә Үтәева етәкселегендәге «Йондоҙсоҡтар» бейеү ансамбленең «Ағиҙел аҡҡоштары» бейеүе йыйылыусыларҙа һоҡланыу уятты, телебеҙ, данлы  тарихыбыҙ мәҙәниәтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тыуҙырҙы.
- Минең олатайым ҡурайҙа уйнаған. Ағайҙарым ла бәләкәй саҡта урмандан ҡурай ҡырҡып алып ҡайтып, ғыж да ғыж ҡурай тартырға өйрәнәләр ине. Шуға ҡурай моңо һәр башҡорттоң ҡанында, булмышында икәнен бәләкәйҙән күреп, тойоп үҫтем. Байрам сценарийын әҙерләгәндә, халҡыбыҙҙың ҡурайға бәйле боронғо ырым-йолаларын йәш быуынға еткерергә тырыштыҡ. Оҫта көйсөгә ярҙам, бәрәкәт бирергә теләп, уның ҡурайына тәңкәләр тағып, изге теләктәр еткереү, шулай уҡ ҡурайсының урманда ҡурай үҫемлеген ҡырҡып алғанда һамаҡлауы кеүек матур йолаларҙы башҡарҙыҡ. Ҡурайға дан йырлаған ошондай матур байрамға хөкүмәтебеҙ тарафынан нигеҙ һалыныуға бик шатмын, - тип үҙ фекерен белдерҙе сценарий авторы, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәүиә Бикмөхәмәтова.

Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Күңелдәрҙе арбар ҡурай моңо
Автор: Дина Галеева
Читайте нас