газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Октябрь 2025, 14:38

Театр ишектәре йәнә асыҡ

Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы үҙенең 93-сө ижад миҙгелен асты. Артистарыбыҙ көс туплап, үҙенең тамашасыларын яңынан-яңы премьералары менән шатландырырға әҙер.

Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ

Спектаклдәргә һыуһаған тамашасыларҙы театр алсаҡ ҡаршы алды, сағыу фотозонала теләктәре булғандарҙың барыһы ла иҫтәлеккә фотоға төштө. Миҙгел премьераһы майҙа күрһәтелгән «Зәйтүнә» спектакле менән асылды.
Артист булырға хыялланған Миәкә ҡыҙы Зәйтүнә Әлбаева Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина курсына бара. Уны ла тамамларға насип булмай ҡыҙға: 1942 йылдың майында үҙ теләге менән фронтҡа юллана. Ҡыҙ поста булғанда немец разведкаһы һалдаттары һөжүм итә. Уға бер яңғыҙына дошмандарға ҡаршы торорға тура килә һәм 20 йәшлек Зәйтүнә ҡалмыҡ ерендәге Садовое ауылы янында вафат була. «Бәхил булығыҙ, ҡыҙҙар, Ватан өсөн үләм» - был уның һуңғы һүҙҙәре була. Булған хәлгә таянып эшләнгән спектаклде тамашасы тыныс ҡына ҡарай алманы - ирекһеҙҙән күҙ йәштәре аҡты.
- Барығыҙҙы ла 93-сө театр миҙгеле асылыу менән ҡотлайым. Театр сәнғәте быуындарҙы берләштерә, йөрәктәрҙе йылыта, күңелдәрҙе сафландыра, йәшәүгә көс-дәрт, илһам бирә. Театрҙың талантлы актерҙарына тырыш хеҙмәттәре, матур кисәләр, сағыу байрамдар өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ижади уңыштар һәм алдағы миҙгелдә лә уңыштар теләйбеҙ, тамашасы залы һәр ваҡыт тулы булһын, - тине сәләмләү һүҙендә ҡала хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Ирина Борисова.
- Зал тултырып килгән, көслө алҡыштарын йәлләмәгән тамашасыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Алдағы көндәрҙә лә беҙҙең менән ҡалығыҙ. Ә беҙ һеҙҙе яңынан-яңы премьераларыбыҙ менән шатландырырға вәғәҙәләйбеҙ, - тине театр директоры Айбулат Ҡотошов.
Быйыл театр труппаһы ике йәш актер менән тулыланды. Улар: Илназ Динисламов һәм Руслан Ходаков. Театр етәксеһе уларҙы яңы эш башлауҙары менән тәбрикләп, киләсәктә театрға тырышып хеҙмәт итеүҙәрен, юғары исемдәргә ирешеүҙәрен теләне.
Ул шулай уҡ ҡыуаныслы хәбәр ҙә еткерҙе - театрҙа 2026 - 2027 йылдарҙа театрҙа капиталь ремонт башҡарыласағын әйтте.
- Яҡын киләсәктә яңы миҙгелдәрҙе яңыртылған,төҙөкләндерелгән матур, уңайлы бинала ҡаршы алырбыҙ, тип ышанабыҙ, - тип өҫтәне Айбулат Миңлеғәле улы.
Театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина ижади төркөмдөң киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
- Яңы йылға тиклем ике премьера планлаштырылған: «Йәнекәйем, мин өйләнәм»комедияһы һәм балалар өсөн «Ҡар батшабикәһе» спектакле. Тағы ла күп кенә ҡыҙыҡлы тамашалар көтөлә, әммә бөтә серҙе лә асып бөтмәйем.Шулай уҡ юбилей бенефистары көтөлә. - тине ул.
Ул көндө театр коллективының күп кенә хеҙмәткәрҙәре наградаларға: Мәҙәниәт министролығының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының, ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең почет грамоталарына, рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Сәхнәгә ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров күтәрелде.
- Күп йылдар театр башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә төп таяныстарҙың береһе булып тора. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән ҡалала күп кенә мәҙәни саралар уҙа. Бының өсөн һеҙгә бик рәхмәтлебеҙ, - тине Азат Шәрип улы үҙ сығышында һәм театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллинаны һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ғәйнуллинаны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы - « Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләне.

Был миҙал күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.
Спектакль тамамланғандан һуң тамашасылар тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Лилиә Баязитова:
- Спектаклде ҡарап, иҫ киткес тойғолар кисерҙем. Күҙҙән йәштәр үҙенән-үҙе аҡты. . Был спектаклдәге хәл-ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы һәм әлеге махсус хәрби операция менән ауаздаш. Ысынлап та, фронтҡа Тыуған иленә сикһеҙ һөйөүе булғандр юллана. Артистар бик матур уйнаны. Күп театрҙарҙа булғаным бар, әммә беҙҙекеләр - иң яҡшыһы. Театрға, һис шикһеҙ, йөрөргә кәрәк, сөнки театр - илһам шишмәһе, рух сығанағы
Әлиә Зәйнәғәтдинова:
- «Зәйтүнә» спектакле күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Уны күҙ йәштәрһеҙ ҡарап булмай. Ауыр һуғыш ваҡыттары ла кешеләргә яратырға, яратылырға ҡамасауламаған, улар һәр мәлгә ҡыуанып йәшәй белгән. Ә уйлап ҡараһаң, ғүмер, спектаклдә күрһәтелгәнсә, бармаҡ араһынан аҡҡан ҡом шикелле, тиҙ генә үтә. Актерҙарҙың күңелен биреп уйнауы һоҡландырҙы.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Автор һәм Александр КАЗАКОВ фотолары, театрҙан тәҡдим ителгән фотолар.

Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Театр ишектәре йәнә асыҡ
Автор: Дина Галеева
Читайте нас