газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
21 Март , 15:15

«Еңеүгә ынтылыш» - ысын тарих сағылышы

«Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә «Еңеүгә ынтылыш» хәйриә спектакленең премьераһы үтте. Махсус хәрби операция ваҡиғаларына арналған драманы сәхнәгә Рауил Хәкимов етәкләгән «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры актерҙары сығарҙы.

«Еңеүгә ынтылыш» - ысын тарих сағылышы
«Еңеүгә ынтылыш» - ысын тарих сағылышы

Спектаклгә нигеҙ итеп Светлана Тишкинаның «БАХмут өсмөйөшө» әҫәре алына. 2023 йылдың 20 майында Рәсәй ғәскәрҙәре Донецк халыҡ республикаһындағы Артемовск (Бахмут) ҡалаһын тулыһынса үҙ контроле аҫтына ала. Ҡала һәм дошман штурмовиктары «тере ҡалҡан» итеп ҡулланған тыныс халыҡ өсөн алыштар бер йылдан ашыу дауам итә. Тап ошо хаҡта бәйән итә үҙе лә ошо ваҡиғаларҙың ирекһеҙҙән шаһиты булған автор.

Светлана Тишкина - Луганск Халыҡ Республикаһы шағирәһе, прозаигы, публицисы, драматургы. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рус теленә һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәренә ярҙам итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ағзаһы һәм Рәсәй драматургтары гильдияһы ағзаһы. Ул Донбаста, атап әйткәндә, Артемовск (Бахмут) территорияһында барған ваҡиғаларҙан ситтә ҡала алмай. 2023 йылдың майында пьеса өҫтөндә эшен тамамлай.


«Артемовскиҙы тулыһынса азат итеү көнөнә 12-се пьеса яҙылған. Шуларҙың алтауһы Донбастағы алыштар тураһында. Яңы пьеса «БАХмут өсмөйөшө» тип атала. Әлегә баҫтырып сығара алмайым. Тағы ла шымартам, уны ҡуйырға ҡурҡмаҫлыҡ театр эҙләйем», - тип яҙа ул саҡта «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә Светлана Тишкина.


Светлана Тишкинаның «БАХмут өсмөйөшө» баҫылғандан һуң Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының «Герой» фронт әҙәбиәте конкурсында еңеүсе була. Һуңынан автор оҙаҡ ваҡыт еңел булмаған материалды сәхнәгә ҡуйыу өсөн театр эҙләй. Спектаклгә талантлы режиссер, Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театрының художество етәксеһе Рауил Хәкимов тотона.


- Драмала Ватаныбыҙ тарихының мөһим биттәре бәйән ителә. Артемовскиҙа, элек ул Бахмут тип аталған, ауыр алыштар оҙаҡ бара. Шуға күрә пьеса «БАХмут өсмөйөшө» тип атала. Спектакль өсөн генә икенсе исем һайланған - «Еңеүгә ынтылыш», - тип һөйләй Рауил Хәкимов. - Был пьесала Артемовскиҙы азат иткән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығы хаҡында һөйләнелә. Уларҙың командаһын «Музыканттар» тип атайҙар. Был художестволы уйҙырма менән ысын тарих, әммә бынан уның актуаллеге һәм әһәмиәте юғалмай. Бындай спектаклдәрҙе күрһәтергә кәрәк. Бөгөнгө көндә улар бик мөһим һәм көнүҙәк.


Режиссерҙың пьеса өҫтөндә эше, ролдәрҙе бүлеү, даими репетициялар, заманса технологиялар ҡулланып декорациялар эшләү һәм бына спектакль әҙер. 17 мартта «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге сәхнәһендә уҙған премьера спектакле тамашасыларҙың күңеленә үтеп инеп, бай тәьҫораттар бүләк итте. Спектакль Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған. Геройҙар кисергән тойғоларҙың тәрәнлеген йәштәр театрының ун актеры еткерә. Улар үҙ ролдәрен йөрәк аша үткәрә, хис-тойғоларҙы тамашасыларға ла үҙҙәре аша үткәрергә һәм мөхәббәт, тыныслыҡ, еңеү кеүек мөһим нәмәләр тураһында уйланырға мәжбүр итә.


Рауил Хәкимов Һәм Иван Южаков 2022 йылдың көҙөндә Салауат ҡалаһынан өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Ватанды яҡлауға саҡырылған «Пластун» һәм «Скрипач» позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларына әүерелде.

Илья Корницкий - уларҙың батальон командиры «Фагота». Мобилизацияланғандарҙың һөйгән ҡыҙҙарын Милена Герасимова һәм Софья Саможенова уйнаны.

Геройҙарҙың береһенең әсәһен Ғәлиә Саттарова башҡарҙы.

Валерия Степанова Ольга исемле ҡыйыу ҡатын ролендә булды, ул ут аҫтында үҙенекеләргә барып етеп, ярҙам һорай алды.

Руфина Мортазина сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминев менән сыҡты. Улар яугирҙар ҡотҡарған тыныс халыҡты уйнаны.

Спектаклдә дошмандар ҙа күрһәтелде. Уларҙы Андрей Герман һәм Олег Дмитриенко башҡарҙы.


Премьера спектакленә пьеса авторы Светлана Тишкинаның килеүе шатлыҡлы ваҡиға булды.
- Әле һәр актерҙы ҡосаҡлап алырға теләйем. Ошондай уйын һәм спектаклде ҡарауҙан алынған күңел осошо өсөн рәхмәт. Мин бөтә мәғәнәләрҙе һалып, «БАХмут өсмөйөшө» пьесаһын яҙҙым. Салауатта тамашаны тәрәнерәк иткән бик талантлы режиссер һәм актер Рауил Хәкимов йәшәй. Ул, ысынлап та, пьесаға етмәгән нәмәләрҙе өҫтәгән. Минеңсә, шәп килеп сыҡҡан! - тип спектаклде ҡарағандан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. - Мине саҡырғанығыҙ өсөн рәхмәт. Бында юлланғанда мотлаҡ ошонда булырға һәм МХО тураһында пьесалар ҡуйыусыларға ярҙам итергә тейешмен, тигән уйҙар менән килдем. Сер итеп әйтәм: һәр театр былай эшләй алмай. Махсус хәрби операция тураһында спектакль ҡуйыусылар бик аҙ. Был - илдең фажиғәһе һәм уны урап үтергә ярамай.


«Беҙҙең театр»ға бүләккә ул хәрби драматургияның ике томын тапшырҙы. Уның беренсе томында бары МХО тураһында ғына пьесалар, икенсеһендә - Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тарихтар. Светлана Тишкина Рауил Хәкимовҡа Луганскиҙың брендлы шарфын да бүләк итте.


Пьеса авторын һәм театр актерҙарын премьера менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова ҡотланы, Светлана Тишкинаға рәхмәт хаты тапшырҙы.
- Ҡәҙерле Светлана, һеҙ үҙегеҙҙе тыуған ерегеҙгә килгән кеүек тойғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Башҡортостан һәм башҡорт батыры Салауат Юлаевтың ғорур исемен йөрөткән Салауат ҡалаһы һеҙҙең өсөн яратҡан, яҡын ҡалағыҙға әүерелер, тип ышанам, - тине Олеся Арестова. - Беләһегеҙме, беҙҙең арала ятҡан өс мең саҡрым - ул бик аҙ. Беҙҙе рух берләштерә. Светлана, һеҙгә пьеса яҙғанығыҙ, ә «Беҙҙең театр»ға был спектаклде күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт.


- Спектакль өсөн авторға, режиссерға һәм артистарға - бөтә ижади коллективҡа ҙур рәхмәт! Махсус хәрби операция темаһы бик актуаль, ҡатмарлы, әммә кәрәкле. Бөтәһенә лә һаулыҡ һәм аяҙ күк йөҙө теләйем, - тип өҫтәне Һөнәри сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге етәксеһе Айгөл Зөлҡәрнәйева.


Рәхмәт хатынан тыш, Светлана Тишкинаға, дини кеше булараҡ, театр актерҙары икона бүләк итте. Хөрмәт күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдереп, ул, үҙ сиратында, Салауаттан театр труппаһын Луганскиҙа спектакль менән сығыш яһарға саҡырҙы. Был идея көслө алҡыштар менән ҡабул ителде.


Ни өсөн был хәйриә спектакле? Сөнки ике көн күрһәтелгән спектаклдән йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған һәйкәл төҙөүгә йүнәлтелә.

Фото: Алена Бизикина, «Беҙҙең театр» йәштәр театрынан.

 

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: