Валентина Михайлованың сәйлән үреү менән мауығып китеүе уйламағанда килеп сыға.
- Был эш менән ғүмерҙә шөғөлләнгәнем булманы, - тип һөйләй ул. - Тормоштағы күңелһеҙ хәлдәрҙән һуң, төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн, туғандарым яңы мауығыу табырға тәҡдим итте. Сәйлән менән эшләп ҡараным һәм миңә оҡшаны, ә һөҙөмтәне күргәс ғашиҡ булдым.Был йәһәттән ижадҡа булышлыҡ итеүсе Санкт-Петербург та ҙур роль уйнаны, унда мин бер ни тиклем ваҡыт йәшәп алдым.
Беҙҙең героиня Салауатҡа ҡайтҡас та, ошо ижади мөхиткә һыуһауын аңлай һәм фекерҙәштәр табырға ҡарар итә. Шулай итеп студия асыу идеяһы тыуа...
Ҡул оҫтаһы тураһында тулыраҡ "Салауат" гәзите биттәрендә...