Сабыйға бер йәш тулған һымаҡ, ҡәләмдәштәребеҙ өсөн дә был ҡыуаныслы ваҡиға. Ләкин баланан айырмалы ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә тулҡындар дүрт китап баҫтырып сығарҙы, китаптарҙың исем туйын уҙғарҙы. Ә алда тағын өс авторыбыҙ үҙҙәренең ижад емештәрен яңы китап итеп нәшер итергә әҙерләй. Шулай уҡ тулҡындарҙың һайланма шиғырҙарынан йыйынтыҡ - алманах баҫтырып сығарыу өсөн дә эш алып барабыҙ. Байтаҡ әҙәби һәм мәҙәни сараларҙа даими ҡатнашып, башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә рухланып ижад итеүсе ҡәләмдәштәремде - тулҡындарҙы матур байрам менән ихлас ҡотлайым! Һеҙҙең барығыҙға ла яңы ижади уңыштар теләйем!
«Тулҡын» әҙәби ижад берлеге етәксеһе Иҙел Хәлимов.
Дуҫтарыма
Дуҫлыҡ бит ул, был тормошта иң кәрәге,
Дуҫтар менән йәшәү рәхәт, донъяң йәмле.
Дуҫтары күп булған ғына, була хәлле,
Бергәләшеп эскән сәйҙәр бигерәк тәмле.
Бирәм йөрәгем йылыһын дуҫ-иштәргә,
Ышанысы бөтһә әгәр, кешеләргә.
Аяғында ныҡлы баҫып киткәнгәсә,
Ярҙам итәм ваҡытымды йәлләмәйсә.
Дуҫлыҡ тигән төшөнсәне күптәр белмәй,
Донъя малы, байлыҡ менән уны тиңләй.
Ысын дуҫтар бар сағында донъя гөлдәй,
Ығы- зығы онотола, тормош гөрләй.
Дуҫҡайҙарым, артылабыҙ һаман үргә,
Шатлыҡтарҙы бүлешәйек бергә-бергә,
Сирләмәҫкә, шат йәшәргә өлгөрөргә,
Килмәнек бит ер йөҙөнә беҙ ғүмергә.
Нәүфилә Юлбарыҫова.
Этюд
Ҡосағына алып бөтә ерҙе
Әсир итте ҡарҙың аҡлығы.
Күптән көтә ине ҡуйы урман
Башҡорт ҡарҙарының аҡлығын.
Емелдәшкән тәүге ҡарҙы ҡосоп,
Һәлмәк бейеп урман сайҡалды.
«Уралымды» көйләп ел һыҙғырҙы,
Татлы осрашыуҙар айҡанлы.
Ҡар бөртөктәре, һағыштарын тойоп
Урмандағы ағас, ҡыуаҡтың,
Елпенешеп осоп һәр беренә
Ынйы һибеп, наҙлап йыуатты.
Хозурлыҡта балҡып ҡышҡы урман
Ҡабул итте йыһан сәләмен.
Һөйөнсөләп елдәр хәбәр һалды,
Елферҙәтеп ҡыштың әләмен.
Урман моңо - йәнгә сихри аҙыҡ,
Ҡунағы мин ап-аҡ урмандың:
Тәбиғәттең ус төбөндә тороп,
Бар күңелем менән һыйландым.
Йәш ҡатындар, йәш ҡыҙҙар
(шаяртып ҡына)
Кешеләрҙең йәше артҡас,
Арта икән аҡыл да.
Әҙ-мәҙ әйтеп үтәм әле,
Аҡыллылар хаҡында.
Улар мәргән уҡсы кеүек,
Белә - кемгә тап булыр.
Бер ҡараш менән йығыр, тик
Ямандарҙан һаҡ булыр.
Теләһә - ҡол яһар ирҙән,
Батша яһар, теләһә;
Ирҙең холҡо хаттин ашһа
Яһар унан күләгә.
Йәш ҡатындар була зирәк,
Белә ҡайҙа баҫаһын,
Ҡырҡ ҡат үлсәй, ҡабатламай,
Йәп-йәш ҡыҙҙың хатаһын.
Йәше арта - аҡыл туплай,
Уй яңырта ни бары.
Йәш ҡатындар булған ерҙә
Йәш ҡыҙҙар торор ары.
Фәниә Сатучина.
Тормош иптәшемә
Төндәр буйы күҙҙәр теҙеп
Шәлемде бәйләп бөттөм.
Тик аңымды еткер(ә)алмәй
Бер һине генә көттөм.
Мамыҡ шәлем ҡалын ғына,
Бик йылы булыр әле.
Күҙ алдымда тик һин генә,
Һағыштың тынмаҫ мәле.
Ҡараштарың күҙ алдымда,
Йылмайып тороуҙарың.
Баян телдәренә баҫып
Моңло көй уйнауҙарың.
Кәрәк булһа тыпырлатып
Бейеп тә ала инең.
Мин урамға сыҡҡан һайын
Оҙатып ҡала инең.
Ятҡан ерең йомшаҡмы һуң?
Киттең бит бөтөнләйгә.
Ҡайтмаҫ илдә йорт һалдың шул,
Уйламай, көтмәгәндә.
Шулай алдай икән тормош,
Беҙ уйлағанса түгел.
Тик һәр ваҡыт иҫемдәһең,
Һис оноторлоҡ түгел.
Минзәлә Залилова.
Атайсалым - Уралым
Тулҡын-тулҡын тау һырттары
Бейек Уралдың.
Уйҙарымда үткәндәрен
Ҡайтып ураным.
Быуаттарға һыймаҫ, Урал,
Һинең үткәнең,
Еңеү менән бөгөнгәсә
Килеп еткәнең.
Замандарҙы алмаштырып,
Ваҡыт ағыла.
Өнһөҙ ятҡан һәр ташыңда
Тарих сағыла.
Тыуған ерем - Атайсалым,
Бөйөк Уралым,
Тыныс тормошта йырым - һин,
Яуҙа - ҡоралым!
Башымды терәп ҡаяға,
Ҡулымды һалдым.
Тойоп уның тын алышын,
Мин тынып ҡалдым.
Иҙел Хәлимов.
Уйҙар
Күңелемде ниҙер биләне лә...
Бөгөн төндә керпек ҡаҡманым.
Арғымаҡтай елгән уйҙарымды
Йүгәнләрлек көстәр тапманым,
Бөгөн төндә керпек ҡаҡманым.
Ел уйнаны, тәҙрә ҡапҡастарын
Шығырҙатып, һаҡһыҙ ҡуҙғатып.
Төпһөҙ уйҙар алып осто йыраҡ,
Йәшлек һуҡмаҡтары буйлатып,
Күңел яраларын яңыртып.
Тик ай ғына, күктә минән көлөп,
Гүйә әйтте: «Тормош ҡуласа,
Һинең яҙмыш - гүйә минең булмыш,
Бер болото ҡаплай, бер ҡаса,
Тормош шулай, туған, ҡуласа.
Күрәһеңме, болот ҡаплаһа ла,
Ергә һибәм яҡты - көмөш нур.
Асып ебәр күңел тәҙрәләрең,
Үткәндәргә көймә - бул ғорур!
Һәр бер нәмә ерҙә ваҡытлыса,
Тормошоңда булыр, яҡты нур».
Гөлнара Сәйфетдинова.
Ғүмер атым - арғымағым
Туҙан ярып оло юлдан
Саба атым йән - фарман.
Елдәй елә күҙ ҙә һалмай,
Ғәйрәтендә көс - дарман.
Ярһыма(ә)ле арғымағым,
Йәш түгелбеҙ, беләһең.
Ошо юлдан бер мин түгел
Күптәр үткән, күрәһең.
Ауырлығын да күргәнбеҙ,
Шатлығын да һүткәнбеҙ.
Маяҡ итеп ҡалыр юлды
Тик үҙебеҙ сүккәнбеҙ.
Сап һин атым, арғымағым
Бер нимәгә ҡарама.
Арыма һин оло юлда,
Бәләләргә тарыма.
Римма Баймырҙина.
Өҙәңге, сулпы сыңы
Йырлап ҡыҙый киндер төйә,
Сулпылар сылтыратып.
Егет көтә - килә, китә,
Өҙәңге сыңғырлатып.
«Киле төйәм, киле төйәм,
Киндер төйәм килемдә.
Ниңә генә һиҙмәйһеңдер –
Һин минең күңелемдә.
Һыҙғырып елгә елгәрәм,
Һары киндер сүбәген.
Һап-һары алтын ептәрем
Булыр елән биҙәгем.
Күлдәк бәбәйе биҙәге
Ҡыҙыл, йәшел, һарылыр.
Ашығайым яндарыңа,
Башҡа ҡыҙҙар һарылыр.
Еңгәләрем ярҙам итте,
Әҙер инде бирнәм дә.
Егеткәйем көтә атта,
Бер кемгә лә бирмәм дә».
Ҡыҙыҡай сыҡты йүгереп,
Балитәк елберҙәтеп.
Ҡара елән, сәсмәү, ҡашмау,
Сулпыһын селтерәтеп.
Егеткәйе ат теҙгенен
Ныҡлы тотоп ҡулында,
Ҡыҙҙы алды ла күтәреп
Сапты елеп, юлында.
Мәйсәрә Хәйрова.
Ҡайтып күрҙем ҡайынлыҡты
Ҡайтып күрҙем бөгөн ҡайынлыҡты,
Иҫем китеп торҙом, туҡталып.
Мин ҡайтҡанды тойоп, йәштәр ҡойоп,
Илай төҫлө улар һыҡталып.
Һағындылар микән ҡайындар ҙа,
Мин һағынған кеүек уларҙы?
Ҡайҙа булған унда шау-гөр килеп
Беҙ йөрөгән йәшлек юлдары?
Һуҡмаҡтарын баҫҡан сүп-сар үлән,
Ҡартайғандар беҙҙең ҡайындар.
Кем һуң әйтер, ниңә улар бөгөн
Эс бошорлоҡ хәлдә ҡалғандар?
Ҡайындарым, зинһар, бирешмәгеҙ,
Һалҡындарға, әсе елдәргә...
Ауылымдың гүзәллеге булып,
Ҡалығыҙ һеҙ ғүмер-ғүмергә.
Гөлнур Абдуллина.
Ғүмер юлы
Дилбәгәле тай түгел шул,
Был ғүмерҙәр,
Үтмәһен, тип тотоп торорға.
Ғүмер дилбәгәһе ҡыҫҡа икән,
Ҡайҙа теләп, шунда борорға.
Борғаланып аҡҡан йылға кеүек,
Туҡталышһыҙ аға ла аға.
Һиҙҙермәйсә ғүмер үтеп бара,
Йылдар маңлайҙарға һыр һала.
Тик шуныһы ғәжәп,
Күңел һис ҡартаймай,
Йәшәй өмөттәргә егелеп.
Йәшәү менән ғүмер бергә елә,
Ғүмер өҙөлһә, өмөт мәңгелек.
Ғәзимә Мөхәмәтшина.
Гармун моңо
Бәләкәйҙән ғашиҡ булдым
Мин гармун тауышына.
Сихри моңдар һалды, гармун
Күңелем һулышына.
Гармун алып, тын кистәрҙә
Уйнай инем гөрләтеп.
Шул моңдар ялҡын өҫтәне,
Йөрәгемде дөрләтеп.
Доға ҡылып, иҫкә алам,
Әсәм көйөн уйнайым.
Тыныс йоҡла, әсәкәйем,
Һинең йырың йырлайым.
Гармун моңо алып ҡайта
Бына тағы йәшлеккә.
Ана шулай оҙатып барыр
Ул мине, ғүмерлеккә.
Марс Ибраһимов.
Бер бөтөн
Ана ҡояш.
Таңдан тәүге нурын һуҙған.
Әйтерһең дә
Уянырға әмер ҡуйған.
Ҡәҙимгесә
Яҡтылыҡтан йоҡо ҡаса.
Бар тереклек
Бер тәртиптә, күҙен аса.
Көн башлана,
Шау-гөр килә бар тирә-яҡ,
Өлгөртәм, тип
Хужа ваҡыт йүгерткән саҡ.
Ҡуласалай
Тыуып тора көн менән төн.
Һәр күҙәнәк
Тәшкил иткән ғаләм - бөтөн.
Камиллыҡта.
Күрә белһәң, донъя йөҙөн.
Нәжибә Фәйзуллина.