Әсғәт Ялиев өсөн беҙҙе уратып алған тәбиғәттең матурлығы: сикһеҙ болондар, ҡуйы урмандар, бейек тауҙар, гәлсәр кеүек таҙа күлдәр һәм йылғалар - сикһеҙ илһам сығанағы. Рәссам тәбиғәттең бөтә күренештәрен бик ентекле итеп һүрәтләй, хатта улар тәҙрәләге күренеш итеп ҡабул ителә, уның картиналарынан йылылыҡ һәм наҙ бөркөлә.
- Бөгөн картиналар галереяһындағы күргәҙмәләге картиналар һәр кемдә һоҡланыу уятыр, тип уйлайым. Рәссамдың һәр эше тыуған яғына, Башҡортостанына булған һөйөү менән һуғарылған, - тип билдәләне хакимиәт башлығы урынбаҫары Олеся Арестова.
1948 йылда Ишембай районының Аҙнай ауылында тыуған Әсғәт Ялиев бәләкәйҙән тыуған яғының тәбиғәте менән ҡыҙыҡһына. Тәбиғәт менән даими бәйләнеш уның күҙәтеүсәнлеген үҫтерә һәм был һуңыраҡ уның художестволы әҫәрҙәренең нигеҙен тәшкил итә.
- Күргәҙмәләрҙең асылыуы - ул осрашыуҙар. Бөгөн дә Салауат халҡы ғына түгел, башҡа ҡалалар кешеләре, өлкән быуын һәм йәштәр йыйылыуы бик ҡыуаныслы. Әсғәт Ялиевтың картиналары йөрәктәребеҙҙе яҡтылыҡ, шатлыҡ менән тултырҙы, - тине «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.
Рәссамға тыуған республикаһының тарихи үткәне лә яҡын була. Уның ижадында башҡортостандың легендар улдарының тормошона һәм батырлыҡтарына арналған картиналар серияһы сағылыш таба.
Был әҫәрҙәр халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына һәм тарихына хөрмәт күрһәтеү билдәһе булып тороуын Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров әйтеп үтте:
- Мин рәссамдың эштәре менән танышып сыҡтым һәм шуға иғтибар иттем, беренсенән, картиналарҙың күп өлөшө тыуған яғыбыҙға, уның матурлығына, икенсенән, был данлы ерҙә тыуған кешеләргә арналған. Мине Крәҫтиәндәр һуғышы осорона арналған картиналар, ысын батыр яугирҙарға арналған эштәр йәлеп итте. Башҡорт ере беҙгә шундай талантлы рәссам биргәне менән ғорурланабыҙ.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Хәлимов рәссамға үҙенең картиналарында башҡорт яугирҙарын данлағаны өсөн рәхмәт йөҙөнән ҡурайҙа «Салауат Юлаев маршы»н башҡарҙы.
Әсғәт Ялиев ҡырҡ йылға яҡын «Газпром нефтехим Салауат»та эшләй. Предприятиеның ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ғайса Ваһапов үҙенең сығышында рәссамдың бөтә картиналарының яҡты, оптимизм һәм донъяны изгелек һәм матурлыҡ ҡотҡарасаҡ тигән ышаныс менән тулы булыуын билдәләне.
Үҙенең бөтә ижади эшмәкәрлеге дауамында Әсғәт Ялиев төрлө республика һәм ҡала күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша.
- Беҙ атайыбыҙҙың һәр картинаһының нисек яҙылыуына шаһит булдыҡ. Бөгөн һеҙ уның ижадына ҡағыла алаһығыҙ. Картиналарында тәбиғәтте, бала сағы хәтирәләрен һүрәтләй, һуңыраҡ уның натюрморттары, тарихи картиналары барлыҡҡа килә. Уның өсөн шатбыҙ, артабан да ижад итеүен теләйбеҙ, - тип теләне атаһына рәссамдың улы һәм ҡыҙы.
- Бала саҡтан рәссам булырға хыялландым, әммә яҙмыш Германияға хеҙмәт итергә киткәс кенә миңә шундай мөмкинлек бирҙе, мине полк рәссамы итеп алдылар. Йыл ярым мин унда үҙ оҫталығымды камиллаштырҙым, портреттар ҙа, пейзаждар ҙа төшөрөргә өйрәндем. Армиянан ҡайтҡас заводта рәссам-биҙәүсе булып эшләнем, тик миңә һөнәремде алмаштырырға тура килде. Бер ваҡыт конкурста ҡатнашып, минең эшем беренсе урын алды. Шул саҡта һәләтте ҡаҙып ҡуйырға ярамай, тигән фекергә килдем. Иң мөһиме, мин тәбиғәтте бик яратам һәм ижади ҡомар барлыҡҡа килде, ҡатыным да идеямды хупланы, шулай итеп картиналар яҙа башланым. 2005 йылда Салауат ҡалаһында күргәҙмәм асылды һуңынан Стәрлетамаҡҡа, Красноусолға, Өфөгә саҡырҙылар, шулай танылыу алдым, - тип уртаҡлашты рәссам Әсғәт Ялиев.
- Әсғәт бала саҡтан шуҡ булды. Ул ҡатынын һәм ғаиләһен бик ярата, эшһөйәр, ғаилә тип тырыша. Бынан тыш, ул юморист, шарждар ижад итә, бик матур йырлай, - тип һөйләне рәссамдың апаһы Зәйтүнә Көҫәпова.
- Мин уның ижад менән шөғөлләнеүен хуплайым. Картиналарын ҡарарға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт, - тине Әсғәт Ялиевтың тормош иптәше һәм киләһе йылда бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулыуын билдәләп үтте.