газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар , 13:55

Хыял ғына булған сәхнәнең хәҙер бер йөҙөк ҡашы

Бәләкәй генә сағында баҫалҡы, оялсан ҡыҙ ауыл клубында данлыҡлы Салауат ҡалаһы театрының спектаклен ҡарап ултырғанда үҙе лә ошо театр коллективы менән сығыш яһап йөрөрмөн тип күҙ алдына килтерергә лә ҡыймағандыр. Әммә кеше яҙмышының үҙ юлы һәм бөгөн ҡалабыҙҙың башҡорт дәүләт драма театрының хәҙер инде бик күп спектаклдәрендә сағыу образдар тыуҙырып тамашасы һөйөүен яулаған Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфирә Сәфиуллинаны коллективтың бер йөҙөк ҡашы тип атарға мөмкин.

Хыял ғына булған сәхнәнең хәҙер бер йөҙөк ҡашы
Хыял ғына булған сәхнәнең хәҙер бер йөҙөк ҡашы

- Бала саҡта спектаклдәр ҡарарға яраттым. Ҡаланан килгән театр артистарына һоҡланып ҡарап ултыра торғайным. Ә үҙем сәхнәлә уйнау минең өсөн бойомға ашмаҫтай хыял ғына ине. Ябай ғына ауыл ҡыҙы, сәхнәләргә сығып, спектаклдәрҙә уйнай алырмын тип башыма ла килтермәнем. Мин бик оялсан ҡыҙ булдым, хатта мәктәп йылдарында ла сәхнәгә сыҡманым. Шулай ҙа бер мәл «Ҡәйнә» спектаклендә ҡатнашырға тәҡдим итеп, миңә роль бирҙеләр. Ауыл клубында бөтә халыҡ алдында өҙөк ҡуйҙыҡ, мин дә ҡыйыуланып үҙ ролемде уйнаным, - тип һөйләй Гөлфирә Сәфиуллина.


Ысынлап та ҡыҙҙа ниндәйҙер эске көс ныҡлы була күрәһең. Яҡындарына ла актриса булырға, сәхнәлә сығыш яһарға теләүе хаҡында әйтергә ҡыймаған Ғафури районының Үзбәк ауылы һылыуы сәнғәт институтына уҡырға инә. Ул йылды тап Салауат театры өсөн курс йыялар.


- Уҡыуҙар, имтихандар тамамланып килә, ҡыҙҙар, малайҙар ҡайҙа уҡырға барыуҙары тураһында һөйләй, ә мин эстән генә уйлап йөрөйөм, әммә бер кемгә лә өндәшмәйем, әсәй - атайға ла әйтеү юҡ. Шулай ҙа бер туған апайыма минең сәхнәгә сыҡҡым, йырлағым килә тип әйттем. Ул миңә, һинән килеп сығыр, әйҙә барып ҡарайыҡ, тине. Училищеға барғайныҡ, ул йылды актерҙар ҡабул итмәнеләр, шунан киттек институтҡа. Бөтә турҙарҙы үттем, шулай булғас миндә берәй нимә күргәндәрҙер инде. Әммә беренсе йылды ныҡ иланым, ҡайтҡым килде. Оҫталыҡ күрһәтеү дәрестәрендә лә оялып тик ултырҙым, күрһәткем килә, әммә ҡыйыулыҡ етмәй. Беҙ бәхетле курс, Гөлли Мөбәрәкова, Хөрмәтулла Үтәшев, Нурия Ирсаева, Рәфил Нәбиуллин кеүек көслө педагогтар ҡулы аҫтында белем алдыҡ, - тип йылылыҡ менән иҫкә ала студент йылдарын Гөлфирә Сәфиуллина. - Курсташтар менән дуҫ, булдыҡ. Хатта бер йылды ғинуар айындағы сессиянан һуң һөйләшеп каникулды бер аҙнаға оҙайттыҡ, килмәнек тә ҡуйҙыҡ. Эй, тиле йәшлек. Ныҡ ҡына эләкте, шулай ҙа педагогтарыбыҙ аңланы, ғөмүмән, улар беҙҙе ҡурсалап ҡына уҡытып сығарҙы.


Гөлфирә Сәфиуллина сәнғәт институтын 1995 йылда тамамлай һәм үҙенең курсташтары менән Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килә.
- Минең иң беренсе ҡараған спектаклем Салауат театрыныҡы булды. Беҙҙең ауылға «Йәшлегем тирәктәре»н килеп ҡуйҙылар. Уҡыған ваҡытта беҙҙе Салауат театрына алып киләләр ине, беҙ уның тарихы, тормошо менән танышып торҙоҡ. Шуға күрә Салауат театрына яратып килеп индек, - тип һөйләй актриса.


- Һеҙҙе театрҙа нисек ҡабул иттеләр?
- Ул ваҡытта абруйлы театрҙың художество етәксеһе Вәзих Сәйфуллин, директор Марс Яппаров, танылған артистар Гөлшат һәм Рим Зыязетдиновтар, Рафаэль Сәлихов, Венера Хәсәнова, Флүрә Ниғмәтуллина, Мөнирә Занина, Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтарҙың ут сәсеп, театрҙы дер һелкетеп эшләп, ижад иткән ваҡыттары. Башта улар нимә тип әйтер, тип шөрләһәк тә, улар ипләп кенә кәңәштәрен бирә, фекерҙәре һәр ваҡыт урынлы. Беҙҙең курсҡа үҙ балалары кеүек ҡаранылар, үҙ ҡанаттары аҫтына алып, ҡурсалап ижад юлына баҫтырҙылар.


- Салауат театры сәхнәһендәге тәүге ролегеҙҙе иҫләйһегеҙме?
- Тәүге ролем П.Кальдерондың “Мөхәббәт менән шаярмайҙар” диплом спектаклендә булды. Шунда ҙур сәхнәлә, ҙур залдағы тамашасылар алдында һынау тоттоҡ, - ти Гөлфирә Сәфиуллина.

Ғәжәйеп һөйкөмлөлөгө, тырышлығы, һиҙгерлеге Гөлфирә Сәфиуллинаға театр труппаһына еңел генә инеп китергә һәм Салауат сәхнәһенең билдәле актрисаларының береһенә әйләнергә ярҙам итә. Ул үҙенең ижади шәхсәнлеген булдырған һәм үҫтергән актрисаларҙан, уның өсөн һәр бер роле - ул һөнәри оҫталыҡты үҫтереү өсөн ижади майҙансыҡ. Гөлфирә Сәфиуллина һәр спектаклдә төрлө яҡлап асыла, ул сағыу комедиялы образдарҙы ла, тәрән, етди драматик ролдәрҙе лә уңышлы итеп башҡарыу оҫталығына эйә. Актриса өсөн төрлө режиссерҙар менән эшләү ҡыҙыҡлы, улар үҙҙәренең художество стилдәрен ҡуллана, образдарҙы тыуҙырыу нескәлектәрен үҙләштереүҙә ярҙам итә, береһе уның характерына ҡыйыулыҡ бирә, икенсеһе нескәлек өҫтәй.


- Һеҙҙең әйтеүегеҙсә, беренсе курста һәләттәрегеҙҙе асырға ҡыйыулығығыҙ етмәгән. Һуңынан ҡайһы ваҡытта асылдығыҙ: артабанғы курстарҙамы, әллә театрҙа эшләй башлағасмы?
- Мин һаман асылам кеүек. Һаман да үҙемә ниндәйҙер яңы асыштар яһайым, үҫәм, тәжрибә туплайым. Хәҙерге заман икенсе, шуға күрә яңы килгән йәштәрҙән дә нимәлер алам. Минеңсә, артист йәшме ул, ҡартмы ул, асылыуын дауам итергә, үҫеш процесы булырға тейеш.
Гөлфирә Сәфиуллина үҙенең асыҡлығы, ярҙамға һәр ваҡыт килергә әҙер булыуы менән коллегаларының ихтирамын яулай, ә үҙенең ҡабатланмаҫ ролдәре менән тамашасы күңелен арбай.


- Салауат театры һеҙҙең яҙмышығыҙҙа ниндәй роль уйнаны?
- Салауат театры миңә тормош иптәшен бүләк итте. Ошонда мин ғаиләле булдым. Нәфис Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу техникумын бөтөргәс, минән бер йыл алда килгән булған. Хәҙер театрҙа яҡтыртыу цехы белгесе булып эшләй. Балаларыбыҙ ошонда үҫте. Театр - яҙмышым, тормошом, ҡанаттар ҡуйыусы һәм рухландырыусы ул. Бөтә шатлыҡтарың, ҡайғыларың менән ошонда йәшәйһең, ошонда бөтә нимәне бергә күрәбеҙ, бергә кисерәбеҙ, бергә эшләйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, - тип белдерә актриса.


Гөлфирә Сәфиуллина тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләр үҫтерәләр. Олоһо ла, кесеһе лә әлеге ваҡытта Ҡазанда. Кесе ҡыҙҙары Ҡазан мәҙәниәт институтында уҡый, әсәһенең юлын һайлаған, актриса булырға теләй. Оло ҡыҙҙары химия йүнәлеше буйынса киткән. Стәрлетамаҡ институтында уҡый, ошо уҡ ваҡытта хореограф һөнәрен дә үҙләштерә, Салауат театрында эшләп килгән “Арлекин” студияһында бейеүҙәр ҙә ҡуя. Һуңынан нефть университын тамамлап, күрше төбәктә һәләтле балалар менән шөғөлләнә.


- Тормош иптәшегеҙ менән бер өлкә генә түгел, бер театрҙа эшләү ҡыйын түгелме?
- Юҡ, ҡыйын түгел. Бергә эшкә киләбеҙ, бергә ҡайтабыҙ, бергә һөйләшәбеҙ, ул мине аңлай, мин уны аңлайым, ҡайһы берҙә бөтөнләй һөйләшмәйбеҙ, шунда ла бер беребеҙҙе аңлайбыҙ. Бер мөхиттән булғас, бер ҡаҙанда ҡайнағас, бер-беребеҙҙе аңлап бөткәнбеҙ.


- Ижадтан, эштән бер аҙ ял итеүҙә ниндәй шөғөлдәр ярҙам итә?
- Барыһы ла әҙләп. Тик кенә уйланып ултырырға, парк буйлап йөрөп килергә, йә күнекмәләр эшләп алырға яратам, әллә ниндәй кулинар булмаһам да, ашарға бешерергә яратам. Күңел ни теләй, кәйеф нисек - шунан да тора. Ҡайһы берҙә үҙем өсөн генә йырлап та алам, йә ҡолаҡсын кейеп йырҙар тыңлайым, шулай уҡ китап, шиғырҙар уҡыйым. Миңә шундай күңел тынысландырыусы шөғөлдәр яҡын.
Бөгөнгө көнгә Гөлфирә Сәфиуллинаның ижади биографияһы бай, ул күп спектаклдәрҙә уйнай, әммә был уның өсөн үҙ-үҙен тынысландырыуға сәбәп түгел, даими ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Ул актерҙарҙың өлкән быуынына ғына түгел, йәштәргә лә хөрмәт менән ҡарай. Әммә иң мөһиме - ул театрҙы ярата һәм үҙ һөнәренә тоғро.


- Нисә роль б а ш ҡ а р ғ а н ы ғ ы ҙ ҙ ы иҫәпләгәнегеҙ юҡмы? Яратҡан ролдәрегеҙ бармы?
- Юҡ, күпме роль башҡарғанымды әйтә алмайым. Быйыл театрға килеп эшләүгә лә 30 йыл була, күп ролдәр йыйылғандыр. Мин бөтә ролдәремде яратып башҡарам. Тәүҙә ролгә инеп киткәнсе генә әҙерәк ҡыйыныраҡ, унан сәхнәлә рәхәтләнеп уйнайым. Бөтә уй-кисерештәрең, донъя мәшәҡәттәрең онотола, сәхнәлә образың менән йәшәйһең. Һуңынан алҡыштарҙы ишетеп, тимәк тамашасыларҙың күңеленә еткерә алдыҡ тип ҡәнәғәт ҡалаһың. Коллектив менән маҡтанһам да урынлы, тип иҫәпләйем. Беҙҙең театр коллективы - республикала иң һәйбәт коллектив. Беҙ элекке абруйлы апай, ағай артистарынан ҡалған йолаларҙы һаҡлап киләбеҙ, үҙебеҙҙе театрға килгәндәге ҡурсалаған кеүек, яңы килгән һәр кешене хәстәр менән уратып алабыҙ. Өмөтлө йәштәр килә, тимәк театрҙың киләсәге бар.


- Ғүмерегеҙҙең илле йәшлек баҫҡысына ниндәй уйҙар менән баҫаһығыҙ?
- 50 йәшкә аяҡ баҫҡанда, ысынлап та, был тормошта нимәгәлер ирешкәнменме, киләсәктә ниндәй ижад юлы көтә кеүек уйҙар үтә баштан, үҙеңдең ғүмер ебен ентекле күҙлектән барлап сығыу, һығымталар яһау осоро ул. 30 йыл хеҙмәт юлын үтеп, ошондай үҫеш кимәленә еткәнмен икән, барыһы ла юҡҡа түгел. Әсәйемә, атайыма рәхмәт әйтәм, әлдә минең теләгемә ҡаршы төшмәгәндәр, аңлағандар. Шәхес булараҡ үҫешеүемә көс һалған уҡытыусыларыма, остаздарыма рәхмәтлемен. Мин ижад иткән һәм үҙемде ошонда бәхетле итеп тойған Салауат театрыма, уның коллективына ихтирамым ҙур. Донъялар - имен, үҙебеҙ һау булайыҡ, театрға тамашасылар зал тултырып килеп торһон. Беҙҙең театр һуғыш ваҡытында ла йәшәгән, әлеге заманда ла тамашасылар йөрөһөн ине, театрға килеп күңел аҡлана, паклана, эске борсолоуҙарҙан арындырып, күңелдәрен дауалап, рухландырып ҡайтарырбыҙ. Артабан да эшләргә һәм эшләргә булһын, пландар бар, маҡсаттар булғанда ғына кеше, артист йәшәй, ниндәйҙер ҡанаттар үҫә.
14 февралдә Гөлфирә Сәфиуллинаның юбилейлы кисәһе сиктәрендә Салауат театры сәхнәһендә «Ҡыҙын алдым ҡосаҡҡа» (12+) спектакле ҡуйыла.

Фотолар театр архивынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: