газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ғинуар , 09:50

Рухи берҙәмлек символы булып барһын

Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры берҙәмлек һәм рухи яҡтан ярҙам йөҙөнән Курс театрына символик бүләк яһаны.

Рухи берҙәмлек символы булып барһын
Рухи берҙәмлек символы булып барһын

Бөгөнгө илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа сәнғәт кешеләрҙе берләштерергә, уларҙың рух көсөн нығытырға, шул уҡ ваҡытта бәхет, шатлыҡ бүләк итергә һәм ижад итеү теләген уятырға тейеш, тип иҫәпләй ҡалабыҙҙың «Беҙҙең театр» йәштәр театры һәм илебеҙҙең олпат театрҙарының береһе - А.С.Пушкин исемендәге Курск дәүләт драма театрына панно форматында матур бүләк әҙерләгән.

- Бөгөн илебеҙҙәге хәлдәрҙе барыһы ла белеп тора, Курстағы ваҡиғалар менән дә танышбыҙ. Ошоға бәйле беҙ, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр Курскка нисек ярҙам итә алабыҙ, тип уйлана башланыҡ. Был төбәктә бик мәртәбәле Курс драма театры эшләп килә. Унда беҙҙең башҡорт драматургияһының арҙаҡлы яҙыусыһы Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһы буйынса сектакле бер нисә миҙгел дауамында уңышлы бара. Беҙҙең рус йәштәр театрында был билдәле әҫәрҙе сәхнәгә 2024 йылдың көҙөндә, авторҙың юбилейлы йылында сығарҙыҡ һәм ул да беҙҙә уңыш ҡаҙанды. Беҙҙәге спектакль премьераһына Мостай Кәримовтың ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы килгәс тә, Курск театрында ла ошо әҫәр буйынса спектакль барыуын, әммә әлеге хәлдәр арҡаһында унда барып ҡарай алмауын әйтте. Был хаҡта һөйләгәндә минең башымда шундай уй тыуҙы - был спектакль бит беҙҙең театрҙарҙы бәйләй, дуҫлыҡ, туғандашлыҡ, рухи терәк булыуыбыҙҙы белдерергә кәрәк. Шулай ошондай панно яһау идеяһы тыуҙы, - тип бүлешә «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге директоры, «Беҙҙең театр» йәштәр театрының художество етәксеһе Рауил Хәкимов.


Шулай итеп, «сәнғәт дуҫлығы күпере» булараҡ махсус панно әҙерләнә, унда ике театрҙа ҡуйылған спектаклдәрҙән фотографиялар бирелә һәм барыһы ла башҡорт халҡының боронғо биҙәүесе - сулпылар менән берҙәмләштерелә.
- Сулпылар таптыҡ, театрҙарҙа ҡуйылған спектаклдән фотоларҙы эшләттек, ике театрҙың атамаларын яҙырға, барыһын да ҡара бәрхәткә беркетеп, рамка менән ҡаплап ҡуйырға ҡарар иттек, биҙәргә «Галатея» дизайнерҙар студияһы ярҙам итте. Бик матур панно килеп сыҡты, ул беҙҙең театрҙан, Салауат ҡалаһынан, Башҡортостан Республикаһынан Курск театрына рухи ярҙам билдәһе булараҡ уларҙың музейында лайыҡлы урын алыр, тип уйлайым, - ти Рауил Хәкимов. - Театрҙар һәр ваҡыт, һәр заманда дуҫлыҡта һәм берҙәмлектә йәшәүе менән айырылып тора һәм беҙҙең был эшебеҙҙең дә төп идеяһы - бөтә театрҙарҙы, мәҙәниәттәрҙе берләштереү. Эйе, һәр театрҙың үҙ тамашасыһы, үҙ репертуары, үҙ артистары бар, улар конкуренция менән йәшәргә түгел, ә бер йүнәлештә - халыҡ араһында мәҙәниәтте таратыу юлында хеҙмәт итеү мөһим. Башҡортостан театрымы ул, Курстыҡымы, улар берҙәм булырға тейеш. Беҙҙең был бүләгебеҙ - ҡунаҡсыл Салауаттан, Башҡортостандан дуҫлыҡ, берҙәмлек билдәһе. Бөгөнгө ауыр ваҡытта ошондай әхлаҡи, рухи ярҙам мөһимдер, тип уйлайым. Театр, сәнғәт, мәҙәниәт һәр ваҡыт тыныслыҡты, изгелекте пропагандалай. Был ишара менән был коллективҡа теләктәшлегебеҙҙе һәм был төбәккә, илебеҙгә изгелек, тыныслыҡ килер тигән ышанысты белдерәбеҙ.

Рауил Хәкимов әйтеүенсә, панно транспорт компанияһы аша биреп ебәреләсәк.

Фото “Беҙҙең театр” йәштәр театрынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: