газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ғинуар , 11:45

Тормошҡа ашырлыҡ булһын хыялдар

«Теләктәр шыршыһы» Салауат ҡалаһынан йәш пианиносыға билдәле музыкант менән осрашыу мөмкинлеге биргән.

Тормошҡа ашырлыҡ булһын хыялдар
Тормошҡа ашырлыҡ булһын хыялдар

Яңы йыл алдынан ҡалабыҙҙың Балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Руслан Ғәлиевтың хыялы тормошҡа аша - Мәскәүҙә Чайковский исемендәге концерт залы сәхнәһендә ул билдәле пианиносы Денис Мацуев менән осраша һәм Бетховендың «Сонатину фа мажор»ын роялдә уйнай. Малайҙың хыялын тормошҡа ашырыуға «Теләктәр шыршыһы» бөтә Рәсәй акцияһы ярҙам итә.


“Теләктәр шыршыһы” акцияһы Рәсәйҙә президент Владимир Путин башланғысы менән 2018 йылдан алып уҙғарыла. Һәр кеше акцияға ҡушылып үҙен яңы йыл тылсымсыһы итеп тоя ала.


Яңы йыл шыршыһынан Руслан Ғәлиевтың теләге менән уйынсыҡты Рәсәй хөкүмәтенең вице-премьеры Денис Мантуров ала. Тап ул Салауат малайының теләген маэстро Денис Мацуевҡа тапшыра, Русландың һәм уның әсәһенең Мәскәүгә сәфәрен ойоштора.


Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт академия филармонияһы залындағы концерт барышында Денис Мацуев Русланды сәхнәгә саҡыра, уның менән тамашасыны таныштыра, роялдә уйнарға тәҡдим итә. Руслан Ғәлиевтың сығышы триумф менән үтә, зал уны “афарин” һүҙҙәре менән алҡышлай.

- Мин был йәш кешенең бөгөн залда икәнен беләм, - тип Руслан менән таныштыра Денис Мацуев. – Һинең менән танышыуыма шатмын. Мин Башҡортостанды бик яҡшы беләм, Өфөлә күп тапҡыр булдым. Һеҙҙә шәп фестивалдәр үтә, бик яҡшы симфония оркестры, һәйбәт тамашасы.


- “Теләктәр шыршыһы” акцияһы тураһында интернеттан белдек, - тип һөйләй Русландың әсәһе Ирина Алчинова. – Рәсми сайтта һылтанма буйынса үттек һәм заявка ҡалдырҙыҡ. Русландың хыялы Денис Мацуев менән танышыу, уның концертында булыу һәм оҫталыҡ дәресе алыу ине.
- Ә ни өсөн тап Денис Мацуев?
- Руслан өсөн ул кумир. Беҙ уның ижадын күҙәтеп барабыҙ. Русланға уның уйнауы оҡшай, уның репертуары ҡыҙыҡһындыра.
- Мәскәүгә сәфәрегеҙ нисек үтте?
- Беҙҙе Мәскәүҙә йылы ҡаршы алдылар, ҡунаҡханаға урынлаштырҙылар, Денис Мацуевтың концертына саҡырыу билеттары тапшырҙылар. Сәфәр тик сағыу һәм ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы: баш ҡала буйлап йөрөнөк, Ҡыҙыл майҙанда булдыҡ. Иң мөһиме - ул, әлбиттә, концерт һәм маэстро менән осрашыу.
Хушлашҡанда Денис Мацуев Русланға ижади уңыштар теләне. “Башҡортостанда булғанда беҙ һинең менән мотлаҡ осрашасаҡбыҙ” , - тип вәғәҙә бирҙе.


Руслан Ғәлиев уҡытыусыһы Валентина Варламова класында фортепианола уйнарға өйрәнә.
- Руслан - һәләтле һәм маҡсатлы, тәртипле һәм яуаплы малай. Бик яҡшы уҡый, музыкаға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә, - тип бүлешә педагог. – Ул төрлө ансамблдәр составында уйнай, төрлө концерттарҙа сығыш яһай.


Русландың уңышы – Балалар музыка мәктәбе өсөн ғорурлыҡ.
- Яңы йыл алдынан Русландың ғәҙәти булмаған теләгенең тормошҡа ашыуына шатмын. Ул һәләтле һәм тырыш уҡыусы һәм уның хыялы ла матди түгел, ә ижади, рухи. Киләсәктә лә уның барлыҡ теләктәре тормошҡа ашһын, - тип теләй мәктәп директоры Дилә Хафизова.


Руслан Ғәлиев Салауат балалар музыка мәктәбенең өсөнсө класында уҡый. Алты йәштән мәртәбәле музыка конкурстарында ҡатнаша, сығыш яһай һәм күп кенә ҡала, республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: