газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ғинуар , 16:45

Ижад - уның талмаҫ ҡанаты

Иҙел Хәмит улы Хәлимов исемен Салауат ҡалаһында шиғыр һөйгән,халҡыбыҙ тарихы, милли фольклоры менән ҡыҙыҡһынғандар яҡшыбелә. 2024 йыл яҙыусының оло юбилейы йылы булараҡ тарихҡа инепҡалды һәм ғүмер байрамына бәйле саралар Иҙел Хәмит улының тыуғантөйәге Ейәнсура районынан башланып, Салауатта йылы осрашыу менәнйомғаҡлап ҡуйылды.

Ижад - уның талмаҫ ҡанаты
Ижад - уның талмаҫ ҡанаты

Олпат юбилейы йылында яҙыусы уҡыусылары менән күҙмә-күҙ осрашып, аралашып, фекер алышыуҙы күңел байрамы тип һанай. Әҙәби мөхиткә тағы ла йәм өҫтәп, был көндө Иҙел Хәмит улы салауаттарға “Үҫәргәндәр ораны” тигән яңы китабын да тәҡдим итте. Унда яҙыусының поэмалары, һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, ижад ителгән йырҙары ингән. Дуҫтарына, туғандарына ҡағылған иҫтәлекле
фотоһүрәттәр урын алған. Был китабы уның яҡташтарына арналыуы менән дә
ҡәҙерле һәм яҡын.


- Мин үҙемә биш йыл һайын, мотлаҡ рәүештә, бер йыйынтыҡ баҫтырырға кәрәк тигән маҡсат ҡуйғанмын, был миңә ҙур этәргес булып тора. Сираттағы ижади юбилейыма китап сығарырға материалдар туплап йөрөгәндә, яҡташтарымдан тәҡдим алдым. Республикала беренсе тапҡыр минең тыуып үҫкән ауылым Байышта үҫәргәндәр ырыуының оло ҡоро була, берәй шиғыр йәки йыр ижад итә алмаҫһығыҙмы, тигәс, ныҡлап
уйландым һәм тотош бер поэма килеп сыҡты. Китабымдың исеме лә был поэманан алынып, “Үҫәргәндәр ораны” тип атала, - тип һөйләй автор.
Иҙел Хәлимов ижадын ҡала халҡы бөйөк ил шағирҙары әҫәрҙәре рәтенә ҡуя.


- Бәләкәй генә Салауат өсөн ошондай талантлы кешенең булыуы ҙур мәртәбә, сөнки Иҙел Хәмит улының поэзияһы донъя кимәлендәге билдәле яҙыусыларҙың ижадынан бер нимәһе менән дә кәм түгел. Шиғырҙары республикалағы күп кенә шағирҙарҙың яҙғанынан юғарыраҡ, - тип билдәләп үтте Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Фәтих Ҡолһарин.


Был ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр тине, юбилярҙың дуҫы Ринат Ибәтуллин.
- Бик күп шиғырҙарын Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев ижадтары менән сағыштырам, уларҙың ҡәләмдәренә тиңләйем, сөнки Иҙелдең әйткәнендә фәлсәфә, тәрәнлек бар. Ул ябай, еңел генә яҙмай, һәр бер һүҙҙә, һөйләмдә тәрән фекер ята, - тине ул һәм Иҙел Хәлимовтың “Салауат” тигән шиғырын һөйләп ишеттерҙе.


- Беҙҙе 2004 йылдағы бер ваҡиға дуҫлаштырып ебәрҙе. Салауат ҡалаһы делегацияһы ҙур төркөм менән Палдиски ҡалаһына барҙы, шунда Иҙел Хәмит улы менән ныҡлап аралашып киттек. Ринат Ибәтуллиндың һөйләгән шиғыры ла шунда диңгеҙ яры буйында тыуҙы, - тине ҡунаҡтарҙы сәләмләп ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Шәрипов һәм юбилярға ҡоролтайҙың рәхмәт хатын
тапшырҙы.


“Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Буранғолова Иҙел Хәмит улының ихлас, саф күңелле кеше булыуы тураһында һөйләне.
- Директор урынбаҫары булараҡ, бөтә мәҙәни сараларҙы мин ойоштора торғайным һәм ошо йылдарҙа Иҙел Хәлимов минең уң ҡулым булды. Уға үҙемә ышанған кеүек ышандым. Иҙел, ошондай сара үтә тип әйтеүем була, темаға тап килтереп, йырын да, шиғырын да әҙерләп бирә торғайны, - тине Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы.


Әйткәндәй, Иҙел Хәмит улы хаҡлы ялда булһа ла, ҡаланың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Күптән түгел ул “Тулҡын” әҙәби берекмәһе етәксеһе итеп һайланды. Был кистә уның ҡәләмдәш дуҫтары Марс Ибраһимов һәм Нәжибә Фәйзуллина юбилярҙы тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.


- Беҙҙең ҡалала, Иҙел Хәмит улынан башҡа, 7-8 китап баҫтырыусы юҡтыр. Байыштар һеҙҙең менән хаҡлы рәүештә маҡтана ала, ауылдан ошондай шағир сығыуы, күп яҡлап талантлы, оҫта кеше булыуы ҙур уңыш,
ғорурлыҡтыр. Үҫәргәндәр байрамына ошо йыйынтыҡты әҙерләп сығарыуығыҙ шәп эш, уны уҡыһаң, йәштәр өсөн күп кенә фәһемле юлдар бар, - тине “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзаһы Нәжибә Фәйзуллина.


- Иҙел “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһының башында торған егеттәрҙең береһе. Әле лә рухландырып эшләп йөрөй, - тип билдәләне үҙ телмәрендә Ислам Мәүлекәсов.
Уны ата-әсәләр комитеты рәйесе Фәнүр Байрамғолов ҡеүәтләп, рух уятыуҙа маяҡһығыҙ, кәйефтәр төшөп киткәндә, һеҙгә ҡарап өлгө алабыҙ, тине Иҙел Хәмит улына мөрәжәғәт итеп.


Байрамды йәмләп, “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзалары ойошторған музыкаль ансамбль милли музыка ҡоралдарында башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаны. Һәм, әлбиттә, Иҙел Хәлимовтың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Ә  инде авторҙың ижад, йыр, тел оҫталығы маһирлығына өҫтәп, ҡурайҙа уйнауы кисәне тағы ла йәмләп, онотолмаҫлыҡ осрашыуға әйләндерҙе.
Гөлиә НУРИМАНОВА

Ижад - уның талмаҫ ҡанаты
Ижад - уның талмаҫ ҡанаты
Ижад - уның талмаҫ ҡанаты
Ижад - уның талмаҫ ҡанаты
Ижад - уның талмаҫ ҡанаты
Автор:
Читайте нас: