Республикала 10 октябрҙе рәсми рәүештә Ҡурай көнө тип иғлан итеү менән беҙҙең ҡала уны билдәләп үтергә ҡарар итә. Йыл тамамланған аҙнала 25-се башҡорт гимназияһында Салауаттың “Ҡурай-иле” тип исемләнгән лекция-концерт ойошторолдо. Унда халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралының тарихы, бөгөнгөһө тураһында бәйән ителде һәм, әлбиттә, уның моңдары яңғыраны.
Матур рух байрамының музыка колледжының “Төнъяҡ амурҙары” ҡурайсылар ансамбленең “Урал” башҡорт халыҡ көйөн башҡарыуы менән асылып китеүе үтә лә матур күренеш булды.
Ҡурай - халҡыбыҙҙың юлдашы, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла башҡорт үҙенең милли музыка ҡоралынан айырылмаған. Әлеге көндә Салауатта музыка колледжында ҡурай бүлеге, балалар музыка мәктәбендә ҡурай класы һәм 25-се башҡорт гимназияһында түңәрәк эшләп килә. Уларҙа ҡурайҙың киләсәге булырлыҡ йәштәр уҡый, тәрбиәләнә. Шуларҙың береһе - музыка колледжы студенты Мөхәммәт Рәхмәтуллин.
- Дөрөҫөн әйткәндә, колледжға уҡырға килгәндә икенсе инструментта уйнай инем,бында ҡурай көйҙәрен ишетеп, егеттәрҙең уйнауына һоҡланып, ҡурай бүлегенә күсергә тигән теләк тыуҙы. Остазым Булат Булгаковҡа барып, һеҙгә күсһәң буламы, ҡурайҙа өйрәнгем килә, тип уҡып киттем. Бигерәк тә халыҡ көйҙәрен яратам, уларҙы бар донъямды онотоп башҡарам. Оҙон көйҙәрҙе өйрәнеү алдынан элекке ҡурайсыларҙың уйнауын тыңлайым, уның тарихын ҡарап сығам, был сәхнәлә ҡурай менән бер бөтөн булып сығыш яһарға ярҙам итә. Тағы ла марш көйҙәре күңелемә яҡын, - тип һөйләй йәш егет.
Сәхнәлә бына ошолай күпселеген ир-егеттәр ҡурайҙа уйнауына күнегеп бөткәнбеҙ, әммә хәҙер ҡыҙҙар ҙа бик ҡыҙыҡһынып йөрөй тип әйтергә була. Әлеге ваҡытта уҡытыусылары Лилиә Сәмирхановаға эйәреп, ҡалала ике ҡыҙ ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Был көндө улар ҙа сәхнәгә күтәрелеп, ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе.
- Элегерәк сәхнәгә сыға ғына башлағанда, ҡурайсы ҡыҙҙар әҙ булды, шуға иғтибар ҙа күп була торғайны, тамашасылар һәр ваҡыт килеп һораша, аптырай ине. Хәҙер ҡурайсы ҡыҙҙарҙы телевизорҙан күрәбеҙ, музыка мәктәптәрендә, колледждарҙа күпләп уҡыйҙар. Оло ҡурайсы ағайҙар әйтеүенсә, бер нисә йылдан уҡыу йорттарында башлыса, ҡурайсы ҡатын-ҡыҙҙар күпләп уҡыта башлаясаҡ, - тип белдерә ҡурай уҡытыусыһы Лилиә Сәмирханова.
Ысынлап та, ҡурайға булған иғтибарҙың артыуы һөйөндөрмәй ҡалмай. Әйткәндәй, салауаттар яҡын арала онотолоп киткән “Торналар йыры” тигән проектты ҡабаттан тергеҙеү менән янып йөрөй.
- Беҙ был конкурсты ҡала кимәлендә ойоштора инек, ваҡытында ул популярлашып та киткәйне, байрамға күрше ҡала-райондарҙан билдәле ҡурайсыларҙы ла саҡырҙыҡ. Республика башлығы рәсми рәүештә Ҡурай көнө булдырғас, дәртләнеп, был бәйгене тергеҙергә тип уйлап йөрөйбөҙ, - тип һөйләй Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Хәлимов.
Иҙел Хәмит улы был көндө ҡурайсыларға үҙ ҡулдары менән ҡырҡып алып эшләгән ҡурай ҙа бүләк итте һәм милли уйын ҡоралында дәртле итеп уйнап ишеттерҙе.
Профессиональ ҡурайсылар ҙа, ҡурай моңон һөйөүселәр ҙә йыйылған кисә бер матур байрам булып гөрләне. Бар ғаләмде ялмап алған моңға иҫереп, тамашасы берсә уның һағышлы тулҡындарында бәүелде, берсә дәртле көйҙәргә бейергә ынтылып ултырҙы.
- Мәләүез, Сибай, Баймаҡ менән сағыштырғанда, беҙҙең Салауат урыҫлашып бөткән тип ҡабул итәләр. Әле ваҡытта ҡалала 20 процент башҡорттар йәшәй. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә булған һөйөү, иғтибар һүнмәй, ә артабан да үҫә. Бында ҡурайсыларҙың да өлөшө ҙур, - тип телмәр тотто Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Салауат башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров һәм ҡурайсы егет-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһен билдәләп китте.
Әүҙем эшмәкәрлеге менән башҡорт телен,тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн ҡурай уҡытыусылары Булат Булгаков һәм Лилиә Сәмирханова, уларҙың уҡыусылары Дилә Ғәбитова, Айгиз Исҡужин, Данияр Рәсүлов һәм республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Хәлимов ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
- Бөгөн беҙҙең гимназияла бик матур Ҡурай байрамы уҙҙы. Ошо сараны үткәреү урыны итеп, 25-се башҡорт гимназияһын һайлауығыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Был байрам беҙгә тағы ла рухланып эшләргә этәргес, дәрт өҫтәр, беҙҙең илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер тип ышанып ҡалабыҙ, — тине гимназия директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина.
Ысынлап та, мәҙәниәтебеҙ һәм сәнғәтебеҙҙең аҫыл булған ҡурай моңдары һүнмәй, артабан да үҫә, яңғырай. Һәм был урында билдәле ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновтың әйткән һүҙҙәрен онотмайыҡ: “Ҡурайҙы һаҡлау - милләтте һаҡлау ул”.
Гөлиә Нуриманова.
Автор фотоһы.