Өфө ҡалаһында уҙған тантанала республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев иң яҡшы артистарға, музей эшмәкәрҙәренә, китапханасыларға, рәссамдарға, яҙыусыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында – Салауат Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Әмир Үтәбаев. Ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.
- Республикала мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән бик күп ҡыҙыҡлы һәм масштаблы проекттар булдырылды. Уларҙың береһе – “Китап-байрам”, унда ҡатнашып, китаптың ҙур көскә эйә булыуын аңланыҡ, - тине Урал Килсенбаев. – Заман саҡырыуы шарттарында мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хеҙмәте йәмғиәттә ҙур роль уйнай. Һеҙ илебеҙҙең ысын патриоттарын тәрбиәләү өсөн күпте эшләйһегеҙ, эшегеҙ өсөн рәхмәт.
- Яратҡан коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, матур ролдәр һәм илһамлы тормош теләйбеҙ! – тип теләй Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы коллегалары Әмир Үтәбаевтың маҡтаулы исем алыу уңайынан.