газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Декабрь 2024, 11:35

Ябай тарихты бай йөкмәткеле итеү

Яңы йыл алдынан Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡалабыҙҙың йәш тамашасылары өсөн үҙенең “Муха-цокотуха” (0+) әкиәтен тәҡдим итте.

Ябай тарихты бай йөкмәткеле итеү
Ябай тарихты бай йөкмәткеле итеү

20 декабрҙән алып ҡалабыҙ театры сәхнәһендә балалар һәм ғаилә менән ҡарау өсөн “Муха-Цокотуха” спектакле бара. Уйлап ҡараһаң, был ҙур булмаған материалдан ниндәй ҡыҙыҡлы нимә эшләргә була һуң? Әммә ҡуйыусы режиссер Лиана Ниғмәтуллина етәкселегендә Салауат драма театры коллективы изгелек, дуҫлыҡ, тылсымға ышаныу көсө тураһындағы фәһемле тарихты сағыу персонаждар, матур декорациялар, иҫтә ҡалырлыҡ музыкаль номерҙар менән байытып мауыҡтырғыс тамаша итеүгә өлгәшә һәм әкиәтте балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә ҡыуанып ҡабул итте.

- Үҙем яратҡан, бала саҡта ҡыҙыҡһынып уҡыған әкиттәрҙе ҡуйырға тырышам, материалды һайлаған ваҡытта, исеме яңғыраған булыуына иғтибар итәм, сөнки тамашасылар билдәле әкиәттәргә йөрөргә ярата. “Аладдиндың тылсымлы лампаһы”, “Өс сусҡа балаһы” һәм башҡа әкиәттәрҙе ҡуйған ваҡытта тамашасы ҡыҙығып килә. Күҙ алдында әкиәтте нисек сәхнәләштерергә тигән образ бар.
Быйыл “Муха-Цокотуха” тигән әкиәтте һайланым, уны электән сәхнәләштерергә тигән уй бар ине. Музыкаль яҡтан биҙәп, хореография менән байытып, кабаре стилендә ҡуйырға тигән теләк булды һәм бына быйыл тормошҡа ашырырға булдыҡ. Корней Чуковскийҙың ориганалын алып уҡып ҡараһаң, ул бер биттә генә яҙылған әкиәт. Һайлағас, миңә, ул бер битте нисек сәхнәгә ҡуйырға итәһең, тинеләр. Шунан исценировкаһын табып, үҙемә оҡшағанын һайлап алып, музыка, бейеүҙәр менән байытып, артистар сағыу образдар тыуҙырып, ошо бер битлек материалды байыттыҡ һәм бына 40 минутлыҡ матур, динамикалы ғына әкиәт килеп сыҡты, - тип бүлешә Салауат драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина. - Спектаклде әҙерләгәндә беҙ ҡуйыусы рәссам Юлиә Сиражетдинова менән тығыҙ эш алып барҙыҡ, ул декорация, костюмдар буйынса эшләне һәм Салауатта билдәле хореограф Лилиә Зайнышева бейеүҙәрҙе ҡуйҙы. Музыканы үҙебеҙ һайланыҡ, булған көйҙәргә үҙебеҙ һүҙҙәр яҙып эшләнек. Спектаклдә бөтә труппа ҡатнаша. Тегеүселәр, рәссамдарҙың хеҙмәтен баһалап үтке килә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә костюмдарҙы өлгөрттөләр, уларҙың, шулай уҡ тауыш режиссерҙарының, яҡтыртыу буйынса белгестәрҙең әкиәтте әҙерләүҙә өлөшө ҙур. Балалар өсөн спектаклдәрҙе әҙерләгәндә ошо цехтарҙың эше күп, ике составҡа костюмдарҙы икеләтә күләмдә тегелде, декорацияның да күләме икеләтә арта. Уларға рәхмәт.


“Муха-Цокотуха” - бәләкәй генә себен, уның хәүефтәргә һәм көтөлмәгән осрашыуҙарға тулы, дуҫлыҡ һәм хыянат та булған мауыҡтырғыс сәйәхәте тураһында тарих. Әммә кес кенә йәнлек тә ҡыйыулыҡ күрһәтеп барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңә һәм үҙенең мөхәббәтен дә таба. Әкиәт батыр булырға, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтә, бәләкәй булһаң да бөйөк эштәр башҡарарғы мөмкин икәнен күрһәтә. Һәм, әлбиттә, һәр ваҡыттағыса изгелек яманлыҡты еңә, хатта бөжәктәрҙең тыныс тормошон боҙған үрмәксенең дә күңеле һуңынан йомшара. Сағыу персонаждар, декорациялар, дәртле музыкаль номерҙар, актерҙар үҙ ролдәрен ихлас бирелеп уйнауы менән тамашасыларҙы ошо мажаралы әкиәт доняһына сумдырҙы. Балалар бирелеп китеп ҡараны, шиғри әкиәттең билдәле юлдарын ҡабатланы.


- Беҙҙең әкиәттәр репертуарҙа оҙаҡ йәшәй. Бына минең беренсе 2012 йылда ҡуйған “Бесәйҙең йорто” спектакле әле һаман уйнала. Был әкиәтебеҙҙең дә шулай ижади юлы оҙон булыр, тип өмөт итәбеҙ, - ти Лиана Ниғмәтуллина. - Балаларҙың реакцияһын, уларҙың нисек ҡабул итеүен мин һәр ваҡыт ҡарайым. Бөтә нәмәне күреп, аңлап, ҡыҙыҡлы урындарында көлөп, ҡыҙғаныс ерҙәрендә шым ғына ҡарап ултыралар, ғөмүмән алғанда, ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайҙар. Балаларҙың иғтибарын йәләп итеү еңел эш түгел, был йәһәттән артистарыбыҙға ла афарин, улар бала күңелен яулау беләләр.
Әкиәт тамамланғандан һуң да балаларҙы ҡыҙыҡлы, әкиәттең сағыу персонаждары менән Яңы йыл тамашаһы көтә ине. Малайҙар һәм ҡыҙҙар күңелле итеп уйнаны, бейене, йырланы. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы шатланып ҡаршы алдылар һәм уларға үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр.


Салауат драма театрында “Муха-Цокотуха” 29 декабргә тиклем бара, ә Яңы йылға тиклем ҡарап өлгөрмәгәндәр, уны байрам каникулдары осоронда 4, 6 ғинуарҙа ҡарай ала, шулай уҡ был әкиәт репертуарҙа һаҡланасаҡ һәм һәр кемдең ғаиләһе, балалар менән ҡарау мөмкинлеге бар.


Лариса Хәкимова тамашаға улы Солтан менән килгән.
- Беҙгә бик оҡшаны, ҡыҙыҡ һәм күңелле булды. Балаларға һәйбәт яңы йыл мөхите бүләк иттеләр, - тип бүлешә тәьҫораттары менән әсә кеше.
- Миңә барыһы ла - спектакль дә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың байрам менән ҡотлауы ла оҡшаны. Уйнаныҡ, бейенек. Мин Яңы йыл байрамын яратам, - ти ихлас Солтан.


25-се башҡорт гимназияһының 2-се класс уҡыусылары Рамзан Яҡупов, Динар Сәлихов, Дима Жембровский класташ ҡына түгел, яҡшы дуҫтар. Малайҙар спектаклде ҡарауҙан һәм Яңы йыл тамашаһында ҡатнашыуҙан бик ҡәнәғәт.
- Спектакль ҡыҙыҡ, ул заманса итеп эшләнгән. Бик шәп булды. Уйындарҙа ла ҡатнаштыҡ, улар ҙа ҡыҙҡлы ине. Беҙ Яңы йылға әҙерләнәбеҙ, шиғырҙар, йырҙар әҙерләнек, - ти улар.

Автор һәм Александр Казаков фотолары.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: