“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре бер нисә йыл дауамында мауыҡтырғыс әкиәт әҙерләй. Исеменән үк күренеүенсә, быйыл да мажаралы, сағыу тамаша көтә кескәйҙәрҙе. Ул балалар ғына түгел, хатта ғаилә менән ҡарау өсөн тәҡдим ителә, сөнки сәхнәгә бөтәһе лә яратып өлгөргән тылсымлы геройҙар бергә йыйылған. Ә иң мөһиме, был әкиәтте Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләк итә.
- Беҙ балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең күңелдәрен күтәреп кенә ҡалмайбыҙ, ә сәхнә әҫәре менән ниндәйҙер идеяны еткерергә тырышабыҙ. Быйылғы Яңы йыл әкиәтенең нигеҙенә дуҫлыҡ темаһы һалынған. Ул үҙеңдең уйынсыҡтарыңа, дуҫтарыңа, яҡындарыңа булған мөнәсәбәт. Шул уҡ ваҡытта малай-ҡыҙҙарға ҡыҙыҡлы булһын өсөн заманса көйҙәр, дәртле бейеүҙәр индерҙек, персонаждар менән бергәләп йырлап-бейеп ҡайтырға була, - тип һөйләй музыкаль әкиәттең режиссеры Рауил Хәкимов.
Әкиәт музыкаль яҡтан бай, унда барлығы 15 көй ҡулланылған, уларҙың һәр береһе бейеүҙәр менән байытылған. Кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар, тигәндәй, костюмдар балаларға шунда уҡ оҡшаһын өсөн улар сағыу һәм әкиәт геройын асып бирә алырлыҡ итеп тегелгән.
- Тамаша буйынса әҙерәк серҙе асҡанда, бер малай уйынсыҡтары менән уйнап ултырған ваҡытта улары йәнләнеп китеп, һөйләшә башлай. Шунан башлана ла инде ысын мөғжизә донъяһы. Беҙҙең әкиәт тамашасалырға оҡшаһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалып эшләнек, ул һәр кемдең күңелендә үҙ урынын алыр тип ышанабыҙ, - ти Рауил Хәкимов.
Гөлиә Нуриманова.