Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, РФ һәм БР Рәссамдар союзы, ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара Ассоциацияһы ағзаһы. Раушания Бәҙретдинованың эштәре Салауатта күргәҙмәгә тәүге тапҡыр ғына ҡуйылмай. Биш йыл элек «Үҙеңә юл» күргәҙмәһе үтә, унда ул үҙенең картиналары аша бәхетле булыу тураһында һөйләй. Әлеге күргәҙмәһе «Һауыҡтырыу» тип атала һәм рәссам тап сәнғәт йәнде дауалай, тыныслыҡ һәм илһам килтерә ала тип ышана.
Күргәҙмәлә Раушания Бәҙретдинованың тәрән мәғәнә һәм хис-тойғолар менән һуғарылған 50-гә яҡын эше тәҡдим ителгән. Төп цикл - «Күҙәтеүсе күҙендәге донъя». Шулай уҡ педагогия училищеһында, сәнғәт институтында төшөргән тәүге эштәрен күрергә мөмкин, эштәр уның рәссам булараҡ үҫеш юлын сағылдыра. Раушания Бәҙретдинованы төрлө хәлдәр, яҡын кешеләре рухландыра, ул донъяла нимә булғанын күрһәтергә тырыша.
- Был картиналар серияһы бик ҙур уй-кисерештәр барышында тыуҙы. Мин был теманы алырға теләмәнем, сөнки ул бик ҡатмарлы һәм ауыр. Улымдың яуға юлланырға теләүен белгәс, бер нисә көн йоҡламаным, әммә уның ҡарары ныҡлы икәнен беләм, әсәй булараҡ борсолһам да, ҡабул иттем. Мин үҙемдең эске торошомдо картинала сағылдырырға теләнем, уны «Күҙәтеүсе күҙендәге донъя» тип атаным. Әсә мөхәббәтенең оло көскә эйә булыуын һәм балаһы ниндәй генә аҙымға бармаһын, уны ҡабул итесәген, яҡлаясағын, яртасағын еткерергә теләнем. Кеше һынының йөрәк өлөшөндә иң яҡындары һәм туғандары тора. Кирегә әйләндерелгән донъя - ул беҙҙең ысынбарлыҡ, һәм хәҙерге тыныс ваҡыт, параллель донъя кеүек. Күк һәм азатлыҡтың зәңгәр төҫтәге фонында тыныслыҡ символы булараҡ балалар осорған күгәрсен. Оҙаҡламай был ҡош барыбыҙға ла килеп етһен, - тип һөйләне үҙенең картиналарының береһе тураһында рәссам Раушания Бәҙретдинова һәм тамашасыларға мөрәжәғәт итте. - Минең күргәҙмәмә килеүегеҙгә рәхмәт.
Раушания Бәҙретдинова әйтеүенсә, үҙенең картиналарының фотоларын махсус хәрби операция хонаһына ебәргәндә, яугирҙарҙан ыңғай яуаптар ала.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында Раушания Бәҙретдинованың ата-әсәһе лә ҡатнашты. Атаһы - иретеп йәбештереүсе, әсәһе - бухгалтер, әммә икеһе лә күңеле менән ижад кешеләре. Рәссамдың атаһы һөйләүенсә, ҡыҙҙары тыуыр алдынан ул ҡатыны менән сағыу, иртәнге йондоҙҙо күрә һәм шуға күрә улар уға Раушания тип исем ҡуша, фарсы теленән тәржемә иткәндә «нурлы» тигәнде аңлата.
- Мин үҙем 4-5 йәштә үк тәбиғәтте, портреттарҙытөшөрҙөм, әммә һуңынан эшләй башлағас, быға ваҡыт етмәне. Раушанияның да 3-4 йәшенән һүрәт төшөрөүен күрҙем һәм ул һәләттәрен үҫтерә алһын өсөн 80-се йылдарҙа Ишембайға алып килдем. Ул балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөнө. Раушания үҙ уй-фекерҙәрен, хыялдарын картиналарында сағылдыра, - тип уртаҡлашты Раушания Бәҙретдинованың атаһы.
- Раушания ғәжәйеп бала булды, һәр ваҡыт күбәләктәр, ҡоштар, үләндәр, сәскәләр менән һоҡланып, уларҙы һүрәтләне, шулай уҡ тегенә, сигә. 14 йәшемдә үҙе Өфөгә уҡырға тип сығып китте. Мин дә һүрәт төшөрөргә яраттым, моғайын, беҙҙән уға һүрәт төшөрөүгә булған һөйөү күскәндер, - тип бүлешә рәссамдың әсәһе. - Тормош юлында уға бик күп ауырлыҡтар менән осрашырға тура килде, әммә улларҙың барыһын да еңеп сыҡты. Ул күп балалы әсәй. Ҡыҙым менән ғорурланам.
Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостандың көньяҡ рәссамдары ассоциацияһы рәйесе Рафаэль Ҡадиров билдәләүенсә, Раушания Бәҙретдинова үҙенең эштәрендә бөтә төҫтәр палитраһын ҡулланып тәрән фәлсәфәүи фекерҙәрҙе сағылдыра.
- Күргәҙмәлә төрлө эштәр ҡуйылған, рәссамдың үҙен эҙләүен күрергә мөмкин, ул тормоштан, уны уратып алған ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмай. Был эштәрҙе аңлар өсөн символизм, метафоралар тураһында белергә кәрәк, сөнки ул ябай телдә һөйләшмәй, был ниндәйҙер иллюстрация түгел, ул үҙе аша үткәреп, күҙ алдына килтерә. Раушания бик нескә күңелле кеше, һуңғы ваҡытта дауалау характерындағы оҫталыҡ дәрестәре үткәреү менән мауыға, үҙенең картиналары һәм фәлсәфәһе менән кешеләрҙең һаулығына йоғонто яһай, яҡшы сәнғәт дауалай тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Уның күргәҙмәһе Салауат ҡалаһында уҙыуы менән бәхетлеһегеҙ. Мин уны ижади йәһәттән уңыштары менән ҡотларға теләйем, сөнки ул һәр ваҡыт үҙен эҙләгән һәм тормоштан үҙ темаларын тапҡан кеше, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рафаэль Ҡадиров.
Күргәҙмә эштәре менән танышырға балалар художество мәктәбе уҡыусылары килгәйне. Раушания Бәҙретдинова уларға сәнғәткә һөйөүҙе юғалтмаҫҡа кәңәш итте. Бала сағында, һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнгән бөтә балалар кеүек үк, реалист булырға теләй.
- Беҙҙең өйҙә Шишкиндың «Өс айыу» һүрәте төшөрөлгән келәм эленеп торҙо, мин бер ни тиклем ваҡыт был рәссамдың фанаты инем. Һүрәт төшөрөргә өйрәнгәндә бик үк аңлашылмаған нимәләр килеп сыҡҡанда, атайым күңелемде төшөрмәҫ өсөн, был да бит нимәгәлер оҡшаш тип фантазиямды үҫтерҙе. Ата-әсәйемә рәхмәт. Мине һәр ваҡыт яраттылар,һәр ваҡыт ҡиммәтле буяуҙар бүләк иттеләр. Сәнғәткә һөйөүен миңә тапшырған уҡытыусыларыма рәхмәтлемен, - ти Раушания Бәҙретдинова.
Әммә башта уға стеналарҙы буярға, дизайнер булып эшләргә тура килә, тик аңлы йәшендә генә ул заказ буйынса, ижади күргәҙмәләр өсөн һүрәт төшөрә алыуын аңлай.
- Хыялдарығыҙға хыянат итмәгеҙ, уларҙы тормошҡа ашырырға ынтылығыҙ. Бергә уҡыған дуҫтар менән осрашҡанда, ҡасандыр ижади юлын дауам итмәгәндәренә үкенгәндәрен әйтәләр. Үҙ теләгең менән янырға кәрәк, - тип кәңәш бирҙе йәш таланттарға рәссам.
- Раушания Бәҙретдинованың картиналар күргәҙмәһенә эләгеүебеҙгә бик шатбыҙ, балаларыбыҙға бик ҡыҙыҡлы. Беҙ һүрәт төшөрөргә генә түгел, ижади яҡтан ҡарарға, кеше өсөн нимә мөһим икәнен белеп эш итергә өйрәнәбеҙ. Беҙ рәссамдың күңел кисерештәрен, уйҙарын, күңел йылыһын картиналар аша еткерергә теләүен күрҙек, - тине Балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Наталья Данилова.
Сара барышында ҡала Советы депутаты, «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалы координаторы Сергей Данилов хәрби яраланғандан һуң дауаланыусы Марат Хәсәновҡа «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» билдәһен тапшырҙы.
- Илебеҙ кешеләрендә Ватабыҙға булған һөйөү көслө, ауыр мәлдә улар берләшә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләй. Яугирҙарыбыҙ ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын намыҫ менән ҡабатлай, - тип билдәләне ул.