Тағы ла ҡыуандырғаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт киноһына артабан да ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов башҡорт киноһына ярҙам һәм башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса фильмдар төшөрөү мөмкинлеге тураһында һорағас, башлыҡ түбәндәгесә яуап ҡайтарҙы.
- Гранттар йыл һайын бүленер. Шәп фильмдар төшөрөлһә, артабан күҙ күрер. Төрлө кинолар бар: аҙ ғына аҡсаға төшөрөлгән киноны ҡарауы еңел, етдиерәктәре лә бар. «Һеңлекәш»те лә башҡорт киноһы тибеҙ, сағыу фильмдарыбыҙҙың береһе. «Өфөнән һөйөү менән», «Шағир көндәлеге» - былар барыһы ла бик ҡыҙыҡлы. Хәҙер башҡорт киноһы яңырыу кисерә, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Ысынлап та, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә үҙ идеяларын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә. Мөмкинлектән файҙаланып Салауат башҡорт дәүләт драма театрының маркетинг буйынса белгесе Альбина Ғәлиуллина "Салауат театры йылъяҙмаһы" тип аталған документаль проектты тормошҡа ашырыу өсөн грантҡа эйә була.
- Театрҙың юбилей йылында "Салауат театры йылъяҙмаһынан" тип аталған документаль проект эшләү идеяһы тыуҙы. Эште архив документтарын йыйыу, мәҙәни усаҡтың тарихы менән бәйле иҫке бойороҡтарҙы өйрәнеү, театрҙың элекке хеҙмәткәрҙәре тураһында гәзит яҙмаларын, ветерандарҙың хәтирәләрен өйрәнеү буйынса ентекле әҙерләнеүҙән башланым. Был документаль фильмдар циклы үткәнде бөгөнгө менән бәйләүсе күпер булып торһон тигән маҡсат ҡуйҙым. Проектты театрыбыҙҙың тарихын, уның үҫеше хаҡында киләсәк быуын белһен, йәштәр өсөн яҡшы хәтер булып ҡалһын өсөн башланым, - тип һөйләй Альбина.
Альбина Ғәлиуллина билдәләүенсә, үҙ көсөң менән эшләй алмаған ошондай идеяларыңды грант ярҙамында тормошҡа ашырырға мөмкин. Сөнки һинең уй-фекерҙәреңде һәм идеяларыңды тормошҡа ашырыусы бөтә состав - видеограф, монтажлаусы, тауыш операторы, актерҙарҙың эшен билдәләргә кәрәк. Әҙ генә булһа ла, рәхмәт йөҙөнән уларҙы ризалау зарур.
Әйткәндәй, Альбина Ғәлиуллина ошондай конкурстарҙа артабан да ҡатнашырға ниәт итә. Әлеге ваҡытта Альбина тағы ла бер ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле проект өҫтөндә яна.
Гөлиә Нуриманова.