газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Декабрь 2024, 13:42

Сәнғәтте үҫтереү, йолаларҙы һаҡлау һәм йәштәрҙе илһамландырыу

Республикала башҡорт мәҙәниәтенә: музыкаға, киноға, сәнғәткә, әҙәбиәткә һәм башҡа йүнәлештәргә ҙур иғтибар бүленә. Һуңғыларының береһе - яңы байрам - Ҡурай көнө булдырыу. Күптән түгел Башҡортостан Башлығы тура бәйләнеш барышында был уникаль инструментты популярлаштырыу өсөн дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сәнғәтте үҫтереү, йолаларҙы һаҡлау һәм йәштәрҙе илһамландырыу
Сәнғәтте үҫтереү, йолаларҙы һаҡлау һәм йәштәрҙе илһамландырыу

– Ҡурайҙа уйнау бик яҡшы, тимәк, шәхес гармониялы үҫешә. Улар республикабыҙҙың сәнғәт училищеларында уҡый ала, сәнғәт институтында ла бүлек бар, унда юғары белем алырға мөмкин. Ошо юлдарҙы үтергә, үҙеңә ышанырға кәрәк һәм шул саҡта барыһы ла тормошҡа ашыр. Ҡурайсылар ансамбле күптән кәрәк ине. Беҙ уны иртәнән кискә тиклем концерттар бирһен өсөн генә түгел, ә ҡурайҙы, сәнғәтте үҫтереүҙә, шул иҫәптән йәштәребеҙ өсөн төп йүнәлеш булып сығыш яһаһын өсөн ойошторҙоҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Беҙҙең ҡалала башҡорт мәҙәниәтен, музыкаһын, сәнғәтен һәм әҙәбиәтен үҫтергән һәләтле кешеләрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Улар иҫәбенә ҡурайсылар ҙа инә. Ҡаланың балалар музыка мәктәбен генә алһаҡ, унда Ҡурай программаһы буйынса балалар халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралында уйнарға өйрәнә. Уларҙы, балаларҙы һәм үҙ эшен яратҡан уҡытыусылар, Булат Булгаков Һәм Лилиә Сәмерханова уҡыта. Коллективтың ныҡышмалы эш һөҙөмтәһен тағы ла бер дәллилләп, күптән түгел ансамбль Бәхти Ғайсин менән Фәриҙә Ҡудашева ижадына арналған "Ике аҡҡош" тип аталған республика конкурсында беренсе урын яуланы. Был еңеү Салауатта ла ҡурайҙың киләсәге барлығын тағы бер тапҡыр иҫбатлай.

- Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеүҙә башҡорт халыҡ ижады менән танышыу патриотизм тәрбиәләүҙә ҙур мөмкинлектәр бирә. Программаның бер сараһы – бушлай уҡытыу ойоштороу. Балалар музыка мәктәбендә. «Ҡурай» программаһы буйынса 12 кеше уҡый. Мәктәптең «Юлдаш» ҡурайсылар ансамбле республика конкурстары лауреаты була, - тип һөйләй Салауат ҡалаһы ҡала округының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Алина Шәйәхмәтова.

Әйткәндәй, төбәк башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында уның ҡатыны Каринэ Хәбированың ҡурайҙа нисек уйнарға өйрәнеүе тураһында һоранылар. - Был минең өсөн бүләк булды, мин хайран ҡалдым! Баҡтиһәң, ул дәрестәр алған икән, ҡурайҙа тауыш сығарыу бик ауыр булды, ти. Мин уға бик рәхмәтлемен, – тип билдәләне Хәбиров.

Гөлиә НУРИМАНОВА. 

Автор:
Читайте нас: