- Рәмилә апай әлеге көндә Санкт-Петербургта йәшәй. Шулай ҙа ул республиканың театр тормошо менән ҡыҙыҡһына, театрҙарҙың ниндәй спектаклдәрҡуйыуын, артистарҙың башҡарған ролдәрен күҙәтеп бара. Йыл һайын йәштәрҙе һайлап, үҙ премияһына дәғүәләй.
Быйыл был бәхет беҙгә йылмайҙы. Уны “Йөрәк майым”ды ҡуйған көндө тапшырҙылар. Был спектаклдең беҙҙең ғаиләгә ҡағылышы ҙур, сөнки уны бергә эшләп сығарҙыҡ. Премияны алыу бик тулҡынландырғыс, көтөлмәгәнсә булды, әлбиттә. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп, үҙенең шәхси премияһына лайыҡ иткәнгә Рәмилә апайға рәхмәтебеҙ ҙур,- ти Ғәйнуллиндар.
Ғәйнуллиндар - тирә-яҡтағыларҙы үҙҙәренең ижады менән һоҡландырған талантлы актерҙар. Уларҙың үҙ эшенә булған тоғролоғо, һөнәренә ҡарата һөйөүе йәш актерҙар өсөн ысын өлгө булып тора. Был премия артистарҙың йәмғиәт алдындағы ҡаҙаныштары ғына түгел, ә артабанғы ижади үҫеш өсөн этәргес тә.
Фото театрҙан.