газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Декабрь 2024, 16:45

Ҡумыҙ сиртә инәйҙәр

Салауат инәйҙәрен ҡартлыҡ өйҙә тап итмәҫ тип әйтергә була. Улар бер тик ултырырға күнекмәгән. Үҙҙәре костюмдар тегә, ҡорама ҡорай, ҡул эштәре менән булыша, төрлө бәйгеләрҙә лә көс һынаша. Күптән түгел генә апайҙар «Ҡумыҙ» этно-фольклор төркөмөнә берләшеп, ҡумыҙ уйнарға ла өйрәнә башлаған.

Ҡумыҙ сиртә инәйҙәр
Ҡумыҙ сиртә инәйҙәр

Был төркөмдөң тарихы «Ағиҙел» мәҙәниәт-ял итеү үҙәгенең ҡумыҙ яратыусылар түңәрәгенә барып тоташа. Ә инде төркөм, уйламағанда ғына килеп сыға. 2022 йылдың ноябрендә апайҙар үҙебеҙҙең төркөм булһын тигән теләк менән янып китәләр. Һәм улар күп уйлап тормай «Ҡумыҙ» этно-фольклор ойошмаһын булдырып та ебәрә.
- Эшебеҙҙе алдан уҡ төплө итеп башларға тип ҡарар иттек. Баш ҡалабыҙ Өфөнән донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты саҡырып оҫталыҡ дәрестәре алдыҡ. Ул беҙҙе ҡумыҙ уйнау нескәлектәренә өйрәтте. Бынамын тигән ҡумыҙҙар ҙа ҡалдырып китте, - тип һөйләй төркөмдөң етәксеһе Гөлнара Сәйфетдинова.


Аҙаҡ улар ҡаланың 5-се китапхана мөдире Гөлнара Сәфәрова менән һөйләшеп,бергәләп бында йыйыла башлай.
Әлеге көндә төркөмгә ундан ашыу апай йөрөй. Улар - хаҡлы ялдағы төрлө һөнәр кешеләре. Төркөмдөң иң әүҙемдәре: иң беренсе килеүсе шат күңелле, мөләйем Ғәлиә Сәлихова, шағирә, оҫта ҡуллы Нәжибә апай Фәйзуллина, халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен, мөнәжәттәрен моңло башҡарыусы Рәмзиә апай Яҡупова, бейеүсе, төркөмгә дәрт өҫтәүсе Рәйсә апай Иҙрисова, оҫта шиғыр һөйләүсе Зәбирә апай Заһитова һәм төркөмдәге иң йәше, дәрт-дарманы ташып тороусы Лилиә Камалетдинова.


- Ҡумыҙҙа уйнарға күптән хыялланып йөрөй инем. Гөлнара һылыу саҡырғас, әхирәтем менән шатланып килеп еттек. Беҙгә ныҡ оҡшай. Йырҙар өйрәнеп, таҡмаҡтар сығарып, рәхәтләнеп ҡайтабыҙ, - тип һөйләй төркөмгә тәүге көндән йөрөүсе Рәйсә Иҙрисова.
- Беҙ бында түшелдеректәр ҙә эшләйбеҙ. Үҙебеҙсә күңел асып, бергәләп сәй эсеүҙән көс-ғәйрәт алып ҡайтабыҙ, - тип йылмая Рәмзиә Яҡупова.
Ысынлап та, инәйҙәр бында ҡумыҙ ғына уйнап ҡалмай, халҡыбыҙҙың төрлө таҡмаҡтарын, йырҙарын өйрәнә. Милли йолаларҙы тергеҙеп, «балаҫ һуғыу», «кис ултырыу» кеүек байрамдарҙы үткәрә.


- Беҙ күберәк халыҡ йолаларына, дәүләт даталарына тура килгән байрамдарҙы билдәләйбеҙ. Ул сараларҙы халыҡҡа яҡыныраҡ булыу теләге менән үҙенең үткәнен, тарихын белһен өсөн әҙерләйбеҙ. Бигерәк тә балалар беҙҙе күрһендәр, өйрәнһендәр, беҙҙең юлдан барһын тип ойошторабыҙ, - тип һөйләй Гөлнара Нәғим ҡыҙы.
Салауатыбыҙ, ысынлап та, рухлы, таланттарға бай икәнен тағы ла бер раҫлай был төркөм. Апайҙар китапхана һәм ҡала тормошонда ғына әүҙем ҡатнашып ҡалмай, улар күрше ҡалаларға ла йөрөй. Ә иң мөһиме төркөмгә йөрөүсе инәйҙәр бергә булыуҙан көс-ғәйрәт алып, күңелдәре илһамланып, рухланып ҡайта.
Башҡорт ҡумыҙын тергеҙеп, ҡалабыҙҙа уға йән өргән «Ҡумыҙ» этно-фольклор төркөмө апайҙарына «афарин» тиергә генә ҡала. Милли уйын ҡоралының быуындан-быуынға һуҙылған тарихы кеүек, төркөмдөң дә ғүмере оҙон булһын. Үҙҙәренең булмышы менән артабан да ҡаланың ҡотон, бәрәкәтен арттырһындар.
Гөлиә Нуриманова. Фото төркөм архивынан.  

Автор:
Читайте нас: