газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Декабрь 2024, 23:15

«Дәрүиш рухы» музыкаль фестивален йыл һайын ойошторорға тәҡдим ителде

Башҡортостанда «Дәрүиш рухы» музыкаль фестивален йыл һайын ойошторорға тигән тәҡдим индерелде. Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

«Дәрүиш рухы» музыкаль фестивален йыл һайын ойошторорға тәҡдим ителде
«Дәрүиш рухы» музыкаль фестивален йыл һайын ойошторорға тәҡдим ителде

— Бик матур сара! Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова уны йыл да үткәрергә тәҡдим итә. Майҙансыҡ та һәйбәт. Көрәш һарайында, спорт ярыштарынан тыш, ошондай мәҙәни саралар ойоштороу мөмкинлеге лә бар, — тине Радий Хәбиров. — Мин оло ҡәнәғәтлек алдым.

Радий Хәбиров фестивалдә «Рух» төркөмөнөң «Өлгөрмәнем» йыры күңеленә үтеп инеүен һәм хәҙер уны машинала тыңлауын һөйләне.

– Егеттәргә ошо йыр өсөн рәхмәт әйтегеҙ. Ул уйланырға ла мәжбүр итә, бик сифатлы ла, – тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-12-03/v-bashkirii-muzykalnyy-festival-dervish-ruhy-stanet-ezhegodnym-4036041

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас: