Салауат ҡалаһына кинотеатр ҡасан ҡайтарылыр? Әлеге ваҡытта кинотеатр эшләмәй һәм ҡала халҡына кино ҡарау өсөн башҡа ҡалаға йөрөргә тура килә. Был һорау, әлбиттә, күп салауаттарҙы борсой.
Радий Хәбиров ҡала хакимиәте башлығы Альберт Моталов менән тура бәйләнешкә сыҡты.
- Был хәл ителә торған мәсьәлә. Әгәр ҙә ҡалала ысынлап та киноға барыр урын юҡ икән, был һорауҙы тикшерегеҙ, мотлаҡ эшләргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров һәм миҫалға Миәкә районындағы хәлде килтерҙе, унда төбәк башлығы ҡушҡандан һуң бер ай эсендә оҡшаш проблема хәл ителә. – Салауаттың мөмкинлектәре менән быны хәл итергә кәрәк. Эшкә тотоноғоҙ. Беҙҙән бер аҙ ярҙам кәрәк булһа, әйҙәгеҙ, бергә уйлайыҡ. Бизнес шөғөлләнә ала. Минең йөкләмә итеп эшкә алығыҙ.
Һорауға яуап биргәндән һуң, Радий Хәбиров салауаттарға мөрәжәғәт итте, ҡала өсөн көнүҙәк булған мәктәп төҙөлөшө, Ленин исемендәге майҙанды төҙөкләндереү һорауҙары эштә һәм хәл ителәсәк.
- Иң мөһиме – барыһын да сифатлы һәм ваҡытында эшләгеҙ, - тине Радий Хәбиров.