Мәртәбәле саранан Салауат ҡалаһының «Самрау» халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә ситтә ҡалманы - улар ике турҙа максималь 200 балл йыйып, конкурстың финалына сыҡты.
- Гала-концертҡа сығарған биҙрә менән боронғо башҡорт бейеүен беренсе турға алып барғайныҡ. Бейеү шуныһы менән әһәмиәтле, уны башҡарыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙының асылын күрһәтергә тейеш. Уны финалға режиссерҙар үҙҙәре һайлап алғас, беҙҙең яҡшы килеп сыҡҡандыр, тип уйлайым. “Байыҡ”тың Гала-концерты - үтә юғары әҙерлек талап иткән сара.Шуға репетицияларҙа мөмкин тиклем йышыраҡ осрашырға тырыштыҡ. Гала-концертҡа беренсе турҙа булған состав барҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, ансамблебеҙ яңы бейеүселәр менән тулылана, әле улар эштең айышына төшөнә, төп составтың эҙенә баҫып килә, тиһәк тә хата булмаҫ. Шуға
алдағы конкурстарға күмәгерәк сығырбыҙ, тигән өмөттә ҡалам. Һәр сәхнәгә сығыу - үҙе бер асыш, һәм, әлбиттә, һәр саҡ тулҡынландыра. Әммә сәхнәгә йышыраҡ сыҡҡан һайын, тәүәккәллек арта ғына. Ҡыҙҙар хәҙер ҡыйыу, уларҙың сығышы һәм үҙҙәрен тотошо ла ышаныслыраҡ була бара, - тип һөйләй ансамблдең етәксеһе Эмиль Һөйәрғолов.
Сәхнәлә иғлан ителгән һөҙөмтәләргә беҙҙекеләр тәүҙә ышанмайыраҡ тора, ни тиһәң дә бындай мәртәбәле бәйгелә ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ансамблдәр араһында Гран-при яулау еңелдән бирелмәй.
- Был беҙҙең өсөн - оло бәхет, еңеүебеҙ ҡанаттарыбыҙҙы үҫтерҙе, тағы ла сәмләнеп, дәртләнеп ижад итергә көс өҫтәне. Тормош иптәшем Гөлназ менәникебеҙгә был “Байыҡ”тың өсөнсө ситеге. Уны алыу анһат эш түгел. Киләсәктә уларҙың һанын тағы ла күберәк итергә тырышырбыҙ, - ти Эмиль Шамил улы. - Жюри ағзаларынан маҡтау һүҙҙәрен күп ишеттек, тәҡдимдәрҙе лә тыңланыҡ. Үҫешеүегеҙ күҙгә күренеп тора, артабан да шулай дауам итегеҙ, тинеләр. Гала-концерт, һәр ваҡыттағыса, сағыу һәм күркәм үтте. Башҡорт мәҙәниәтенең төрлөлөгө, яңы ҡыҙыҡлы тамашалар, сағыу костюмдар - быларҙың барыһы ла һоҡландырҙы, рухты күтәрҙе. Бынан тыш, башҡа конкурстарҙа ла ҡатнашабыҙ. Әйтәйек, “Бейе һәм йырла, минең Рәсәй!” мәртәбәле бәйгелә лайыҡлы сығыш яһап, лауреат исеменә лайыҡ булдыҡ. - Киләсәккә пландарыбыҙ ҙур, яңы бейеүҙәр һала
башланыҡ. Ниндәй бейеүҙәрҙең сәхнәгә сығасағы әлегә сер булып ҡалһын, - тип һүҙен йомғаҡланы етәксе.
Фото “Самрау” халыҡ бейеүҙәре мәктәбенән.