Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь , 16:00

Йылы һүҙҙәр, көслө алҡыштар

“Беҙҙең театр” йәштәр театры ҡуйған Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримова килеп ҡараны һәм спектаклгә юғары баһа бирҙе.

Йылы һүҙҙәр, көслө алҡыштар
Йылы һүҙҙәр, көслө алҡыштар

60 йыл эсендә илебеҙҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы театрҙары сәхнәһендә 200-ҙән ашыу тапҡыр ҡуйылған “Ай тотолған төндә” пьесаһын һайлап алып, эшкә тотонор өсөн, һис шикһеҙ, ҡыйыулыҡ кәрәк. Ул ғына
ла түгел, ошондай тәрән мәғәнәле әҫәр тураһында һүҙ барғанда, үҙ эшең менән нимә әйтергә теләүеңде аныҡ ҡына аңламаһаң, был аҙымды яһап тороу ҙа кәрәкмәй. Әлеге ниәтте бер бөтөн итеп бойомға ашырасаҡ команданың булыуы ла мотлаҡ. “Беҙҙең театр” рус йәштәр театрының художество етәксеһе Рауил Хәкимов быға батырсылыҡ итеп, ошо пьесаны сәхнәгә сығара. Ә һуңынан тағы бер тәүәккәлләп, 22 ноябрҙә спектаклде ҡарарға Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримованы саҡыра.
- Башҡорт һәм рус телдәрен белгәнгә күрә сценарийҙы, Мостай Кәримдең пьесаһына һалынған фекерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн, мөмкин тиклем һүҙмә-һүҙ эшләргә тырышып, үҙем тәржемә иттем, - тип аңлата режиссер күҙлегенән Рауил Хәкимов. - Миңә композитор Урал Иҙелбаев ярҙам итте, спектаклдәге музыка иҫ киткес. Сценографияны Дмитрий Позолотин ҡуйҙы, әйткәндәй, ул массалы сәхнәләрҙә актер булараҡ та уйнай.
Бер нисә айлыҡ ныҡышмалы хеҙмәттең һөҙөмтәһе уңышлы тамамлана - ике премьера аншлаг менән үтә - ике көн “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге тамашасы менән тулы була. Бәхеткә, премьераға килеүселәрҙең “Беҙҙең
театр”ға булған ышанысы аҡлана, спектакль, һис шикһеҙ, салауаттарҙың һөйөүен яулай.
“Беҙҙең театр”ҙың спектаклдәренә тормошон ижад менән бәйләп, сәхнәгә тиҫтәләгән ролдәр сығарған оҫталар - атҡаҙанған артистар йәлеп ителә.

Ырыу башлығы Тәңкәбикәне Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Венера Хәсәнова уйнай. Уйнау ғына түгел, ул образы менән йәшәй.  Өлкән улы һуғыштан ҡайтырға тейешле отрядтың яҡынлашыуын нисек күҙәтеүен
күрһәгеҙ - бер нисә минут эсендә ул әллә күпме хис-тойғолар кисерә.
- “Ай тотолған төндә” трагедияһында уйнау - минең хыялым ине. Бының ҙур яуаплылыҡ икәнен яҡшы аңлайым. Репетициялар ваҡытында физик яҡтан арыным, әлбиттә, әммә шул уҡ ваҡытта күңелемдә ысын осош
булды, - тип уртаҡлаша Венера Хәсәнова.
Сәхнә оҫталары менән бер рәттән йәш актриса Валерия Степанова күп яҡлы Шәфәҡ образын тыуҙырҙы. Башта наҙлы һәм иркә ҡатын финалда йөрәк ҡушыуы буйынса эшләгән ирекле затҡа әүерелә.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Фазылов Дәрүиште уйнай. Актерлыҡ таланты менән изге юлсынан иблис образына әүерелә. Дәрүиш, яуызлыҡ кеүек, ҡоторта, язалай, үлемгә килтерә.
Рауил Хәкимов башҡарыуындағы Диуана роле - ырыуҙың намыҫы һәм ғорурлығы, беҙ тәүге минуттарҙан уҡ унан ояһынан үҙ балаларын этеп сығарған бөркөт-әсә тураһында дөрөҫ һүҙҙәр ишетәбеҙ. Ул
яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белә. Уның менән геройҙар битлектәрен сисеп, үҙҙәре булып ҡала.

Ғашиҡ йәрҙәр Аҡйегет менән Зөбәржәтте сәхнәгә яңы аяҡ баҫҡан, әммә һис шикһеҙ, талантлы актерҙар Азамат Әлмөхәмәтов менән Руфина Мортазина уйнай.
- Мостай Кәримдең трагедияһын мәктәптә үттек. Зөбәржәт роленә эйә булыу мине бейеклектәргә күтәрҙе - ти Руфина. - Мин бәхетле мөхәббәт фажиғәгә әйләнгән спектаклдә Ғәлиәбаныуҙы уйнағайным инде. Ошо тәжрибә миңә сәхнәлә Зөбәржәтте тыуҙырырға ярҙам итте. Ул - саф, аҡыллы ҡыҙ, уның өсөн мөхәббәт - тормошоноң мәғәнәһе. Беҙгә юл күрһәтеүсе, изге күңелле ветерандарға ярҙамдары өсөн бик рәхмәтлемен.
Йәш актриса бәхетле ҡыҙҙың сикһеҙ һөйөүен, рух көсөн һәм ҡыйыулығын тамашасыға күрһәтә алды.

"Трагедияны ҡуйыу - ауыр, Мостай Кәримде ҡуйыу тағы ла ауырыраҡ, ”Ай тотолған төндә”не ҡуйыу өсләтә Режиссер Рауил Хәкимов һәм “Беҙҙең театр”ҙың актерҙар труппаһы автор тарафынан пьесаға һалынған фекерҙәрҙе еткерә алдымы икән? Был һорауға яуапты барыһы ла Әлфиә Кәримованан көттө.

Алҡыштар тынып ҡалғас, ул сәхнәгә күтәрелде, залда тынлыҡ урынлашты, ә режиссерҙарҙың һәм актерҙарҙың йөрәге, әйтерһең, ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтап ҡалғандай тойолдо... 
Сәхнәләге актерҙар ҙа, тамашасылар ҙа уның фекерен көттө.
- Спектакль - бөгөн минең өсөн ҙур бүләк. Рауил Хәкимов Мостай Кәримдең тексына, идеяһына бик һаҡсыл ҡағылған, бөтә артистар ҙа бирелеп уйнаны, - тип ул рәхмәт әйтеп кенә ҡалманы, ә юғары баһа бирҙе. - Мине спектакль, сәхнәлә барған ваҡиғаларға битараф булмаған тамашасы ғәжәпләндерҙе. “Беҙҙең театр”ҙы ҡотлайым - һеҙҙең тамашасығыҙ, ысынлап та, бик шәп.

Әлфиә Мостай ҡыҙы театр труппаһының йәш ижади коллективы менән танышыу бәхете йылмайыуына шат булыуын белдерҙе:
- Форсаттан файҙаланып салауаттарға рәхмәт әйтәм - был ҡалала атайымдың ижадын хөрмәт итәләр. Салауат ҡалаһы атайым өсөн яҡын һәм тыуған ҡала булды, сөнки бында күпмелер ваҡыт уның әсәһе менән апаһы йәшәгән.
Ҡала хакимиәте башлығы Альбер Моталов та тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Мостай Кәримдең тыуыуының 105 йыллығында “Ай тотолған төндә” спектаклен ҡарау бәхете тейҙе һәм бөйөк классиктың ижадының бөгөн дә актуаль икәнлегенә инандыҡ. Уның һүҙҙәре, геройҙарының
яҙмыштары мәңгелек ҡиммәттәр тураһында уйланырға мәжбүр итеп, кешеләр күңелендә йәшәй килә. Ошо әҫәрҙе сәхнәгә  сығарыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Спектаклде бөйөк классиктың ҡыҙы менән бергә ҡарау икеләтә ҡыуаныслы булды. Әлфиә Мостай ҡыҙына ошо кистә беҙҙең менән бергә булғаны, “Беҙҙең театр”ға ышаныс белдергәне өсөн рәхмәт әйтәм.
Ул көндө тамашасы залында күп йылдар Тәңкәбикә ролен Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры сәхнәһендә уйнаған Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Зоя Киреева ла бар ине. Салауатҡа премьераға ул Ҡазандан килгән.
- Тағы бер яңы спектакль, яңы театр тыуҙы. Мин һеҙҙең артабан да үҫешеүегеҙҙе, сәскә атыуығыҙҙы теләйем. Әгәр театр репертуарында ошондай драматургия бар икән, тимәк, ул - ысын театр, - тине ул.
“Ай тотолған төндә” трагедияһының уңышлы башланыуы спектаклдең ғүмере оҙон булыуы тураһында һөйләй.

Эльвира ЛАУ фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: