Халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең күп әҫәрҙәре Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Һуңғыһын ғына алғанда, салауаттар "Ярлыҡау" менән республикала ғына түгел, унан ситтә лә күп фестивалдәрҙә ҡатнаша. Ҡатнашыуҙан тыш, спектакль танылыу һәм наградалар яулай.
Ошо көндәрҙә театрҙың ижади коллективы Мостай Кәримдең 105 йыллығын байрам итеү уңайынан тамашасыларын тағы бер спектакль менән ҡыуандырҙы. Труппа "Беҙҙең Мостай" (12+) шиғри спектаклен әҙерләгән. Был сәхнә әҫәренә режиссер бөйөк шағирҙың тормошон һәм ижад юлын сағылдырған шиғырҙар, поэмалар, спектаклдәрҙән өҙөктәр тупланған.
- Мостай Кәримдең ижады ваҡыт арауығына ҡарамай. Уның шиғриәте уникаль, унда фәлсәфә лә, тарих та, тормош та сағылыш таба. Бөйөк шағирҙың әҫәрҙәре менән танышҡан һайын уларҙың беҙҙең көндәргә тиклем ни тиклем актуаль булыуын аңлайһың. Был эшебеҙ менән бөйөк яҙыусының ижадын һөйөүселәргә ял, Мостай рухына тағы ла бер рәхмәт әйтеү өсөн еңел генә әҙәби спектакль эшләргә тырыштыҡ, - тип һөйләй спектаклдең режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
"Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым, Октябрҙән – тыуған айымдан", тигән һүҙҙәр менән башланған сәхнә әҫәре Мостай Кәримдең сабый сағынан башлап, һуңғы минуттарына тиклем ғүмер юлын бәйән итә. Сәхнәлә яңғыраған барлыҡ шиғырҙар, йырҙар, Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән күргәтелгән өҙөктәр, монологтар – барыһы ла бөйөк шәхесебеҙҙең тормош һәм ижад юлын сағылдыра.
- Миңә Мостай Кәримдең бөтә әҫәрҙәре лә оҡшай. Был спектаклде әҙерләү өсөн ваҡыт аҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уйлағандарыбыҙҙы күрһәтә алдыҡ. Минеңсә, башҡа милли авторҙар тураһында ла ошондай әҙәби спектаклдәр эшләү отошло булыр ине. Бындай форматта балаларға ла яҙыусыларыбыҙ һәм шағирҙарыбыҙ менән танышыу еңелерәк һәм нығыраҡ иҫтә ҡалалыр тип иҫәпләйем, - тип һөйләй Салауат дәүләт башҡорт драма театры актеры Артур Таджидинов.
- Мостай Кәримдең ижады күңелдәргә үтеп инә. Бындай спектакль булыуы тураһында белгәс, мин уны ҡалдыра алманым, шуға күрә 3 айлыҡ сабый менән булһа ла килдем. Ошондай эштәр менән бөйөк шағирҙың тормошо һәм ижады менән танышыу, үҙ республикаһының мәҙәниәтен, тарихын белеү һәм артабан балаларға тапшырыу өсөн кәрәк. Сөнки беҙ үҙебеҙгә һеңдергән нимәләр балаларыбыҙға ла һеңә, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша Әсилә Ниғмәтуллина.
Яҡтылыҡ, музыка һәм актерҙарҙың уйнауы – бында барыһы ла бергә тупланып, бер тамашасыны ла битараф ҡалдырмай. Спектаклде (12+) күреп өлгөрмөгәндәр өсөн ул ҡабаттан ноябрь айында күрһәтеләсәк.
Гөлиә Нуриманова.