“Ябай фото” тип аталған фотомәктәбтең беренсе дәрестәре һүрәттәрҙең барлыҡҡа килеү тарихын, камераны дөрөҫ көйләү һәм был өлкәләге төп терминдар менән таныштырҙан башланды.
Дәрескә килеүсе Василиса исемле ҡыҙ әйтеүенсә, хәҙер фотолар, уларҙы төшөрөү тормошобоҙҙоң байтаҡ өлөшөн биләй.
- Мин кешеләрҙе фотоға төшөрөргә яратам. Минең һүрәттәр хәтерҙә оҙаҡ ҡалыуын теләйем, - тип һөйләй ҡыҙ.
Ысынлап та, хәҙерге заман фотоһы бик күп стереотиптарҙы боҙа. Кадрҙар төрлө идеяларҙы, темаларҙы сағылдыра ала. Ҡалала фотоға төшөрөргә яратыусылар өсөн бындай шарттар булдырылғас, күберәк өйрәнергә һәм ижад итергә мөмкинлектәр арта.
Икенсе асылған түңәрәк балаларҙы мәктәпкә әҙерләүгә ҡағыла. Ул “Уҡы - яҙ” тип атала. Сара барышында балаларға белем иленә сәйәхәт ойошторолдо. Бәләкәстәр хәрефтәр, һүҙҙәр һәм һандар менән уйындар уйнай, берәр хәрефтәр йыя, аҙаҡ китап һүҙен төҙөй.
«Уйын формаһындағы төрлө биремдәр балаға өйрәнгәндәрен нығыраҡ иҫенә ҡалдырырға ярҙам итә. Икенсе яҡтан, уларға бындай форматта шөғөлләнеүе ҡыҙыҡ, тип билдәләй әсәйҙәрҙең береһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, китапханала күптән түгел ремонт тамамланды, яңы заманса локациялар асылды, компьютер, офис, интерактив, тауыш, яҡтылыҡ ҡорамалдары, еңел автомобиль автотренажеры, мультипликацион 3D-лаборатория, телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, ламинатор, брошюралаусы, китап сканеры һатып алынды.
Сөмбөл Шәйәхмәтова.
Фото мәҙәниәт бүлегенән.