Бүләкләү тантанаһы 24 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Милли музейының 160 йыллығына арналған “Башҡортостан Республикаһы музейҙары үҫеше стратегияһы” IX республика музейҙар форумында үтә. Унда төбәктең 107 музейы вәкиле ҡатнаша. Пленар өлөштә музейҙар үҫеше стратегияһы, фәнни-тикшереү эшенең төп йүнәлештәре, шулай уҡ “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ҡоролмаларҙы модернизациялау һорауҙары ҡарала. Форумдың икенсе өлөшө заманса музей мөхитендә күргәҙмә эшмәкәрлегенә бағышлана. Ҡатнашыусылар тәжрибәһе, белеме, ҡыҙыҡлы проекттары менән бүлешә.
Ҡор һуңында республика музей хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтә.
- Конкурста ҡатнашыу өсөн Салауат музейы һәм картиналар галереяһы (беҙҙең эш берҙәмлектә алып барыла) иң күп - ете заявка бирҙе,- тип билдәләй “Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Ольга Шалева. - Һөҙөмтә буйынса - беҙҙә ике еңеү. “Креатив музейсы” номинацияһында мин беренсе урын алдым, ә “Йыл экскурсоводы” номинацияһында картиналар галереяһы хеҙмәткәре Татьяна Сысоева иң яҡшыһы булды. Конкурста ҡатнашыусы бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең рәхмәт хаттары алыуы ла шатлыҡлы. Беҙ һәр ҡатнашыусы баһа алған берҙән-бер музей.
Башҡортостан Республикаһы Милли музейының рәхмәт хаттары музейҙың өлкән фәнни хеҙмәткәре Розалия Исмәғилеваға, экскурсовод Ангелина Ғайнуллинаға, фәнни хеҙмәткәр Валентина Докучаеваға, музей предметтарын һаҡлаусы Зөлфиә Трубкуловаға һәм картиналар галереяһының предметтарын һаҡлаусы Наталья Кутеповаға тапшырыла.
- Салауаттың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында 2018 йылдан эшләйем. Ҡалаға күсеп килгәс, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына башланым. Экскурсовод вазифаһынан башланым, фәнни хеҙмәткәр булдым, һуңынан - бүлек мөдире. Бөтә этаптарҙы ла үттем. Экскурсия эшмәкәрлеге әле лә ҡыҙыҡһындыра, сөнки балалар һәм ололар менән аралашыу мөмкинлеге бирә, мин осрашыуҙар, экскурсиялар, тантаналар алып барыуҙы дауам итәм. Музейҙа булғандан һуң һәр кемдең яңынан килеү теләге булһын өсөн ваҡиға уңайынан сараны ҡыҙыҡлы итеп әҙерләргә тырышам, - ти Ольга Шалева.
- Мин БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының тарихи факультетын тамамланым. Уҡыған ваҡытта музейҙа практика үттем, оҡшаны, шуға күрә үҙемдең киләсәгемде тап ошо йүнәлеш менән бәйләргә ҡарар иттем. Музейҙа 2021 йылдың декабренән эшләйем. Өлкән фәнни хеҙмәткәр булараҡ тикшеренеү эше алып барам, һөҙөмтәлә фәнни мәҡәләләр әҙерләнә, республика, бөтә Рәсәй конференцияларында ҡатнашам. Материалдар йыйыу көн һайын бара һәм бер йыл китеүе мөмкин. Минең музей эше, балалар проекттары, Салауат ҡалаһы тарихы тураһында мәҡәләләрем бар. Яңыраҡ конференцияға беҙҙең ҡаланың Советтар Союзы Геройҙары тураһында мәҡәлә ебәрҙем. Оҙаҡламай йыйынтыҡтың исем туйы булырға тейеш, - тип һөйләй Розалия Исмәғилева.
- Бында килгәнемде иҫләйем, бик матур ине. Мине ҡараусы итеп алдылар, кассир булдым, һуңынан яуаплы - музей предметтарын һаҡлаусы вазифаһына ҡуйҙылар. Ял көндәрендә лә эшләргә тура килә, әммә был мине ҡурҡытмай. Беләһегеҙме, бында эшләү оҡшай, күп нәмә беләһең, - тип бүлешә картиналар галереяһы предметтарын һаҡлаусы Наталья Кутепова.
- Музей эшендә дөйөм стажым - 1996 йылдан, ә Салауат музейында - 2009 йылдан. Сузей эшмәкәрлеге миңә бик оҡшай. Төрлө кешеләрҙән тарихи әһәмиәтле әйберҙәрҙе ҡабул итәм, уларҙы өйрәнәм. Форумда оҙаҡламай милли проект сиктәрендә яңырыу көтә, идеялар бар, бөтәһе лә әҙерләнә, - тип бүлешә музей предметтарын һаҡлаусы Зөлфиә Трубкулова.