Өс лауреат исемен Мәскәү, Белгород өлкәләре һәм Ханти-Манси автономлы округы ала, ә Новосибирск өлкәһенә «Китап һәм уҡыу территорияһы» статусы бирелә.
Башҡортостандың еңеүенә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһен ойоштороу һәм уҙғарыу ҙа булышлыҡ итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был еңеүҙе лайыҡлы тип билдәләй.
- Быйыл беҙ икенсе тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһен уҙғарҙыҡ. Унда 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был фестиваль - беҙҙең төбәктең мәҙәни брендтарының береһе, уны яраталар һәм китап уҡыусылар көтөп ала. Һәм был беҙҙең өсөн мөһим, сөнки төп маҡсаттарҙың береһе - балаларҙа уҡыуға һөйөү тәрбиәләү, китап - иң яҡшы уҡытыусы икәнен иҫкә төшөрөү, - тип яҙҙы төбәк етәксеһе «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге үҙенең сәхифәһендә.