газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Октябрь , 13:10

Йәмдән туҡылған донъяһы

Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған IV Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм дуҫ дәүләттәрҙән бер меңдән ашыу кешене йыя. Мәртәбәле сарала ҡатнашыусылар иҫәбендә - «Ҡатын-ҡыҙҙар йолаларҙы һаҡлау өсөн» Бөтә Рәсәй конкурсының «Ҡул эше - традицион ҡатын-ҡыҙ кәсептәрен һәм быуындар бәйләнешен һаҡлау» номинацияһында еңеүсеһе Татьяна Сысоева. Ул мауыҡтырғыс сәфәре һәм үҙенсәлекле уйынсығы - Маша исемле айыуҡайы хаҡында бүлеште.

Йәмдән туҡылған донъяһы
Йәмдән туҡылған донъяһы

- Һеҙ Владимир Путинды күрҙегеҙме?
- Эйе, сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре менән Рәсәй Президенты Владимир Путин мөрәжәғәт итте. Ә был ҙур форумдың инициаторы - Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерацияһы Советы рәйесе Валентина Матвиенко. Тәүге кисте беҙҙе Мариинск театрына, икенсе кисте Петропавловск ҡәлғәһе янындағы тантаналы банкетҡа саҡырҙылар. Бик ҙур концерт программаһы бүләк иттеләр, гүзәл заттарҙы данлап абруйлы шәхестәр сығыш яһаны.


- Һеҙ еңеп сыҡҡан конкурс тураһында һөйләгеҙ әле.
- Унда ҡатнашыу өсөн эшмәкәрлегеңде һүрәтләргә кәрәк ине. Мин үҙемә яҡын булған ҡул эше һәм ҡатын-ҡыҙ йолаларын һаҡлау, беҙҙең ғаиләлә гүзәл заттарҙың 100 йылдан ашыу ҡул эше менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләнем. Ҡарт өләсәйем һуҡыр булһа ла ойоҡбаштар, шарфтар, шапкалар, хатта свитерҙар бәйләгән. Бының өсөн махсус һарыҡтар һәм кәзәләр үҫтергәндәр. Ул үҙенең белгәндәрен өләсәйемә өйрәтә, ә ул - миңә. Мин дә шарфтар, свитерҙар бәйләй беләм, әммә минең күңелгә икенсе йүнәлеш яҡын, ул - уйынсыҡтар. Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумында минең менән бергә һәр ваҡыт үҙенсәлекле уйынсыҡ булды. Аңлайһығыҙмы, уйынсыҡтар һәйбәт хис-тойғолар уята, улар беҙҙе бала саҡҡа алып ҡайта. Тап шуны мин жюри белгестәренә презентацияланым.


- Нисә конкурсант ҡатнашты?
- Бөтә Рәсәйҙән бер меңдән ашыу ҡатнашыусы. Жюри беҙҙең ғаилә йолалары тураһында һөйләгәндәрҙе тыңлап ҡына ҡалманы, шулай «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәләргә лә баһа бирҙе. Был беҙҙең донъяға таратыусы идея менән тап килеүен аңлау өсөн кәрәк ине. Жюри ағзаларының тауыш биреүе һөҙөмтәләре буйынса мин «Ҡул эше - традицион ҡатын-ҡыҙ кәсептәрен һәм быуындар бәйләнешен һаҡлау» номинацияһында еңеү яуланым. Награданы алғас, миңә һүҙ бирҙеләр һәм мин нәҫелдән килгән уйынсыҡ тураһында һөйләнем.

- Әйҙәгеҙ гәзит уҡыусыларҙы ошо уйынсыҡ менән таныштырайыҡ.

- Ике йыл тирәһе элек быуындар-быуынға күсә барыусы һәм беҙҙең ғаиләнең тарихын һаҡлаусы уйынсыҡты яһау теләге тыуҙы. Шулай уйынсыҡ образы - айыуҡай (минең ҡыҙ фамилиям Медведева) барлыҡҡа килде. Мин уны Маша тип атаным.


- Уйынсыҡ нимәнән эшләнгән?
- Иҫләйем, өләсәйем башта йөндө теткеләй, йыуа, һуңынан ҡул орсоғо менән иләй торғайны. Мин эшләп ҡарағайным да, булдыра алмауымды аңланым. Ҡарт өләсәйем һәм өләсәйем йәшәгән Мәләүез районына юлландым. Унда 80 йәштәге туған инәйҙе таптым һәм һарыҡ йөнөнән еп иләп биреүен һораным. Үҙем айыуҙың образын күҙаллай башланым. Оҫта эшенә үҙ мәҙәниәтенең бер өлөшөн индерергә тейеш. Минең ҡыҙыл кокошнигым бар, айыу өсөн дә шуға оҡшаш наряд һайланым һәм был милли үҙенсәлектәремде сағылдырҙы. Уйынсаҡтың эсе лә ата-әсәйем, өләсәйҙәрем баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәнгә күрә киптерелгән сейә тостары менән тултырылды. Шуға күрә ул ярайһы уҡ ауыр ғына.
Минең ике улым бар, бәлки ҡыҙым булыр, һуңынан - ейәнсәрҙәрем. Уйынсыҡ ғаиләбеҙҙең иң ҡиммәтле әйбәренә әйләнер. Был тарихты мин сәхнәнән жюри ағзаларына һәм ҡунаҡтарға һөйләнем. Миңә аяғүрә баҫып алҡышланылар. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙҙәрендә йәштәр күренде. Был бала саҡтағы иҫтәлектәр менән бәйлелер. Ғаилә ҡиммәттәре - ул сиктәренән сыҡҡан олораҡ мәғәнәгә эйә булған әйбер тип иҫәпләйем, унан республиканың, илдең мәҙәни коды барлыҡҡа киләлер. Форумдан һуң мин үҙ эшмәкәрлегемә икенсе күҙлектән ҡарай башланым. Форумда беҙ таныштыҡ, аралаштыҡ, тәжрибә һәм белемдәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, туризмды үҫтереүгә, мәҙәни кодҡа бағышланған ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булды. Валентина Матвеенко әйтеүенсә, был башланғыс ҡына, тағы ла осрашыуҙар буласаҡ әле.


- Хыялдар тормошҡа ашамы?
- Ҡатын-ҡыҙҙар форумы юғары кимәлдә ойошторолғайны. Һәр ҡатнашыусы үҙенсәлекле, үҙ дәүләттәренең традицион костюмдарында ине. Был бик матур, масштаблы, сағыу булды.
Мин бәләкәй саҡтан батшалар һарайында булырға хыялландым, бигерәк тә Золушка тураһында йәнһүрәтте ҡарағанда. Минең йондоҙло сәғәтем һуҡты. Форум Санкт-Петербургтағы Таврида һарайында үтте. Унда әкиәттәге кеүек матур.


- Был сәфәр һеҙҙең эске донъяғыҙға ла тәьҫир иттеме?
- Мин башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға илһамландырғым, үҙҙәрен асыуға ярҙам иткем килә. Хәҙер күп кенә нимәләргә башҡасараҡ ҡарай башланым. Форум арҡаһында үҙемдең миссиям эштә икәнен аңланым. Мин нимәгәлер өйрәтә алам, әммә халыҡ художество кәсептәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә актив эшмәкәрлек алып барғым килә. Ошо йүнәлештә үҫешергә теләйем, беҙҙең йолаларҙы һаҡламайынса яҡты киләсәкте төҙөү ауыр буласаҡ.


- Һеҙгә комөш менән баҫып төшөрөлгән блокнот бүләк иттеләр. Унда иң тәүге яҙыуығыҙ нимә хаҡында булыр?
- Был китапта ғаилә йолаларын һаҡлау һәм уларҙы үҫтереү буйынса эшем менән бәйле иң сағыу ваҡиғалар яҙыласаҡ. Тәүге яҙыуымды ғаиләмә бағышлайым - был минең өсөн иң мөһиме. Әсәйем - тормошомдоң терәге. Мин унан һәр төрлө ярҙам һорай алам. Ул атайым менән бергә минең уңыштарыма сикһеҙ шатлана. Тормош иптәшем уйынсыҡтарҙы әҙерләгәндә ярҙам итә, ғәҙәттә, ағасҡа бәйле ауыр эштәрҙе үҙ өҫтөнә ала, ә балаларым минең эштәремде фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәр менән ярҙам итә.


Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: