Театрҙың заман менән бергә атлауы, яңы һулыш алып йәшәүе күп осраҡта уның баш режиссерынан тора. Репертуар яңыртылып, жанр төрлөлөгө булмаһа, тамашасыны ылыҡтырыу еңелдән булмаясаҡ. Салауат театрына был йәһәттән бәхет йылмайған, тип әйтһәк хата булмаҫ, ни өсөн тигәндә баш режиссер вазифаһындағы Лиана Ниғмәтуллина һәр саҡ эҙләнеү юлында, коллективты ла үҙе артынан әйҙәп, тәжрибә
уртаҡлашыу өсөн гастроль- фестивалдәргә алып сыға, театрға күренекле театр белгестәрен саҡыртып, актерҙарға төрлө оҫталыҡ дәрестәрен ойоштора. Ғөмүмән, уның театрҙың абруйын һаҡларға тырышыуы, тағы ла
яҡшыраҡ һөҙөмтәләр күрһәтергә ынтылыуы асыҡ сағыла. Уҙған ижад миҙгеленә бер аҙ байҡау яһау, алдағыһына пландар тураһында уның менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
- Лиана Кәбир ҡыҙы, 92-се ижад миҙгеле асыҡ. Уҙғаны нимәһе менән иҫтә ҡалды?
- Үтә әүҙем булды, тип әйтер инем. Уны нисек ҡыҙыу ритмда башлаһаҡ, йыл дауамында шулай дауам иттек. Миҙгел ябылғандан һуң да әле эш ҡыҙыу барҙы. Төрлө фестивалдәргә күп сыҡтыҡ, номинацияларҙа еңеүгә ирештек, приздар алдыҡ. Октябрь аҙағында Кудымкар ҡалаһына тағы бер сәфәр көтә. Унда “Ярлыҡау”ҙы алып барсаҡбыҙ.
- “Ярлыҡау“ премьера спектакле булһа ла, әллә күпме сит тамашасыға күрһәтеде, наградалар яуланы.
- Спектакль 2023 йылдың авгусында Мостай Кәримдең юбилейына ҡуйылғайны. Ул шунда уҡ киң боролош алды һәм был миҙгелдә лә шулай дауам итәсәк.
- Уҙған миҙгел тағы ниндәй сағыу ваҡиғаларға бай булды?
- Рафаэль Ғәйнуллин бәләкәй тамашасылар өсөн “Һуғышсы аждаһа тураһында легенда” Яңы йыл әкиәтен, ә һуңғараҡ “Маугли”ҙы ҡуйҙы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Нәркәс Йомағужинаның иҫтәлегенә хәтер кисәләре уҙҙы, халыҡ артистары Яҡуп Шәрипов менән Фәтих Ҡолһариндың юбилей кисәләре ойошторолдо. Миҙгелде Өфө режиссеры Илдар Вәлиев ҡуйған “Ҡоҙалар-ҡоҙасалар” спектакле япты.
- Алдараҡ гастролдәр тураһында һүҙ сыҡҡайны.
- “Ҙур гастролдәр” федераль проекты былтыр Салауат һәм Дағстандың Авар музыка-драма театры араһында дуҫлыҡ ептәрен һуҙҙы. Уларға беҙ башҡорт мәҙәниәтен, традицияларын күрһәтерҙәй өс спектакль алып барҙыҡ. Һуңынан улар ҙа беҙгә гастролдәр менән килде.
- Һеҙ улар менән дуҫлаштығыҙмы?
- Әлбиттә. Алмаш гастролдәр һөҙөмтәһендә Салауат театры директоры Айбулат Ҡотошов менән Авар театры директоры Магомед Алиев театрҙар араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
- Һеҙ яңыраҡ Ҡырымдан әйләнеп ҡайттығыҙ. Унда ниндәй маҡсат менән юлланғайнығыҙ?
- Мин Сергей Безруковтың “Киләсәк театрҙарҙың художество етәкселәре” академияһында ҡатнаштым. Уҡыу өс блоктан торҙо: уҡыуға старт июнь аҙағында Мәскәүҙә бирелгәйне, һуңынан беҙ онлайн форматта белем
алдыҡ, ә йомғаҡлау блогы Ҡырымда “Меганом” ижади индустриялар академияһы майҙансығында үтте. Беҙ нисек ижади коллектив менән идара итергә, репертуарҙы төҙөргә, власть органдары, бизнес һәм социаль
партнерҙар менән үҙ-ара килешеп эшләргә өйрәндек, театрҙарҙың үҫеш стратегияһын эшләнек.
- Теге йәки был спектаклде ҡуйыу идеяһы нисек тыуа?
- Йә ниндәйҙер датаға, йә булмаһа юбилейға арнайбыҙ, ә күп осраҡта, күңелгә нимә ятышлы, тамашасыға нимә еткерергә теләйһең, шунан да сығып эш итәһең.
- Һеҙҙе ижадҡа нимә этәрә? Режиссер һөнәрен һайлауығыҙға үкенмәнегеҙме?
- Юҡ, үкенмәйем. Мине кешеләр, тирә-яҡтағы донъя ижадҡа этәрә. Яҡшы спектакль ҡуйып, кешеләрҙең күңеленә үтәһең, улар ниндәйҙер фәһем ала икән, тимәк, тырышлығың бушҡа китмәгән. Минең һөнәрем донъяны яҡшыраҡ, матурыраҡ итеп эшләүгә ҡайтып ҡала. Быны һәр кем үҙ өлкәһендә шулай эшләй ала. Әгәр һәр кем үҙ һөнәренә шундай ҡарашта булһа, был ерҙә ожмах булыр ине. Киләсәккә яҡты өмөттәр менән бағам. Театрымдың, ҡаланың исеме яңғырауын теләйем. Халыҡ һаны, географик шарттар ҙа маҡсатҡа ирешеүгә кәртә була алмай. Әйтәйек, Татарстандың Быуа театры, халыҡ һанының 15 мең генә булыуына
ҡарамаҫтан, бөтә Рәсәйгә танылған. Салауат театры артистары ла үҙҙәрен иң яҡшы театрҙың көслө актерҙары итеп тойһон ине. Театрҙың киләсәге барлығына ышанам. Беҙҙең коллектив шуның өсөн тырышып, бөтә көсөн биреп эшләй ҙә инде.
Фото театрҙан.