газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Октябрь , 15:01

Ысын мөхәббәттең бөйөк көсө

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 92-се ижад миҙгелен Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Франциска” пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һөйөү көсө» спектакле менән асты. Премьераға пьеса авторы үҙе, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, шулай уҡ баш ҡаланан яҙыусылар, драматургтар һәм журналистар, күп мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне. 

Ысын мөхәббәттең бөйөк көсө
Ысын мөхәббәттең бөйөк көсө

Тамашасыларҙы театр коллективы яҡты сырай, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Бер урында милли биҙәүестәр күргәҙмәһе, икенсе ерҙә үткән быуаттың 20-се йылдарында барған ваҡиғаларын сағылдырған фотозона
ойошторолғайны. Пьесаның төп геройҙары - төрлө һынауҙарға дусар булған ике ғашиҡ йөрәк: Беренсе донъя һуғышында немецтарға әсирлеккә эләккән  башҡорт егете Сәйфетдин һәм уның һөйгәне, немец ҡыҙы Франциска. Егет ҡыҙға Башҡортостанда Германиялағы кеүек матур тормош көтмәүен аңлатырға тырышһа ла, мөхәббәттән  күҙҙәре томаланған Франциска быны ишетергә лә теләмәй. Ләкин аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән төбәктә йәшәй башлау менән ул хаталанғанын аңлай, ғазаптарға дусар була, тыуған яғын, атаһын һағына. Тормош ҡапма-ҡаршылыҡтары, менталитет төрлөлөгө, социаль тигеҙһеҙлек конфликттарҙы ҡуйырта. Тик ысын мөхәббәт кенә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Спектакль күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, илата ла, көлдөртә лә. Тамашала бөтә труппа йәлеп ителгән, тиерлек. Төп ролдәрҙә: Сәйфетдин - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин, Франциска - актриса Гөлкәй Хәсәнова, Сәйфетдиндең әсәһе Хәлимә - Башҡортостандың халыҡ артисы Нәүфилә Яҡупова.
- Пьеса ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға таянып яҙылды. Эш барышында төп геройҙарҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре менән аралаштым. Хатта Францисканың ҡыҙы менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. Әңгәмәләшкән ваҡытта ул ғүмер буйы әсәһенең тыуған яғына барыу хыялы менән яныуын әйтте. Сәхнәлә донъя күргән был әҫәрем өсөн Салауат театрына сикһеҙ рәхмәтлемен. Режиссер Зиннур Сөләймәновтың үҙ эшенә бөтә күңелен һалыуы асыҡ күренде, актерҙар үҙ ролдәрен сағыу башҡарҙы. Мин үҙем дә геройҙарым  өсөн, әҫәр яҙғандағы кеүек, ҡайтанан янып-көйөп ултырҙым. Режиссерҙың, бөтә труппаның оҫталығы менән ысын мөхәббәттең ниндәй көскә эйә булыуы иҫбат ителде, - тип уртаҡлашты пьеса авторы, драматург, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Премьераға төп геройҙарҙың ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре, туғандары килеүе айырыуса тулҡынландырғыс булды. Зал ҡунаҡтарҙы аяғүрә баҫып алҡышланы. Улар йыраҡ араларҙы яҡынайтып республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән, хатта Ҡаҙағстандан килеп еткәйне.
- Пьесала яҙылған тетрәндергес тарихтың сәхнәлә донъя күреүен оҙаҡ көттөк. Ниһайәт, хыялыбыҙ  тормошҡа ашты. Көлгән ерҙә көлдөк, илап та алдыҡ. Өләсәйле-олатайлы ваҡыттар йәнә күҙ алдынан уҙҙы, шул
тиклем тулҡынланып ҡарап ултырҙыҡ. Пьеса авторына, режиссерға, артистарға ҙур рәхмәт, - тине улар сәхнәгә  сығып телмәр тотҡанда.
Францисканың ейәнсәре Нажия Кәримова Салауатта йәшәй.
- Өләсәйемде яҡшы хәтерләйем. Бәләкәй буйлы ине, бик талапсан булды. Сәйфетдин олатай менән улар дүрт балаға: бер ҡыҙ һәм өс малайға ғүмер биргән. Мин - уртансы улдары Ғизетдиндең ҡыҙы. Өләсәйемдең яҙмышы ябайҙан булмай. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамайынса, ул Башҡортостан ерендә берегеп, башҡорт халҡының телен, динен, йолаларын ҡабул итеп, үҙ кешеһе булып китә. Был, ысынлап та, сихри һөйөү көсөлөр. Ул
яҡты донъяларҙан киткәндә миңә 8 йәш ине. Йөрәк өҙгөс тарихты сәхнәләштергәне өсөн Салауат театрына рәхмәтлебеҙ. Спектакль бер  тынала ҡаралды, актерҙар шәп уйнаны, - ти Нажия апай. 
Премьеранан һуң 92-се ижади миҙгел тантаналы асыҡ тип иғлан ителде. Тамашасылар актерҙарҙысәхнәнән ебәрмәй оҙаҡ алҡышлап торҙо.
- Тулы залдар - беҙҙең өсөн ҙур бүләк. Киләсәктә лә шулай булырына ышанабыҙ,  ә беҙ һеҙҙе яңынан- яңы спектаклдәребеҙ, тамашаларыбыҙ менән шатландырырбыҙ, - тине театр директоры Айбулат Ҡотошов
тамашсыларға рәхмәт әйтеп. Премьерала Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, ҡала хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты  үҫтереү буйынса урынбаҫары Урал Мәғизов, шулай уҡ баш
ҡаланан яҙыусылар һәм журналистар килгәйне.
- Ошо залда ултырыусы халыҡ - иң бәхетле халыҡ, сөнки Салауат ҡалаһында иҫ киткес шәп театр бар. Бөгөн улар беҙгә, һәр ваҡыттағыса, яҡшы спектакль күрһәтте. Труппаға ижади уңыштар теләйем, - тине
Айгиз Баймөхәмәтов.
Шулай уҡ яңы эшкә килгән йәш актриса Ҡәҙриә Ҡотләмбәтова менән дә таныштырып үттеләр, уны ихлас алҡышланылар. 
Премьеранан һуң тамашасылар тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Рәсимә Хәйретдинова менән Римма Чистякова - коллегалар, балалар баҡсаһында эшләйҙәр. Театрға йыш йөрөргә тырышалар.
- Спектакль илатты ла, көлдөрттө лә. Шул тиклем тәрән мәғәнәле, йөкмәткеле тамашаға шаһит булдыҡ. Телде, илде белмәгән Франциска  үҙенең көслө ҡатын икәнлеген иҫбатланы, ике йәш йөрәккә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ысын мөхәббәт ярҙам итә. Актерҙарға образдарға инеп уйнағаны өсөн рәхмәтлебеҙ,- тине улар.
Александр КАЗАКОВ фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: