Ҡалала Ирина Окружнованың беренсе шәхси күргәҙмәһе асылды.
“Легенданың тыуыуы” (6+) - был исем аҫтында картиналар галереяһындағы күргәҙмәнең бар идеяһы сағылыш тапҡан. Экспозицияның нигеҙен «Урал батыр» халыҡ эпосы мотивтары буйынса эштәр тәшкил итә.
- Хәҙер Башҡортостан милли традицияларҙы, мәҙәниәтте, үҙенсәлеген әүҙем тергеҙә. Халыҡ эпосы популярлаша. Мин был процесты икенсе яҡтан асырға теләнем: бары тәбиғәттең матурлығын төшөрөү генә түгел, ә мөғжизәле Башҡортостанды, халыҡтың йәнен күрһәтеү. Рәссам Вера Шаригина миңә «Урал батыр» эпосы менән эшләргә тәҡдим иткәс, был ауыҙ-тел ижады әҫәрен ғәжәпләнеп уҡыным, - тип һөйләй рәссам.
“Урал батыр” эпосы - башҡорт фольклорының иң ҙур әҫәрҙәренең береһе. Уны «Илиада», «Одиссея» һәм «Махабхарата» кеүек әҫәрҙәр менән бер рәттән ҡуялар. “Урал батыр” Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булып тора һәм ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән. Эпостың сюжеты боронғо мифологияға нигеҙләнгән. Ирина Окружнова тәүге бүлектәр менән эш башлай. Күргәҙмәлә Уралдың тәүге ата-бабаһы, яуызлыҡ менән идара итеүсе Шүлгән, ҡоштар батшаһы Самрау, уның ҡыҙҙары Һомай һәм Айһылыу менән танышырға була.
- Мин махсус рәүештә «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса башҡа рәссамдарҙың бер эшен дә ҡараманым. Сөнки уҡыу процесында геройҙарҙы үҙ фантазиямда тыуҙырып, уларҙы үҙем теләгәнсә ҡағыҙға төшөрөү ниәте бар ине. Бындай ҙур эш буштан ғына килеп тыуманы. Беҙ Вера Шаригина менән йәнһүрәттәр эшләргә өйрәндек һәм был картиналарымды махсус «Урал батыр» йәнһүрәте өсөн төшөрҙөм, - тип дауам итә
Ирина Окружнова.
Был картиналар йәнһүрәт өсөн нигеҙ булып тора. Уны булдырыу 2024 йылда граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашыусы һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыусы коммерцияға һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына беренсе конкурсында «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың еңеү яулауына бәйле мөмкин буласаҡ. 1,5 миллион һумлыҡ грантҡа балалар мультстудияһы ойоштороласаҡ.
- Хәҙер беҙ фильм төшөрөү өсөн ҡорамалдар, башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алабыҙ, уҡыуҙар үтәбеҙ. Минең һәм Вера Шаригинаның картиналары был эшкә нигеҙ итеп алына. Проект менән Рафаэль Ҡадиров етәкселек
итә. Беҙ йәнһүрәтте тулыһынсакартиналар ярҙамында төшөрмәйбеҙ, унда геройҙар интернет ярҙамында терелтеләсәк. Әлбиттә, сценарийға бөтә эпос инмәй. Был ҙур күләмле әҫәр, бик күп картиналар эшләргә кәрәк
булыр ине, - тип уртаҡлаша Ирина Окружнова.
Рәссам яңы йүнәлеш һәм эпос буйынса картиналар яҙыу техникаһы тураһында дәртләнеп һөйләй.
- Мин акварель техникаһында майлы рәсем төшөрөргә өйрәндем, һуңынан һынап ҡараным. Был техника менән эшләгәндә күп ҡатлылыҡ килеп сыҡмай, бигерәк тә кешеләрҙең йөҙҙәрендә, болоттарҙа, ҡоштарҙың ҡауырһындарында, артҡы пландағы томан эсендә улар күренмәй. Шуныһы менән ул мине рухландыра, - тип йылмая ул.
«Урал батыр» эпосы менән эшләй башлауын рәссам, ундағы әкиәт элементтары булыуы менән бәйләй. Был - Ирина Окружнованың яратҡан жанры. Уның 12 йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнгән оҫтаханаһы ла әкиәт иле кеүек икән.
- Рәссаммы, шағирмы йәки педагогмы үҙенең белгәндәрен башҡалар менән уртаҡлашырға, уларҙы өйрәтергә тейеш. Һәләттәрҙе йәшерергә ярамай. Минүҙемдең белгәндәремде балаларға биреүҙе бурысым тип һанайым. Улар менән бигерәк тә ижад итергә яратам. Улар уңышҡа өлгәшкәндә күҙҙәре янып, дәртләнеп китә, - тип йылмая рәссам.
Салауат картиналар галереяһында Ирина Окружнованың «Легенданың тыуыуы» күргәҙмәһе (6+) 16 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фонды төбәктә социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай.
«Беҙҙә грант ярҙамы системаһы яҡшы төҙөлгән. Һуңғы биш йылда граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға тиерлек ошондай ярҙам алды. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша” , - тип билдәләй төбәк башлығы Радий Хәбиров.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Ольга ИСАКОВА фотоһы.