Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Август , 10:24

Салауат театры йылъяҙмаһы биттәренән

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров гранты ярҙамында театрҙа төрлө проекттар бойомға ашырыла.

Салауат театры йылъяҙмаһы биттәренән
Салауат театры йылъяҙмаһы биттәренән

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров гранты ярҙамында театрҙа төрлө проекттар бойомға ашырыла.

Мәҙәниәткә иғтибар арта
Бөйөк рус яҙыусыһы Л. Н.Толстой әйтеүенсә, «үҙ мәҙәниәтен, тарихын, традицияларын һәм милли геройҙарын онотҡан ил юҡҡа сығыуға дусар ителә». Был фекер менән ризалашмау мөмкин түгел. Ата-бабаларын онотҡан, уларҙы һанға һуҡмаған кешеләр оҙаҡ йәшәй алмай, сөнки ололар тәжрибәһенә таянмайынса халыҡ үҫешмәй. Был урында мәҙәниәт мөһим урынды биләп тора, сөнки ул кешеләрҙе берләштереп, рухи аҙыҡ бирә.

Мәҙәниәт һәр ваҡыт йәмғиәт үҫешендә, традицияларҙы һаҡлауҙа,үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Мәҙәниәттең төп ҡиммәте - кешелек һәм бөтә ил тормошоноң иң ҡатмарлы осорҙарында әхлаҡи йүнәлеш биреү. Республика башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса Советтың беренсе ултырышындағы сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был фекерҙе әйткәйне. "Хәҙерге заманда тап мәҙәни һәм әхлаҡи ҡиммәттәр йәмғиәтебеҙҙең төп нигеҙе булып тора", - тигәйне төбәк етәксеһе.
Республика етәкселеге эҙмә-эҙлекле рәүештә Башҡортостанда мәҙәниәткә ярҙам күрһәтә һәм уны үҫтерә. Төбәк башлығы инициативаһы буйынса мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 6 майындағы 184-се ҡарарына ярашлы йыл һайын конкурс нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары тапшырыла. 2019 йылдан 2024 йылға тиклемге осорҙа ярҙамдың дөйөм суммаһы 21,6 миллион һум тәшкил итте. 2013 йылдан алып 10 мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре 150,0 мең һум  ала, 5 ижади коллективҡа 420,0 мең һум тапшырыла.

Гранттар музей эше, музыка сәнғәте, халыҡ ижады, кинематография, милли мәҙәниәт, театр сәнғәте, әҙәбиәт, китапхана эше, һынлы сәнғәт, художестволы белем биреү кеүек йүнәлештәргә бирелә. 

Мөмкинлектән файҙаланып
Беҙҙең ҡала театры ла был конкурста әүҙем ҡатнашып тора. Мәҫәлән, 2019 йылда актер Әмир Үтәбаев Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡарамағындағы «Арлекин» өлгөлө балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре менән Мостай Кәрим әҫәре буйынса спектакль ҡуйыуға грант ота. Ә 2023 йылда театрҙың маркетинг буйынса белгесе Альбина Ғәлиуллина "Салауат театры йылъяҙмаһы" тип аталған документаль
проектты тормошҡа ашырыу өсөн грантҡа эйә була. Билдәле булыуынса, Салауат башҡорт дәүләт драма театры республиканың иң боронғо һәм бай тарихлы театры. Альбина Ғәлиуллинаның проекты мәҙәниәт
усағының архив материалдарын, ҡыҙыҡлы факттарын, төрлө хәтирәләрҙе һәм хаттарҙы видеотаҫмаға төшөрөүгә ҡайтып ҡала. 
- Театрҙың юбилей йылында "Салауат театры йылъяҙмаһынан" тип аталған документаль проект эшләү идеяһы тыуҙы. Эште архив документтарын йыйыу, мәҙәни усаҡтың тарихы менән бәйле иҫке бойороҡтарҙы өйрәнеү, театрҙың элекке хеҙмәткәрҙәре тураһында гәзит яҙмаларын, ветерандарҙың хәтирәләрен өйрәнеү буйынса ентекле әҙерләнеүҙән башланым. Был документаль фильмдар циклы үткәнде бөгөнгө менән бәйләүсе күпер булып торһон тигән маҡсат ҡуйҙым. Проектты театрыбыҙҙың тарихын, уның үҫеше хаҡында киләсәк быуын белһен, йәштәр өсөн яҡшы хәтер булып ҡалһын өсөн башланым, - тип һөйләй уның авторы
Альбина Ғәлиуллина. Фильм бер нисә сериянан тора һәм һәр эш үҙенсәлекле, һәр сығарылыш энәһенән-ебенә тиклем уйланылған. Бөтә эштәр башынан аҙағына тиклем айырым бер тарихты һөйләй, башҡа
серияларҙан үҙенә генә хас үҙенсәлеге менән айырылып тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: фильм музыкаль яҡтан да уйланылып, тап килгән генә көйҙәр менән байытылып бирелгән.
- Театрҙың архив яҙмаларын барлағанда тамашасыларға, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләр өсөн таныш булмаған күп кенә яҙмаларға тап булдым. Шуға күрә был факттарҙы  фильмдар аша күрһәтергә, тигән
уй тыуҙы. Театрҙың барлыҡҡа килеү йылдары, уның күренекле шәхестәре,  актерҙарҙың, театр ветерандарының йылы хәтирәләре тураһында сериялар бар. Әммә Айгөл Королеваның атаһы тураһында видеомемуарҙы әҙерләү иң тулҡынландырғысы булғандыр. Хәлит Усманов беҙҙең театрҙың беренсе профессиональ режиссеры була. Миңә Айгөлдөң атаһы тураһында хәтирәләрен тыңлау, ул ваҡытта сәнғәт усағының нисек йәшәүен һәм үҫешеүен тыңлау үтә лә мауыҡтырғыс булды. Аҙаҡ һөйләгәндәргә видеорәттәр төшөрөү эше лә ҡыҙыҡлы үтте. Бүтән эштәр  менән сағыштырғанда, был серия, моғайын, иң күңелле һәм ихлас килеп сыҡҡандыр. Айгөл Хәлит ҡыҙы атаһын актер булараҡ асып, уның ролгә нисек яраҡлашыуы, инеп китеүе хаҡында ла һөйләне. Мәҫәлән, улар «Антигону» ны ҡуйғанда, Хәлит Муллабай улы һуҡыр ҡарт Терезия образы өсөн өйҙә
үк гримм яһай, күҙҙәрен саҡ-саҡ ҡына асыҡ, шулай килеш эшкә барырға була.  Тәүҙә ул өйҙә, һуңынан урамда үтеп барыусыларҙы ла ҡурҡыта. Кешеләр атайыма ныҡ аптырып, унан йырағыраҡ ҡасып китәләр ине, тип һөйләне ҡыҙы. Был - Айгөлдөң хәтерендә ҡалған иң сағыу иҫтәлектәр. Ә минең өсөн был  ҡыланыш түгел, ә үҙ эшенә,яратҡан һөнәренә һөйөү сағылышы, - тип иҫәпләй Альбина.

Альбина Ғәлиуллина билдәләүенсә, үҙ көсөң менән эшләй алмаған ошондай идеяларыңды грант ярҙамында тормошҡа ашырырға мөмкин. Сөнки һинең уй-фекерҙәреңде һәм идеяларыңды тормошҡа ашырыусы бөтә состав - видеограф, монтажлаусы, тауыш операторы, актерҙарҙың эшен билдәләргә кәрәк. Әҙ генә булһа ла, рәхмәт йөҙөнән уларҙы ризалау зарур.
Әйткәндәй, Альбина Ғәлиуллина ошондай конкурстарҙа артабан да ҡатнашырға ниәт итә. Әлеге ваҡытта Альбина тағы ла бер ҡыҙыҡлы һәм  кәрәкле проект өҫтөндә яна.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Фото Альбина Ғәлиуллинаның шәхси архивынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: