Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Август , 14:20

Яңы миҙгелде яңы спектакль менән

Йәйге ялдан сығыу менән Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы башкөлләй эшкә сумған. Мәҙәниәт усағынан хәбәр итеүҙәренсә, актерҙар балалар өсөн тамашалар ҡуя һәм өр-яңы спектакль әҙерләүгә тотонған.

Яңы миҙгелде яңы спектакль менән
Яңы миҙгелде яңы спектакль менән

Ошо көндәрҙә Салауат театры ең һыҙғанып яңы спектакль өҫтөндә эш башлаған. Был юлы ижади төркөм Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Һөйөү көсө" әҫәрен һайлаған.
Спектаклдең сюжет линияһында ике йәш йөрәктең мөхәббәт тарихы ята. Ҡыҙ менән егет икеһе ике илдән, уларҙың йәшәү кимәле, йолалалары төрлө, тормошҡа ҡараштары ла айырылып тора. Әҫәр һөйгән башҡорт егете өсөн алыҫ Германиянан күсеп килгән Франциска исемле немец ҡыҙының ауыр һынауҙар уҙыуы тураһында.
Бай атаһының һөйөүе менән иркәләнеп кенә үҫкән наҙлы ҡыҙҙы башҡорт ерендә ҡот осҡос аслыҡ, ярлылыҡ һәм аяуһыҙ Граждандар һуғышы ҡаршылай. Ошондай һынауҙар аша ул һөйөүен, ире Сәйфетдингә ҡарата наҙлы хистәрен һаҡлап ҡала алырмы? Ҡәйнәһе менән уртаҡ тел табырмы? Әллә инде төшөнкөлөккә бирелеп, бәхет һәм мөхәббәттән арынып тыуған иленә ҡайтып китерме? Спектакль ошондай мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған.
Тамаша "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте"проекты сиктәрендә әҙерләнә. Спектаклдең режиссеры Зиннур Сөләймәнов, рәссамы - Рөстәм Баймөхәмәтов һәм композиторы - Рәмис Хәкимов.
Спектаклдең премьераһы (12+) 3,4 октябргә, йәғни Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 92-се театр миҙгелен асыу тантанаһына тәғәйенләнгән.
Гөлиә Нуриманова.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: