газета "Салауат"
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июнь , 17:25

Булғадир ҙа булған, һай, Салауат...

14 июнь көнө милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың рухы милләттәштәребеҙҙе тағы ла бергә йыйҙы. Батырҙар аллеяһында ремонт эштәре барыу сәбәпле, быйылғы байрам Ленин урамында урынлашҡан иҫтәлекле таш янында ойошторолдо.

Булғадир ҙа булған, һай, Салауат...
Булғадир ҙа булған, һай, Салауат...

Ошо көндәрҙә бөтә республика башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың 270 йыллығын билдәләй. Һеҙҙе бында, Салауат исемен йөрөткән күп милләтле ҡалабыҙ өсөн иҫтәлекле урында сәләмләүемә шатмын. Йыл һайын июнь уртаһында милли геройҙың тыуған көнө уңайынан тантаналы саралар үткәрәбеҙ, сөнки был шәхестең Башҡортостан тарихындағы ролен баһалап бөткөһөҙ, республикабыҙҙа ул ысын патриотизм символы булып тора. Һәм беҙҙең бурыс-киләсәк быуындар өсөн Салауат Юлаевтың исемен һаҡлап ҡалыу, - тип мөрәжәғәт итте хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау.
Ысынлап та, байрамға бәләкәс кенә 50-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, 25-се гимназия уҡыусылары ла йәлеп ителеүе оло тәрбиәүи көскә эйә булып торҙо. Сөнки тыуған илгә, уның батырҙарына һөйөү кесе йәштән башлана. Ошонда уҡ ҡалабыҙ етәкселеген, Салауат башҡорттары ҡоролтайы, «Аҡбуҙат», «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмалары, ата-әсәләр комиссияһы ағзаларын, ғөмүмән, тарихыбыҙға һәм милләттең киләсәгенә битараф булмаған салауаттарҙы бергә күреү матур күренеш булды.
- Салауат Юлаев беҙҙең герой, ул беҙҙең батыр! Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә ғорурланып, беҙ салауаттар, тип әйтәбеҙ. Ҡалабыҙ милли геройыбыҙ исемен йөрөтөүенә сикһеҙ шатбыҙ. Һәм уның үҫешенә бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, - тигән һүҙҙәр сәләмләне урындағы ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров.
Байрам булғас, ялҡынлы телмәрҙәр, йөрәктәргә үтеп инерлек шиғырҙар һәм дәртле йыр-моңдар сара дауамында яңғырап торҙо.Йыйылыусылар иҫтәлекле ташҡа сәскәләр һалып, Салауат Юлаевты хөрмәтләп иҫкә алды. Башҡаса булырға мөмкин дә түгел. Сөнки уҙған быуаттарҙа уның батырлығы тураһында һөйләргә, исемен ҡушырға тыйылһа ла - милли батырыбыҙ халҡы күңелендә.
Гөлиә Нуриманова.
Фото Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы комитетынан.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: