Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июнь , 11:09

Каникулда - әкиәткә

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 91-се ижади миҙгеле тамамланһа ла, театр ишеге тамашасылар өсөн ябылмай. Июнь дауамында театр коллективы балалар өсөн мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы спектаклдәр ҡуя, хатта премьералар ҙа сығара. Күптән түгел инглиз яҙыусыһы Р. Киплингтың “Джунглиҙар китабы” мотивтары буйынса “Маугли. Джунгли китабы” әкиәтенең премьераһы уҙҙы.

Каникулда - әкиәткә
Каникулда - әкиәткә

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 91-се ижади миҙгеле тамамланһа ла, театр ишеге тамашасылар өсөн ябылмай. Июнь дауамында театр коллективы балалар өсөн мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы спектаклдәр ҡуя, хатта премьералар ҙа сығара. Күптән түгел инглиз яҙыусыһы Р. Киплингтың “Джунглиҙар китабы” мотивтары буйынса “Маугли. Джунгли китабы” әкиәтенең премьераһы уҙҙы.

Инсценировка авторы, режиссеры, музыкаль яҡтан биҙәүсеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин, рәссамы - Юлиә Сиражитдинова, хореографы - Александр Родионов.
Бәләкәй малай Джунглиға эләгә, уны әсә-бүре Ракша үҙ итә, Маугли тип исем биреп, үҙ тәрбиәһенә ала, баланы үҙенең ҡорбаны тип иҫәпләгән Шер-Хан кеүек януарҙарҙан һаҡлай. Мауглиҙы башҡа йәнлектәр үҙ итә-итеүен, тик улар өйөр, джунгли ҡанундары буйынса йәшәй һәм совет ҡына Мауглиҙың хайуандар араһында йәшәйәсәкме, әллә Шер-ханға ҡорбан буламы икәнен хәл итә ала.
- Етәкселек тарафынан Балаларҙы яҡлау көнөнә яңы спектакль ҡуйырға тигән бурыс ҡуйылды. Бер нисә вариант араһынан тап ошо әҫәр ҡыҙыҡлыраҡ тойолдо. Бөтә команданың тырышлығы менән мауыҡтырғыс әкиәт килеп сыҡты. Балаларҙың тәьҫораттарына ҡарағанда, спектакль йәш тамашасыларҙың күңеленә  хуш килгәндер, тип уйлайым, - тип әкиәттең ҡуйылыу тарихы менән таныштыра Рафаэль Ғәйнуллин.
Сағыу декорация, үҙенсәлекле костюмдар, ғәжәйеп грим, музыка - быларҙың барыһы ла үҙеңде ысын джунглиҙағы һымаҡ хис итергә мәжбүр итә.
- Спектакль пландан тыш булғанға, бөтә нимә театр иҫәбенә алынды. Элек уйналған спектаклдәрҙең декорациялары, йә уларҙың элементтары ла ярап ҡалды. Костюмдарҙы тектек, аяҡ кейемдәренең яңыһын һатып
алып, буяныҡ. Юлбарыҫ тиреһен дә үҙебеҙ эшләнек. Был ғәҙәти булмаған спектакль  өҫтөндә эшләү үтә ҡыҙыҡлы булды. Беҙҙең креатив режиссерыбыҙ Рафаэль Ғәйнуллин хайуандарҙың костюмын тегергә кәрәк
булыуын әйтте, тик шарт буйынса, уларҙың ҡойроғо ла, ҡолаҡтары ла булмаһын, шул уҡ ваҡытта кемдең ниндәй хайуан икәнлеге аңлашылып торорға тейеш. Бөтә фантазияны егергә тура килде. Һөҙөмтәлә,
ылыҡтырырлыҡ спектакль килеп сыҡты. Был йәһәттән тегеү, рәссамдар цехын, яҡтыртыусыларҙы, ғөмүмән, бөтә сәхнә хеҙмәткәрҙәрен айырым билдәләп үтер инем. Улар бөтә көсөн һалып эшләне. Салауат
театры эксперименттарҙан ҡурҡмай, һәр ваҡыт эҙләнеү юлында. Яңы эш формаларын табырға этәргән беҙҙең үҙ тамашасыларыбыҙ бар, - тип һөйләй Юлиә Сиражитдинова.

Төп герой Мауглиҙы уйнаған Урал Йосопов өсөн был спектакль дебют булған. Ул хеҙмәт эшмәкәрлеген беҙҙең театрҙа былтыр көҙөн башлаған. 
- Сәхнәгә тәүге аҙымдарымды тап ошо театрҙа башлағаныма шатмын. Бында йылы мөхит тантана итә. Коллектив берҙәм, татыу, күптәр һиңә үҙеңә ҡарағанда ла нығыраҡ ышана. Тәүге ролем Яңы йыл әкиәтендә булды. Бына хәҙер миндә - төп роль. Ошондай мөмкинлек биргәне өсөн талантлы режиссер Рафаэль Фердинант улына ҙур рәхмәтемде белдерәм, уны остазым тип иҫәпләйем. Спектаклдән һуң ул миңә: “Финалды һин тамамлай
алдың” тип әйтте. Эш һөҙөмтәһе ошолор, моғайын, - тип уртаҡлаша йәш актер.
Ул көндө театрҙа мәктәп лагерҙарына йөрөгән уҡыусылар ҙә, балалар баҡсаларынан кескәйҙәр ҙә бар ине. 
- Бөгөнгө тамаша бик оҡшаны. Был сағыу, заманса спектакль йәмғиәткә яраҡлаша, тирә-йүндәгеләр менән уртаҡ тел таба белергә өйрәтә, - ти 2-се гимназиялағы мәктәп лагерының 6-сы отрядына йөрөүсе Софья
Шишкина.
- Беҙҙең театр артистарының һәр спектакле ҡыҙыҡлы, ҡабатланмаҫ. Бында килеп рәхәтләнеп ял итеп ҡайтаһың. Бөгөн 5-7 йәшлек балаларҙы алып килдек. Улар әкиәтте иғтибар менән ҡараны, ихласлап алҡышланы. Артистарыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ, - ти 58-се балалар баҡсаһы тәрбиәсе Татьяна Абросимова.
- Әкиәт бик оҡшаны. Мауглиҙың Ҡыҙыл сәскә ярҙамында Шер-ханды еңеүенә шатландым. Юғиһә, уны ашап ҡуйыу хәүефе бар ине бит. Маугли көслө булып сыҡты, - тип бүлешә тәьҫораттары менән биш йәшлек Роберт
Тимербаев.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: