газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Июнь , 10:03

«Сағылыш»та сағыу сығыштар

Майҙа баш ҡалала уҙған “Китап байрамы” II Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Сағылыш» эстрада-театр сәнғәте жанрҙары буйынса төбәк-ара фестиваль-конкурстың финалы уҙҙы. Еңеүселәр иҫәбендә Салауаттан “Аҡ ҡарға” театр студияһының йәш таланттары ла бар. 

«Сағылыш»та сағыу сығыштар
«Сағылыш»та сағыу сығыштар

Майҙа баш ҡалала уҙған “Китап байрамы” II Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Сағылыш» эстрада-театр сәнғәте жанрҙары буйынса төбәк-ара фестиваль-конкурстың финалы уҙҙы. Еңеүселәр иҫәбендә Салауаттан “Аҡ ҡарға” театр студияһының йәш таланттары ла бар. 

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 2023 йылда был конкурста Салауат ҡалаһының данын яҡлап “Катарсис” инклюзив театр студияһы сығыш яһап, беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булғайны.
Студия Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы нигеҙендә эшләй. Етәксеһе - Наталья Корепанова.
- Был студия элек тә булған, әлеге состав былтыр сентябрҙә тупланды. Студияла ҡаланың төрлө  мәктәптәренән малай-ҡыҙҙар шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта беҙҙең төркөмгә 7 йәштән 13 йәшкә тиклемге балалар йөрөй, - ти етәксе.
Остаздары менән бергә тәрбиәләнеүселәр конкурсҡа ике номер әҙерләй. Тәүге этап ситтән тороп уҙа. Тырышлыҡ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, был студия финалистар исемлегенә инә - Салауат йондоҙсоҡтарының талантын жюри ағзалары юғары баһалай.
- Балаларға асыҡ майҙансыҡта сығыш яһау ҡыҙыҡ булды, шул уҡ ваҡытта быға өйрәнелмәгән дә. Бөтә ерҙә кешеләр йөрөй, башҡа майҙансыҡтарҙан музыка, һөйләшеүҙәр, тауыштар ишетелә. Сәхнә бик бәләкәй булғанлыҡтан, беҙ асфальтта сығыш яһарға ҡарар иттек. Алғараҡ үтә башлаһаң, жюри ҡул һуҙымындай арала ғына ҡала, ҡатнашыусыларға һүҙҙәрҙе уларҙың күҙенә ҡарап әйтергә тура килде.
Сәхнә артының булмауы ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы, йәшенерлек урын юҡ, ә беҙҙең номерҙарҙа тап ошо талап ителә ине. Шулай ҙа шарттарға тиҙ яраҡлашырға тура килде һәм беҙҙең барыһы ла уңышлы килеп сыҡты, - ти
Наталья Корепанова.
- Балалар менән йәрминкәнең бөтә майҙансыҡтарында булдыҡ. Фотозоналар һәм оҫталыҡ дәрестәре күп ине. Бер ерҙә шиғыр уҡыйҙар, ҡайҙалыр спектаклдәр бара,  ҡайһыларылыр шиғыр һөйләү конкурсында уҙыша, төп сәхнәлә музыканттар сығыш яһай. Ҡыҫҡаһы, программа бай ине. Һәр кем күңеленә хуш килерҙәй китаптар һатып алды, беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ, - ти етәксе. 

Фото театр студияһынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: