Иң башта салауаттар 1 апрелдә премьераһы булған «Ҡоҙалар-ҡоҙасалар» спектаклен ҡараны. Шаяртыуҙарға, йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә ҡоролған спектакль барыһын да әсир итте, тик йылы һәм ихлас тойғолар уятты.
Спектакль тамамланғандан һуң, йола буйынса, ижади миҙгелдә бер нисә спектаклде театр сәхнәһенә сығарған, гастролдәргә һәм фестивалдәргә йөрөп уңыштарға ҡаҙанған театрҙың бөтә актерҙар составы сәхнә түренән урын алды.
- Был миҙгел ыңғай ваҡиғаларға бай, актив булды, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды тантананы асып театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина. - Беҙ миҙгелде фестивалдәрҙән башланыҡ, ике фестивалдән өс награда алып ҡайттыҡ: «Иң яҡшы ират роле» номинациялары һәм «Иң яҡшы спектакль». Афарин беҙҙең артистарға!
Уҙған миҙгелдә Салауат театрында «Ярлыҡау», « Ҡ о ҙ а л а р - ҡ о ҙ а с а л а р » , «Метранпаж мажаралары», «Һуғышсы Аждаһа тураһында легенда» спектаклдаре, үҫмерҙәр өсөн «Атыу. Буран» тамашаһы ҡуйыла.
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Нәркәс Йомағужинаның хәтер кисәләре уҙҙы. Башҡортостандың халыҡ артистары Яҡуп Шәрипов, Фәтих Ҡолһариндың юбилей кисәләре ойошторолдо, - тип бүлеште Лиана Ниғмәтуллина. - Быйылғы миҙгелдә театр актерҙары атҡаҙанған һәм халыҡ артистары тигән маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булды. Салауат драма театры төрлө ҡала һәм республика сараларыда актив ҡатнашты. Яңыраҡ ҡына «Туғанлыҡ» фестиваленән ҡайттыҡ, алда беҙҙе кесе ҡалалар театрҙары фестивале көтә. Был бай театр тормошонда ҡайнап йәшәргә беҙгә һеҙ, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ, көс бирәһегеҙ, рәхмәт һеҙгә!
Сәхнә түренә спектаклдәрҙе ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар: мәғариф идаралығы, Салауат музыка, белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледждары, 8-се лицей, 1-се гимназия, 2-се кадет, 25-се башҡорт гимназияһы, «Салауатбыяла», ҡала ветерандар советы вәкилдәре саҡырылды һәм уларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Театр тормошон, ижадын даими сағылдырып барған «Салауат», «Выбор» гәзиттәре, «Салауат» телекомпанияһы исеменә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә театр тамашалары тураһында даими үҙ фекерҙәрен, теләктәрен яҙып ҡалдырыусы Земфира Нәбиуллина, Рәйлә Күсмәева, Ғәлиә Кәлимуллина рәхмәт хаттары менән билдәләп үтелде.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры ижади миҙгелен япҡан көндө Өфөлә «Туғанлыҡ» VIII халыҡ-ара милли театрҙар фестивале үҙ эшен тамамланы һәм йомғаҡтар яһалды. Лиана Ниғмәтуллина кисә барышында коллективҡа һәм тамашасыларға шатлыҡлы яңылыҡтар менән бүлеште.
Салауат башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған «Ярлыҡау» спектакле менән фестивалдең «Милли классиканы заманса хәл итеү» номинацияһында еңеү яулай.
«Ярлыҡау» спектаклендә Буренкин образының тәрән психологизмы өсөн номинацияла «Фестивалдең махсус призы» Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Яҡуп Шәриповҡа бирелә.
Салауат театры тәүгеләрҙән булып «Йылдың иң яҡшы актеры» премияһын тапшыра башлай, уның ойоштороусыһы булып 31 йыл Салауат Исхаҡов тора.
Шулай итеп, 91-се театр миҙгеленең «Иң яҡшы актрисаһы» исеменә Нәфисә Мәжитова лайыҡ булды.
- Миҙгел тамамланыу менән беҙ һеҙҙең менән хушлашмайбыҙ, июндә балалар өсөн тамашалар ҡуйыласаҡ. Һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы спектаклдәрҙе лә әҙерләй башлаясаҡбыҙ, - тип вәғәҙәләне Лиана Ниғмәтуллина.
- Бөгөн сағыу, матур ваҡиғаға шаһит булдыҡ. Спектакль бик ҡыҙыҡлы, актерҙар ролдәрен
юғары кимәлдә уйнай. Тормош хәлен күңелебеҙҙән үткәрҙек, шулай ҙа ул трагизм менән түгел, ә юмор аша еткерелә. Беҙ, уҡытыусылар, театрға йыш йөрөргә тырышабыҙ, эш мәшәҡәттәренән ял итәбеҙ.Пушкин картаһы буйынса өлкән кластарҙың барыһын да йөрөттөк театрға, - ти 2-се кадет мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Иванова.
- Мин театрға мөмкин тиклем күберәк кеше йөрөүен теләйем, шуға күрә лә социаль селтәр аша яҙып, һөйләп торам. Үҙем Лиана Ниғмәтуллина һәм башҡа режиссерҙар ҡуйған спектаклдәрҙе яратам. Театр коллективына артабан да шулай спектаклдәре менән ҡыуандырып тороуҙарын, рәхмәтле тамашасылар теләйем, - ти Земфира Нәбиуллина.
Александр КАЗАКОВ фотолары.