Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май , 08:57

Бейеүҙәрҙә - халыҡ тарихы һәм яҙмышы

Башҡорт бейеүендә халҡыбыҙҙың рухы, холҡо, бар булмышы сағылғанғалыр ҙа инде башҡорт бейеүе күптәрҙә һоҡланыу уята. Һәр кемдең йөрәгендә дәрт осҡоно яндыра алған ғәжәйеп һәм сихри бейеүҙәрҙе сәхнәгә сығарыу үҙе бер оло эш, ҡатмарлы хеҙмәт.

Бейеүҙәрҙә - халыҡ тарихы һәм яҙмышы
Бейеүҙәрҙә - халыҡ тарихы һәм яҙмышы

Башҡорт бейеүендә халҡыбыҙҙың рухы, холҡо, бар булмышы сағылғанғалыр ҙа инде башҡорт бейеүе күптәрҙә һоҡланыу уята. Һәр кемдең йөрәгендә дәрт осҡоно яндыра алған ғәжәйеп һәм сихри бейеүҙәрҙе сәхнәгә сығарыу үҙе бер оло эш, ҡатмарлы хеҙмәт.

Ҡалалағы “Самрау” халыҡ бейеүҙәре мәктәбендә һоҡланғыс балалар коллективы менән бер рәттән өлкәндәр төркөмө лә булдырылған. Яңы ғына ойошторолоуҙарына ҡарамаҫтан, улар мәртәбәле “Байыҡ” бәйгеһендә
ҡатнашып, уңыштарға ирешеп тә өлгөргән. Конкурстан алынған тәьҫораттары менән “Самрау”ҙың етәксеһе Эмиль Һөйәрғолов һәм бейеүселәр бүлеште.
- Өлкәндәр өсөн төркөм 2021 йыл аҙағында төҙөлдө. Ансамблдең исеме балаларҙыҡы кеүек шулай уҡ “Самрау” тип атала. Бындай хыял күптән бар ине, әммә, ҡыйыулыҡ етмәү арҡаһындамы, ул бойомға ашырылмай ҡала килде. Ниһайәт, Салауат ҡалаһында мораҙыма ирештем. Бөгөнгө көндә төркөмдә 10 кеше бейей. Кешеләр белдереүҙәрҙе күреп, бер-береһенән ишетеп килә. Шуныһы шатлыҡлы, ансамблдең профессиональ кимәле көндән-көн үҫә, бейеүселәргә талаптар ҙа көсәйә бара. Шуға кемдәрҙең беҙгә ҡушылырға теләге бар, быны һуңға ҡалдырмай эшләргә кәрәк, сөнки башланғыс әҙерлеге булмаһа, киләсәктә ауырға тура киләсәк. Иң мөһиме, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк, шул сағында барыһы ла яҡшы буласаҡ. Беҙҙәге ҡыҙҙарҙың ҡайһылары мәктәптә бейегән, бәғзеләренең халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнергә бала саҡтан теләге
булған. Өлкәндәр төркөмөндә төрлө һөнәр эйәләре бар: уҡытыусылар, тәрбиәселәр, массаж яһаусылар, юристар, бизнесмендар, педагог- психологтар. Уларҙың барыһын да халыҡ бейеүҙәренә булған һөйөү берләштерә. Үҙҙәре әйтеүенсә, бейеү уларға дәрт бирә, күңелдәрен күтәрә, кире хис-тойғоларҙы ҡыуа, матурлыҡҡа өндәй. Аҙнаһына ике тапҡыр йыйылышабыҙ, сәғәт ярым шөғөлләнәбеҙ. Ансамблгә әлегә ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрөй, әммә киләсәктә беҙгә рухлы ир-егеттәребеҙ ҙә ҡушылыр, тип ышанабыҙ, - тип таныштырып үтте Эмиль Шамил улы булдырылған өлкәндәр төркөмө менән.
Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, был коллектив “Байыҡ” конкурсындаҡатнашып, икенсе турға үтеүгә өлгәшкән. “Байыҡ” - Башҡортостанда милли сәнғәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә, яңы таланттар асыуға, төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән, башҡорт бейеүенеңүҫешенә, халыҡсан традицияларҙы һаҡларға, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡларға булышлыҡ иткән бәйге ул. Конкурс өс этапта уҙа. Беренсеһе - һайлап алыу туры, унда ебәрелгән видеоларҙан жюри иң-иңдәрен һайлап ала һәм беренсе турға саҡыра. Унан үткәндәрҙе баш ҡалаға саҡыралар, жюри алдында бейеү талап ителә. Һуңынан фекер алышыу була һәм балдар ҡуялар. Ни тиклем күберәк мәрәй йыяһың, ары турға үтеү мөмкинлеге лә ҙурыраҡ була. Киләһе турҙа талаптар ҡәтғиләнә бара. Унан үтә алһаң, алда финал көтә. 
- Был бәйге бары тик башҡорт бейеүҙәрен бейегән ансамблдәр һәм солистар араһында үткәрелә. Шәхсән үҙем “Байыҡ”та бер нисә тапҡыр ҡатнаштым. Беренсе тапҡыр Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Дәрүиш” халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән сығыш яһап, беренсе урын алдыҡ. Һуңынан Ишембай ҡалаһында эшләгәндә “Соло” номинацияһы менән барғанда Гран-приға лайыҡ булдым, “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән икенсе урынға сыҡтыҡ. Ҡырмыҫҡалыла эшләгәндә балалар ансамбле менән өс йыл рәттән ҡатнашып, ике тапҡыр конкурс лауреаты булдыҡ һәм Гран-при яуланыҡ. Ә “Самрау” ансамбле менән быға тиклем бер ниндәй ҙә конкурста ҡатнашҡан булманы. Бер мәл ни өсөн көсөбөҙҙө һынап ҡарамаҫҡа, тигән уй килде. Шөкөр, икенсе турҙа ҡатнашыу хоҡуғы алдыҡ. Финалға тырышып әҙерләнә башланыҡ, бейеү һалабыҙ. Беренсе турға биҙрә менән боронғо башҡорт бейеүен алып барҙыҡ. Был - данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров һалған бик матур лирик бейеү. Ул, ысынлап та, боронғоса башҡарыла, шуға күрә әлеге заманса бейеүҙәрҙән үҙенең халыҡсанлығы менән айырыла. Жюри ағзалары сығышыбыҙҙы ихлас ҡабул итте, бейеүселәрҙең һәм етәкселәрҙең адресына күп йылы һүҙҙәр әйтелде, маҡтанылар. Был күңелдәрҙе тағы ла үҫтереп ебәрҙе. Хатта Фәйзи Ғәскәров ансамбленең солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина данлыҡлы хореографтың бейеүҙәрен онотмағаныбыҙ, матур бейегәнебеҙ өсөн беҙгә рәхмәт әйтте. “Байыҡ”та көнәркәшлек бик көслө, унда ҡатнашҡан һәр кем еңәм, “Байыҡ”тың ситеген алып ҡайтам, тип дәртләнеп килә, ныҡлы әҙерләнә. Иң күп 100 балл алып икенсе турға үтеүебеҙ - оло ҡыуаныс. Беҙ бының өсөн тырыштыҡ һәм яҡшы ғына килеп сыҡҡандыр,
тип уйлайым. Төркөмгә йөрөүселәр күлдәктәрҙе, камзулдарҙы, ситектәрҙе үҙҙәре тектерә, тимәк, улар, ысынлап та, бейеү менән ихлас күңелдән шөғөлләнә. Әммә әлеге бәйгелә беҙгә икенсерәк, оҙонораҡ камзулдар кәрәк ине. Был йәһәттән беҙгә “Ағиҙел” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Дмитрий Силин ярҙам итте, бының өсөн уға бик рәхмәтлебеҙ. Ишембай ҡалаһынан да коллегалар даими ярҙам итеп тора, - ти Эмиль Шамил улы.

Лилиә Сәлишева:
- 24-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләйем. Был ансамблгә йылдан ашыу йөрөйөм. Төркөм тураһында элек бергә уҡыған ҡыҙҙарҙан ишетеп белә инем, ике туған һеңлем да бында йөрөй. Улар мине саҡырһа ла, ваҡыт
етмәү сәбәплеме, тиҙ генә инеп китә алманым ансамблгә. Бер ваҡыт мәҙәниәт һарайында уларҙың сығышын күрергә тура килде, шунда үҙемә: “Ни өсөн улар сәхнәлә, ә мин бында ултырам әле?” тигән һорау бирҙем.
Шул көндө үк ҡыҙҙар менән һөйләшеп, килештек. Беренсе көндән үк ҡыҙҙар мине ихлас ҡабул итте. Эмиль Шамил улының таланты, баҫалҡылығы, беҙгә мөнәсәбәте ыңғай тәьҫир итте, ҡурҡыу, шик-шөбһәләрҙе алып ташланы. Яңы бейеү өйрәнеү ҡатмарлы, оҙайлы процесс. Беренсе айҙарҙа оҙағыраҡ өйрәнелде, аяҡтар тыңламай ине, хәҙер бейей-бейей оҫтарабыҙ. Бер йыл эсендә өс бейеү үҙләштерҙек. Бейеүгә һөйөүем бала саҡтан килә. Башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ бейеп йөрөнөм. Бәләкәй саҡта мәктәптән өйгә тиклем юл буйы бейеп ҡайта инем, күрше Сибәғәт бабай гел сәпәкәйләп мине көн дә оҙатып ҡала торғайны. Уҡытыусы эше бик ауыр, шуға ошо бейеүҙәр миңә шифа ғына, бөтә мәшәҡәттәрҙән арынаһың, яңы көс, дәрт алаһың. Эмиль Шамил улы “Байыҡ”ҡа барабыҙ тигәс, аҙаҡҡаса ышанып та бөтмәнем, ә етәксебеҙ беҙҙеҡанатландырҙы. Шөкөр, икенсе турға үттек. Бик оҡшаны. Жюри ағзаларының маҡтаулы фекерҙәренән һуң яңы үрҙәргә дәртләнеп ҡайттыҡ. Шундай оҫта, профессиональ етәксебеҙ Эмиль Шамил улы беҙҙең менән булғанда бейеүҙәребеҙ тағы ла матурыраҡ, оҫтараҡ килеп сығыр, яңынан-яңылары һалыныр, тип ышанабыҙ.
Әлфиә Мусина:
- 22-се мәктәптә педагог-психолог булып эшләйем. Ансамбль тураһында балалар ансамбленә улын йөрөткән әхирәтем аша белдем. Сәхнәлә бейеү теләгем, ниһайәт, тормошҡа ашты. Үҫмер сағымда Күмертау
ҡалаһының “Иҫәнбикә” ансамбленә йөрөнөм. Бында бик оҡшай, эштән һуң репетицияларға йөрөүе лә ауырлыҡ тыуҙырмай, хатта талпынып киләбеҙ. Бейеү арҡаһында минең бөтә тәнем яҙыла, күңелем йырлай, ял итә. Был - тормошомда миңә көс биреүсе, арығанлыҡты ҡул менән һыпырып алыусы сара. Әллә ни ҡатмарлыҡтар кисермәйем, барыһы ла еңел генә бирелә. Абруйлы конкурста жюри ағзаларынан маҡтау һүҙҙәре ишетеү
беҙҙе тағы ла үҫтереп ебәрҙе, хатта был тиклем юғары баһа көтмәгәйнек тә. ”Байыҡ”та сығыш яһағандан һуң изге хыялымдың тормошҡа ашыуын аңланым. Хатта ҙур сәхнәлә баҫып тороуыма ышанманым да башта. Хис- тойғолар күңелдән ташып сыҡты. Бындай бәйгеләрҙә ҡатнашыу үҙ баһаңды күтәрергә булышлыҡ итә, киләсәккә стимул бирә. Артабан да  бейеүҙән айырылмаҫҡа иҫәбем. Тәжрибәһе менән уртаҡлашҡаны өсөн
етәксебеҙ Эмиль Шамил улына сикһеҙ рәхмәтлемен.
Гөлшат Уразова:
- Ҡала хакимиәтенең юридик бүлегендә юрист булып эшләйем. 2021 йылдың декабрендә Асҡар улым  ҡайтып, беҙҙең мәктәпкә бейеүсе ағай килде, бейеү түңәрәге ойошторам, теләгегеҙ булһа, килегеҙ, тине, тип
һөйләне. Улым менән икенсе көнгә үк Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайына юлландыҡ, Эмиль Шамил улы менән тәүге танышыуыбыҙ шунда булды. Ул  үҙенең һөйкөмлөлөгө, яғымлылығы менән арбаны. Балаларыбыҙ үҙ телен, башҡорт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белергә, башҡорт рухлы булып үҫергә тейеш, тип, Асҡар улыбыҙҙы “Самрау” халыҡ бейеүҙәре мәктәбенә бирҙек. Улыбыҙҙы алып барғанда Эмиль Шамил улы беҙҙең менән гел аралашты. Шулай бер көндө һүҙ ыңғайында үҙенең өлкәндәр өсөн төркөм булдырырға йыйыныуын, теләктәре булғандарҙы саҡырыуын ишеттек. Ансамблгә шулай килеп эләктем. Яйлап беҙгә ҡушылыусылар һаны арта барҙы. Бала саҡтан уҡ бейеү менән шөғөлләнеү хыялы бар ине. Әммә ауыл бәләкәй булғанға, түңәрәктәр ҙә юҡ ине. Салауат педагогия колледжында уҡығанда байрамдарҙа,  концерттарҙа ҡатнашырға тырыштым. Ансамблдәге ҡыҙҙар бик дуҫ, татыу, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торабыҙ, кәңәшләшәбеҙ. “Байыҡ”та ҡатнашыу бик тулҡынландырғыс булды, сөнки бындай мәртәбәле бәйгегә тәүгә сығыуыбыҙ. Жюри ағзалары һәм ойоштороусылар беҙгә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне, сығышыбыҙға һоҡланыуын йәшермәне. Беҙҙең ҡалала ошондай рухлы бейеү мәктәбе эшләүенә шатмын. Һәр ваҡыт терәк һәм таяныс булғаны, яңы үрҙәргә әйҙәгәне өсөн етәксебеҙгә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә ансамблебеҙ йәшәһен, үҫһен, яңы, матур бейеүҙәр ҡуйып тағы ла бәйгеләрҙә ҡатнашып, бейеклектәр яулаһын ине, тигән теләктә ҡалам.
Фотолар “Самрау” халыҡ бейеүҙәре мәктәбенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: