газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Май , 11:36

Салауат - Дағстан араһы

Салауат театры апрель урталарында Дағстанға гастролдәр менән барһа, әле күптән түгел генә улар Салауатҡа килеп ҡайтып китте. Мәҡәләлә һүҙ ошо гастролдәр тураһында. Алмаш гастролдәр “Ҙур гастролдәр” федераль проекты сиктәрендә ойошторола һәм төбәк театрҙарына бер-береһе менән ижади тәжрибәләре менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә.

Салауат - Дағстан араһы
Салауат - Дағстан араһы

Салауат театры апрель урталарында Дағстанға гастролдәр менән барһа, әле күптән түгел генә улар Салауатҡа килеп ҡайтып китте. Мәҡәләлә һүҙ ошо гастролдәр тураһында. Алмаш гастролдәр “Ҙур гастролдәр” федераль проекты сиктәрендә ойошторола һәм төбәк театрҙарына бер-береһе менән ижади тәжрибәләре менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә.

Беҙҙекеләр Махачкала ҡалаһының Авар музыкаль-драма театры сәхнәһендә балалар өсөн “Алладиндың тылсымлы лампаһы” әкиәте, үҫмерҙәргә “1+1=3, йәки Яҙмыш математикаһы” драмаһы һәм өлкәндәр өсөн
башҡорт халҡының мәҙәниәтен, йолаларын күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” шиғри драмаһы менән сығыш яһаны. 
- Авар театрының художество етәксеһе Магомедарип Сурхатилов менән күп мөмкинлектәр биргән милли театрҙар режиссерҙарының лабораторияһында ҡатнашҡанда таныштыҡ. Былтыр ошо программа сиктәрендә ниңә беҙгә алмаш гастролдәр эшләмәҫкә, тигән фекергә килдек һәм быйыл, ниһайәт, хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырыуға ирештек. Дағстандар  беҙҙе йылы ҡабул итте, алынған тәьҫораттарыбыҙҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел.
Салауат театры менән күптәр хеҙмәттәшлек итергә теләй, беҙҙе бар ерҙә лә көтәләр. Шуға үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға түгел, ә йышыраҡ ситкә сығырға, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәттәшлек итергә кәрәк,
- тип билдәләне Салауат театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
Салауаттар дағстандарҙы “Юрматы ере” мемориаль комплексы янында матур итеп, милли кейемдәрҙә йыр-бейеү, башҡорт ҡымыҙы һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алды. Авар театры “Вурдалак ғаиләһе” драмаһын, “Ауылдағы хәл” комедияһын һәм “Эт булғым килмәй” әкиәтен алып килде. Беҙгә Авар театрының художество етәксеһе, Дағстандың атҡаҙанған артисы Магомедарип Сурхатилов менән осрашып һөйләшеү форсаты тейҙе.
- Әлеге гастролдәр беҙҙең өсөн - ҙур асыш. Салауат театрының был йәһәттән  ҙур тәжрибәһе бар. Ул төрлө фестивалдәрҙә йыш ҡатнаша. Беҙ хатта үҙебеҙҙең республиканан бик һирәк ситкә сығабыҙ. Артабан да дуҫлыҡтың дауам итеренә ышанабыҙ. Беҙҙе күп нимә берләштерә. Рәсүл Ғамзатов менән  Мостай Кәримдең дуҫлығы ғына ни тора! Салауаттарҙың спектаклдәрен Авар театры тамашасаһы йылы ҡабул итте, уларҙы үҙенсәлекле милли кейемдәр, сәхнә биҙәлеше һоҡландырҙы, - тине ул.
Гастролдәрҙе асыу тантанаһында Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау ҡатнашып, бындай  гастролдәрҙең ҙур булмаған ҡалаларҙа йәшәүселәргә танылған театрҙарҙың иң
яҡшы спектаклдәре менән танышырға мөмкинлек биреүен билдәләне.
Салауат театры директоры Айбулат Ҡотошов ошо сәфәрҙе ойошторғандары өсөн Дағстандағы коллегаларына Башҡортостандың мәҙәниәт министрының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 
Ул көндө салауаттар нигеҙендә мөхәббәт темаһы ятҡан “Ауылдағы хәл” музыкаль комедияһын ҡараны.
Дағстандарҙың спектакле ниндәй тоьҫораттар ҡалдырыуын белеү өсөн бер нисә тамашасыға мөрәжәғәт иттек.
- Спектакль милли колорит менән һуғарылған, сағыу костюмдары, дәртле йыр-бейеүҙәре айырыуса йылы мөхит булдырҙы. Тамаша барышында төрлө һығымталар яһап, үҙебеҙҙекеләр менән сағыштырып ултырҙым, - ти
Салауат театры актеры Айнур Синәғолов.
- Артистар ихлас, һоҡланғыс уйнаны. Бейеү көйҙәре яңғырай башлаһа, беҙ ҙә ҡушылып бейеп ултырҙыҡ. Салауат театры коллективы баштан уҡ йылы, дуҫтарса мөхит булдырғанға күрә, салауаттар Дағстан артистарын йылы ҡабул итте, аяғүрә алҡышлап, сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй торҙо, - ти “Ағиәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова.
Салауат театры коллективы ҡунаҡтарҙы “Торатау”ға экскурсияға алып барҙы, Лиана Кәбир ҡыҙы иһә уларҙы Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы. 
Дағстандар бәрәкәтле башҡорт еренә, Салауат ҡалаһына, театр коллективына рәхмәт әйтеп хушлашты. Ҡайтыр алдынан Салауат театры директоры, Бшҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов
менән Авар театры директоры Магомед Алиев театрҙар араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Дилә АБДУЛЛИНА һәм Александр КАЗАКОВ фотолары..

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: