Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Май , 10:58

Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһариндың юбилей кисәһе уҙҙы.

Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына

Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһариндың юбилей кисәһе уҙҙы.

Актерҙың шатлығын уртаҡлашырға коллегалары, яратҡан тамашасылары, туғандары һәм яҡындары йыйылғайны. Байрам мөхите театр фойеһынан уҡ һиҙелде. Юбилярҙың улы Арыҫлан килеүселәрҙе тере гитара
моңо менән әсир итте. Бер урында актер автограф бирҙе, теләктәре булғандар юбиляр менән фотоға төштө. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтарға актер тураһында мәҡәләләр баҫылған гәзит-журналдар таратылды.
Фәтих Фәрит улын тыуған көнө менән ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау килгәйне.
- Ошо матур байрам көнөндә ныҡлы һаулыҡ, рәхмәтле тамашасылар теләйем. Һеҙҙе һәр ваҡыт көслө алҡыштарға күмһендәр, ижад ҡомарығыҙ ҡоромаһын, киләсәктә лә яңы образдар тыуҙырырға яҙһын. Талантығыҙ һеҙгә халыҡ исемен килтерҙе, һеҙ быны ғорур йөрөтәһегеҙ, халыҡ һөйөүе - иң юғары награда  ул, - тине һәм театр актерына ҡала хакимиәтенең почет грамотаһын тапшырҙы.
Юбилярҙы шулай уҡ ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, ҡалабыҙ шағиры, Фәтих ағайҙың дуҫы Иҙел Хәлимов ҡотланы. Һуңынан барыһын
да тамаша залына төп ролде Фәтих Ҡолһарин башҡарған “Метранпаж мажаралары” спектаклен  ҡарарға саҡырҙылар. Тамаша тамамланыу менән юбиляр ҡотлауҙар ҡабул итеүен дауам итте. Алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мирас Йомағужин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттерҙе.

Тәүгеләрҙән булып ҡотлау һүҙен Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров алды. 
- Бөгөн шул тиклем иҫ киткес спектакль ҡараныҡ. Калошин роленең Фәтих тарафынан ғәҙәттәгесә, оҫта  итеп башҡарылыуын күрҙек. Үҙ эшенә мөкиббән киткәндәр генә шулай уйнай алалыр. Салауат
театры - берҙәм, алсаҡ, татыу коллектив. Шуға ла Фәтихтең ҡаҙаныштарында театрҙың өлөшө ҙур. Фәтих Фәрит улы, һеҙҙе алтын юбилейығыҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади үрҙәр теләйем. 50
йәштең артында тормош тағы ла ҡыҙығыраҡ. Уның йәмен татып, ғаиләгеҙҙең терәген тойоп йәшәргә яҙһын, - тине ул.
Ҡотлау һүҙҙәрен Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ  объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған  мәҙәниәт хеҙмәткәре, юбилярҙың ауылдашы, бала саҡ дуҫы Данир Ғәйнуллин дауам итте:
- Фәтих дуҫ! Бөгөнгө спектаклдә нисек уйнағаныңды һоҡланып, ғорурланып ҡарап ултырҙым. Тетрәндергес, уйландыра торған тамаша  булды. Һинең спектаклдәге ролең дә ябайҙан түгел, тормошсан. Һәр ваҡыттағыса,
һин еңел юл һайламайһың, ҡатмарлыҡтарҙан ҡурҡмайһың. Беҙ һинең менән бала саҡтан бергә уйнап, киләсәккә  пландар ҡороп үҫтек, өй аша ғына йәшәнек. Кем генә булырға хыялланманыҡ беҙ: геолог та, космонавт
та, тарихсы ла. "Хандар һәм бейҙәр" уйынын айырыуса яратып уйнай торғайныҡ. Үҫә тәшкәс, һин артист булырға  теләнең, баянда һыҙҙырып уйнаның, ә мин тарихсы булырға, халҡыбыҙ үткәнен асыҡларға ынтылдым. Икебеҙҙең дә хыялдарыбыҙ тормошҡа ашты, мин үҙемдең, ә һин үҙеңдең яратҡан эшеңдә.  Шуға, дуҫым, һиңә бүре тиреһенән тегелгән ысын Бей бүреге бүләк итәм.
Театр директоры Айбулат Ҡотошов республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова исеменән Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.
Башҡортостандың халыҡ артисын ҡотларға Стәрлебаш районынан яҡташтары ла килгәйне. Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы һәм халҡы исеменән  еткерелгән ҡотлау сәләмендә юбилярҙың адресына йылы һүҙҙәр юлланғайны. Фәтих Ҡолһариндың бәләкәй саҡта атта йөрөргә яратыуын билдәләп үтеп, стәрлебаштарҙан бер тайға сертификат тапшырылды.

Юбилярҙың туғандары исеменән уның бер туған апаһы, “Тамыр” студияһы директоры, тележурналист Гөлназ Ҡолһарина сығыш яһаны.
- Фәтих туғаным менән арабыҙ йәш ярым ғына. Ул минең өсөн дуҫ та, кәңәшсе лә, терәк тә булды. Һәр ваҡыт үҙ һүҙен, үҙ фекерен әйтә белде. Бөгөн ҡустым өсөн шул тиклем шатланып ултырҙым. Юғары награда алып та халыҡ артисы булмаҫҡа мөмкин. Ә Фәтих, ысынлап та, халыҡ артисы. Беҙ ҡаҙаныштарың менән ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә яңынан-яңы ролдәр, үрҙәр теләйбеҙ, - тине ул. 
Сара һуңында Фәтих Фәрит улы барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Күңелдә аңлатып бөтә алмаҫлыҡ хистәр ҡайнай. Ошо матур байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткән тыуған коллективыма, яҡындарыма,  ғаиләмә, һәм, әлбиттә, яратҡан тамашасыларыма рәхмәт. Күптәр 50 йәштең артында тормоштоң тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булыуын билдәләп үтте. Тимәк, тормоштоң яңы битен асып, ижад итеп, үрҙәргә ынтылырға кәрәк, - тине ул. 
Бенефис тантанаһы Фәтих Ҡолһариндың Салауат ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейына арнап яҙған “Салауатлы театрыма” тигән йырын театр коллективы менән бергәләп башҡарыу менән тамамланды.
Динә ҒӘЛИЕВА һәм Александр КАЗАКОВ фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: