Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель , 17:26

Яҙмышым да, булмышым да һин, Салауат!

Ҡалабыҙҙың, бөтә республика тамашасыһының һөйөүен яулап, үҙенсәлекле ролдәре менән генә түгел, ә моңло тауышы, өҙҙөрөп гармун-баянда уйнауы менән дә таң ҡалдырған Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин бөгөн үҙенең алтын юбилейын билдәләй.

Яҙмышым да, булмышым да һин, Салауат!
Яҙмышым да, булмышым да һин, Салауат!

Ҡалабыҙҙың, бөтә республика тамашасыһының һөйөүен яулап, үҙенсәлекле ролдәре менән генә түгел, ә моңло тауышы, өҙҙөрөп гармун-баянда уйнауы менән дә таң ҡалдырған Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин бөгөн үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан актер менән осрашып, уның был датаны ниндәй уй-кисерештәр менән ҡаршы алыуы тураһында  һөйләштек.

Фәтих Ҡолһарин Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында ябай эшсе ғаиләһендә донъяға килә. Әсәһе матур йырлаған. Уның был һәләте улына ла күскәндер.
- Кешенең шәхес булып формалашыуына нигеҙ бала саҡтан уҡ һалына. Үҙемде белә-белгәндән бирле киләсәк тормошомдо сәнғәт менән бәйле итеп күрә торғайным. Сөнки бәләкәйҙән ауылда, мәктәптә үткән
сараларҙа ҡатнаштым, байрамдарҙы алып барҙым. Күңелдәрҙе тирбәткән гармун моңо шул тиклем оҡшай ине, тырышып-тырмашып биш йәштәр тирәһендә үҙем уйнарға өйрәндем. Ололар әйтеүенсә, ҙур гармун артынан
башым саҡ ҡына күренеп ултырған. Тәүҙә әсәйем “Кубань” гармунын алып бирҙе, үҫә төшәрәк “Беларусь” гармунлы ла булдым. 4-5-се кластарҙа уҡығанда яңы мәктәп асылды, директоры итеп тәғәйенләнгән музыка
уҡытыусыһы Флүр ағай Ильясов йыр-моңға ғашиҡ, баянсы ине. Ул минең тәүге остазым булды, төрлө бәйгеләрҙә йыш ҡатнаштырҙы. Шул саҡтарҙа баян телдәрен тартырға өйрәндем. Баянды Флүр ағайҙан һорап өйгә лә алып ҡайттым. Сәнғәт мөхитендә ҡайнап йәшәгәс, ауылдағы һигеҙ класты тамамлағандан һуң Өфөләге музыка-педагогия училищеһының баян класына уҡырға юлландым, - тип хәтерләй артист бала саҡ, йәшлек йылдарын.
Училищены тамамлауға, көтмәгәндә Салауат театры өсөн махсус курс йыйыуҙары хаҡында ишетеп, үҙ көсөн һынап ҡарарға тәүәккәллек итә егет. Сөнки училищела уҡыған сағында театрҙарға йыш йөрөп, ул был серле
донъяға ғашиҡ булып өлгөрә.

- СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкованың курсында уҡыу бәхете тейҙе беҙгә. Буй етмәҫлек юғарылыҡ булып тойолған Гөлли Арыҫлан ҡыҙының студияһына уҡырға барырға нисек йөрьәт иттем икән, тип ғәжәпләнеп ҡуйған саҡтар ҙа булды һуңынан. Шулай уҡ ул ваҡытта ла, әле лә ысын сәхнә оҫталары Нурия Ирсаевала, Рәфил Нәбиуллинда, Хөрмәтулла Үтәшевта белем алыу үҙе бер ғорурлыҡ ине, - тип йылы тойғолар менән һөйләй Фәтих ағай.
Был курстың хеҙмәт эшмәкәрлеге уҡыуҙары тамамланғансы уҡ башлана, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
- Өс йыл уҡығандан һуң, дүртенсе йылында Салауат театрында эшләй башланыҡ. Һуңынан барып имтихандар тапшырып, театрға дипломлы белгестәр булып ҡайттыҡ. Ул ваҡытта курстан 15 кеше килһәк, бөгөнгө көндә бында өсәү эшләйбеҙ: Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлфирә Сәфиуллина, Нәүфилә Яҡупова һәм мин. Тотош курс менән килгән йәштәрҙе театр йылы ҡабул итте. Театр беҙҙең килеүебеҙҙе бик көттө, сөнки ул ваҡытта бында йәш артистарға ҡытлыҡ ине. Художество етәксеһе Вәзих ағай Сәйфуллин беҙҙе үҙ балаларылай күреп, ҡанаты аҫтына алды. Йәштәргә юл күрһәтеүсе, остазыбыҙ, кәңәшсебеҙ ҙә булған
Вәзих Кашап улы беҙгә күп нимә бирҙе, эшебеҙҙең асылына ла ул төшөндөрҙө. Сөнки уҡыу менән эштең айырмаһы ғәйәт ҙур. Вәзих ағайҙың, ғөмүмән, Салауат театрының үҫешендәге роле баһалап бөтҡөһөҙ, ул уны күтәреп ебәреү өсөн күп көс, бөтә күңелен һалды, - ти ул театрға аяҡ баҫҡан мәлдәре тураһында. 
Шулай театр тормошонда ҡайнап йәшәй башлай йәштәр. Тәүге ролдәре диплом эшендә - П. Кальдерондың “Мөхәббәт менән шаярмайҙар” һәм Р. Киплингтың “Маугли” әкиәтендә сағыла. Һуңынан был диплом эше театрҙың репертуарына инеп китә. “Маугли” әкиәте менән тәүге гастролдәренә сығалар.

Фәтих Ҡолһариндың хеҙмәт кенәгәһендә Салауат театрына эшкә алыныуы тураһында бер генә яҙыу бар. Был үҙе үк артистың хеҙмәтенә булған һөйөүе, театрға тоғролоғо тураһында һөйләй түгелме һуң?
- Нисек Салауат театрына килеп урынлашҡайным, ошонда берегеп ҡалдым - 30 йылға яҡын уға хеҙмәт итәм. Режиссерҙар төп ролдәрҙе лә ышанып тапшырҙы. Әйткәндәй, Салауат театрының ситтән режиссерҙарҙы
саҡырып эшләү тәжрибәһе бар. Актер өсөн был бик файҙалы. Был йәһәттән исеме Салауат театры менән ныҡлы бәйле булған Олег Хановты, хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо театрҙа башлаған Илдар Вәлиевты, юбилейға арнап ҡуйылған “Метранпаж мажаралары” спектакленең режиссеры Эдуард Шаховты билдәләп үтмәй булдыра алмайым. Дөрөҫ, исемлекте әллә күпме дауам итергә мөмкин, - ти Фәтих Фәрит улы.
30 йылға яҡын ижад итеү дәүерендә буй-һыны, үҙен тотошо, йылмайыуы, моңло тауышы, өҙҙөрөп гармун-баянда уйнауы менән дә тамашасыны әсир иткән Фәтих Ҡолһарин тарафынан бихисап ролдәр сәхнәгә
сығарылған: «Һипкелле ҡыҙ»ҙа - Эдик, «Ҡыҙҙар ни өсөн илай»ҙа - Айҙар, «Яран гөл»дә - Баян, «Көнләш, Америка»ла - Буранбай,  «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш»та - Хисмәтулла һәм башҡа бик күптәр.
- Ролдәрҙең һәр береһе миңә яҡын. Ролеңдең һинеке түгеллеген аңлаһаң да, пьесаның мәғәнәһе күңелгә ятмаһа ла, һин образың өҫтөндә тейешенсә эшләргә бурыслыһың. Тора-бара ошо геройыңа эҫенеп китәһең, уны ҡабул итәһең. Һыуынып йөрөһәң, уңышҡа өлгәшеү тураһында уйламаҫҡа ла була. Әйтәйек, юбилейға арналған “Метранпаж мажаралары”ндағы геройҙар арбаны мине. Калошиндың яҙмышы, фажиғәһе актуаль, сөнки спектакль бөгөнгө көн менән ауаздаш булмаһа, ул тамашасы күңелен яулай алмай. Актерҙың төп маҡсаты - яһалма булмау, ә ысын күңелдән, ихлас уйнау. Юғиһә, зал менән актер араһында бәйләнеш түгел, киреһенсә, аңлашылмаусанлыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ә Салауат театрына берегеүем яҙмыштыр инде. Шунса ғүмер ошонда кисереп, ижад итеп,  яҙмышым да, булмышым да һин, Салауат, тип ышаныслы әйтә алам. Дөрөҫ, һәр ижад кешеһенең юғарыға үрләү ынтылышы булырға тейеш. Әммә Салауат театрында ла үҫеш өсөн нигеҙ, мөмкинлек бар. Беҙҙе беләләр,  күрәләр, таныйҙар, фестивалдәргә йөрөп торабыҙ, юғары баһаларға лайыҡ булабыҙ, - ти Фәтих ағай актер эшенең нескәлектәре һәм театрға тоғролоғо хаҡында һөйләп.
Күп яҡлы талант эйәһе тамашасыларға үҙе ижад иткән йырҙары менән дә таныш.
- Йырҙар яҙыу менән мәктәпте тамамлап училищеға уҡырға кергәс мауыға башланым. Баянда уйнап моңланып ултырған ваҡыттарҙа күңелгә көй үҙенән-үҙе килде. Яйлап уларға шиғырҙар эҙләй башланым. Быларҙы
тәүҙә үҙем өсөн генә эшләнем. Ә “Урал моңо” бәйгеһендә ҡатнашып, уңышҡа өлгәшеүем мине тағы ла үҫтереп ебәрҙе, ышаныс өҫтәлде, ҡыйыулана төштөм. Шағирә Миңлегөл Хисамованың, Иҙел Хәлимовтың
шиғырҙары күңелемә яҡын. Бөгөнгө көнгә бер концертлыҡ йырҙарым бар булһа кәрәк. Бәлки, киләсәктә уларҙы бергә туплап концерт та ойошторорға насип булыр, - ти Фәтих Ҡолһарин киләсәккә пландары менән бүлешеп.
Актерҙың намыҫлы, тырыш хеҙмәте хөкүмәт тарафынан да билдәләнмәй ҡалмай: 2013 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы», 2021 йылда «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ була.
- Алынған маҡтаулы исемдәр ижадҡа сик түгел, ә киреһенсә, ҡанатланып, тағы ла дәртләнеберәк эшләү өсөн этәргес ул. Артист һәр ваҡыт камиллашыу, үҫешеү юлында булырға тейеш. Мин бөтә нимәне лә беләм тип уйларға ярамай. Башҡа театрҙарға барып спектаклдәрҙе ҡарау ҙа был йәһәттән отошло сара булып тора. Коллегаларыңдың уйнауын күреп, һоҡланаһың, үҙең өсөн яңы нимәлер асаһың, үҫешергә, уларға тиңләшергә
тырышаһың, - ти Фәтих Фәрит улы.
Киләһе һорауым ғаиләһенә ҡағылғас, Фәтих ағай ышаныслы итеп былай тип яуап бирҙе:
- Ғаиләбеҙҙә баһадирҙай ике ултәрбиәләнә. Хәләлем һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Йәшлек менәнме икән, оҙайлы гастролдәрҙең ауырлығы артыҡ һиҙелмәне, ошо арҡала ғаиләлә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар
тыуыуын хәтерләмәйем. Әлбиттә, мин өйҙә юҡ саҡта балалар, йорт мәшәҡәттәре, башлыса, ҡатыным өҫтөнә төштө. Уға сабырлығы өсөн рәхмәтлемен. Улдарым сәнғәт юлынан китмәне. Эйе, бәләкәй саҡтарында 
спекталдәрҙә ҡатнашҡан мәлдәре булды, фестивалдәргә лә сыҡтылар. Тик актер булыу өсөн был һөнәр менән “ауырырға” кәрәк. Ә кешенең теләге булмаһа, уға ниндәйҙер тәҡдимде көсләп тағыу хаталы эштер, тип
уйлайым.
Бер театрға 30 йылға яҡын ғүмерен бағышлаған, йәштәргә хәҙер үҙе остаз булырҙай кешене, моғайын, театр яҙмышы ла борсомай ҡалмайҙыр.
- Театрҙың киләсәге - йәштәр, уларһыҙ булмай, сөнки тормош шулай ҡоролған, быуындар күсәгилешлеге булырға тейеш. Был бик мөһим. Әлбиттә, йәштәр театрға лайыҡлы була алырҙармы, театрҙың йылдар
буйы тупланған юғары ижади кимәлен лайыҡлы алып бара алырҙармы, тип тә борсолабыҙ. Шөкөр, өмөтлө йәштәр бар. Уларға, өлкән ағай-апайҙар булараҡ кәңәштәребеҙҙе бирәбеҙ. Заманса технологиялар алға киткән заманда театр артҡа сигенәсәк, йә булмаһа бөтөнләй юғаласаҡ, тигән фекер менән килешмәйем. Сөнки театрҙың маҡсаты, ғөмүмән, бөтөнләй икенсе, ул күңел асыу урыны түгел. Беҙ фәһемле спектаклдәр менән кешене уйландырырға тейеш. Театр йәшәне, йәшәй һәм йәшәйәсәк. 
Фотолар Салауат театрынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: