Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель , 17:19

Милли кейем - халыҡтың хазинаһы

2020 йылдан алып Башҡортостан Башлығы бойороғо менән Башҡортостанда йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Был байрам йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.

Милли кейем - халыҡтың хазинаһы
Милли кейем - халыҡтың хазинаһы

2020 йылдан алып Башҡортостан Башлығы бойороғо менән Башҡортостанда йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Был байрам йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.
Милли кейем милли сифатты сағылдырған билдә генә түгел, ә халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә бағырға мөмкинлек бирә. Ошо уңайҙан республикала төрлө кисәләр, конкурстар, флешмобтар уҙғарыла. Салауат ҡалаһы ла ситтә ҡалманы. Шундай ойошмаларҙың береһе - үткәнге менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл ярған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ булып торған ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Унда “Милли кейем - халыҡтың хазинаһы” тип исемләнгән күргәҙмә (0+) ойошторолдо.
- Беҙҙең музейҙа Милли кейем көнөнә арналған тематик күргәҙмә йыл да уҙа. Быйыл уны ”Милли кейем - халыҡтың хазинаһы” тип атаныҡ. Күргәҙмәлә Башҡортостанда йәшәүсе милләттәрҙе сағылдырыусы музейҙың фондынан алынған әйберҙәр, башҡорт һәм сыуаш ҡатын-ҡыҙҙарының һәм ир-егеттәренең милли костюмдары ҡуйылған. Беҙҙең республикала 164-тән ашыу милләт халҡы дуҫ һәм татыу көн күрә. Милли кейем халыҡтың тарихын, йәшәү рәүешен, мәҙәниәтен сағылдырыусы төп күрһәткестәрҙең береһе булып тора. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, был күргәҙмә музейҙа уҙғарылыусы башҡа көндәлек тематик экскурсияларҙа, этнографик программаларҙа төп ролде уйнай, - тип һөйләне музейҙың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Ольга Шалева.
Башҡорттарҙың милли кейеме үҙенең зауыҡлығы менән иғтибарҙы үҙенә тартып тора. Башҡорт ҡатын-ҡыҙына ҡыҙыл күлдәк, уның өҫтөнән бәрхәт елән кейҙерелгән. Елән сыңлап торған тәңкәләр менән биҙәлгән. Бындай биҙәүестәр гүзәл затты яман көстәрҙән, күҙ тейеүҙән һаҡлай, тип ышанғандар. Тимер тәңкәләр менән биҙәлгән түшелдерек иғтибарҙы үҙенә тартып тора. Ҡашмау ике өлөштән тора: башлыҡ һәм ҡашмау ҡойроғо. Ҡашмауҙың башлығы тотош мәрйендән эшләнгән. Башҡорт ир-егете өҫтөндә - бәрхәттән тегелгән киң елән, уның ситтәре матур биҙәк менән нағышланған, иҙеүе асыҡ. Эстән - оҙон аҡ күлдәк, милли орнамент менән биҙәлгән билбау тағылған. Башында - йәнлек тиреһенән тегелгән ҡолаҡсын бүрек.
Уның һүҙҙәренсә, күргәҙмә ҡала халҡында ғына түгел, ә ҡунаҡтарында ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
- Күптән түгел беҙгә Белгород ҡалаһы хоккей командаһының спортсылары килде. Улар бөтә нимәне ентекле ҡараны, һорауҙар бирҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, улар Салауатҡа килгәнсе үк беҙҙең менән бәйләнешкә инеп, музейға килеү шарттары тураһында һорашты, - ти Ольга Николаевна.
Музейға төрлө йәштәге кешеләр - өлкәндәр ҙә, балалар ҙа йөрөй.
- Оло йәштәгеләрҙең ейән-ейәнсәрҙәре менән килеүе яҡшы күренеш. Тимәк, киләсәкте дөрөҫ ҡорор өсөн тарихты белергә кәрәклекте барыһы ла аңлай. Яңыраҡ 1-се лицейҙың башланғыс класс уҡыусыларын ҡабул иттек. Балалар шул тиклем ҡыһыҡһыныусан, һорауҙар биреп, яуаптарҙы ентекле тыңланы. Шулай булғас, киләсәгебеҙҙең өмөтлө балалар ҡулында булыуына ышаныс бар. Улар музей экспонаттары ярҙамында тарих төпкөлөнә күҙ һалды, ҡомартҡылар һаҡланған серле һандыҡтағы әйберҙәр менән танышты. Уҡыусылар айырыуса биҙәүестәр, орнаменттар менән ҡыҙыҡһынды, - ти мөдир.
“Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов әйтеүенсә, музей фонды яйлап яңы костюмдар менән тулыландырыла.
- Һөҙөмтәле эшмәкәрлебегеҙ музейға яңы костюмдар алыу, матди-техник базаны яңыртыу мөмкинлеге бирә. Күргәҙмә 18 майҙа уҙасаҡ “Музейҙар төнө - 2024” (0+) Бөтә Рәсәй акцияһына тағы ла киңәйтеләсәк һәм унда рус, татар халыҡтарының милли костюмдары ла урын аласаҡ, - тине ул.
Күргәҙмә май аҙағына тиклем эшләй.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: