газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Апрель , 17:14

Салауатта - ҙур музыка

Башҡортостанда “Бәләкәй ҡалаларға ҙур музыка” проекты уңышлы бойомға ашырыла. Уның сиктәрендә сәнғәт белгестәренең республика балалар сәнғәт, музыка мәктәптәренә барыуы ҡаралған. Исемлектә Салауат та бар.

Салауатта - ҙур музыка
Салауатта - ҙур музыка

Башҡортостанда “Бәләкәй ҡалаларға ҙур музыка” проекты уңышлы бойомға ашырыла. Уның сиктәрендә сәнғәт белгестәренең республика балалар сәнғәт, музыка мәктәптәренә барыуы ҡаралған. Исемлектә Салауат та бар.

Уҙған аҙна Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы-профессорҙары һәм студенттары Салауат балалар музыка мәктәбендә оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы, Балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайында
Башҡортостандың Йәштәр симфоник оркестры ҙур концерт ҡуйҙы. “Бәләкәй ҡалаларға ҙур музыка” проекты президент мәҙәни башланғыстар фонды бүлгән грантын файҙаланып, “Сәнғәт күпере” фонды менән тормошҡа ашырыла. Ул классик музыканы популярлаштырыуға, шулай уҡ йәш талантлы музыканттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Моң, йыр аша кеше күңелендә мәҙәниәтебеҙгә, милли мираҫыбыҙға ҡарата ла һөйөү уяна бит.

- Проект 2022 йылда булдырылды һәм ошо ваҡыт эсендә ул үҙенең кәрәклеген һәм мөһимлеген иҫбат итте. Был һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән дә отошло. Классик  музыканы пропагандалау кәрәк, айырыуса әлеге
заманда. Музыка аша балалар матурлыҡҡа ынтыла, үҙҙәренең ижади һәләтен үҫтерә, - ти институттың музыка факультеты деканы урынбаҫары Наталья Буткевич.
- Беҙ сәнғәт институты менән былай ҙа даими хеҙмәттәшлек итәбеҙ, уларҙы үҙебеҙҙең ижади концерттарға, конкурстарға саҡырабыҙ. Ә уларҙың беҙгә бындай күләмле проект менән сығыуы тәүгә, быға бик шатбыҙ. Тәрбиәләнеүселәрҙең институт уҡытыусылары менән аралашыуы - музыкант һөнәрен тәрәндән аңлау мөмкинлеге лә. Балалар музыка мәктәбен исем өсөн генә тамамламаһындар, ә киләсәк тормоштарында ла
файҙаланһындар өсөн быляҡшы мөмкинлек, - тип бүлешә Салауат балалар музыка мәктәбе директоры Дилә Хафизова.
- Проекттың үҙенсәлеге шунда, беҙ һәләтле балаларҙы һайлап алып, уларҙы баш ҡалаға гала-концертҡа саҡырабыҙ. Тимәк, йәш музыканттарҙың институттың ҙур залында үҙҙәрен күрһәтеү форсаты бар. Бөгөн мин
талантлы педагог Людмила Дудниктың флейта класы күрһәтәсәк концертты ҡараясаҡмын, оҫталыҡ дәресе биреп, йәш флейтасылар менән шөғөлләнәсәкмен, - тине институттың тынлы һәм мөдире Лидия Фоменко.
Балаларҙың сығышын ҡарағандан һуң ул үҙ фекерҙәрен әйтте:
- Уҡыусылар ҡатмарлы программа башҡарҙы, был маҡтауға лайыҡ. Шулай ҙа, тәҡдимдәрем дә бар. Әйтәйек, триола пьеса, миңә ҡалһа, бер төрлөрәк яңғыраны. Ә дуэтта сығыш яһаусылар бер-береһен күҙ ҡарашынан
аңлай, ишетә белде. Беҙҙең бурыс - балаларҙы нота тексын яҡшы итеп уҡырға өйрәтеү, интонацияны ла күберәк өҫтәргә кәрәк.
Институттың ҡыллы ҡоралдар кафедраһы мөдире Флүрә Ситдиҡова ла оҫталыҡ дәресенән һуң үҙенең тәҡдимдәрен еткерҙе.
Йәш музыканттар иһә үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Дәрес ҡыҙыҡлы, һиҙелмәй ҙә үтте, профессорҙар бик күп төплө кәңәштәр, дөрөҫ йүнәлеш бирҙе. Ыңғай тәьҫораттар, рухи аҙыҡ алдыҡ, үҙебеҙгә ҡарата ышаныс өҫтәлде, - тине улар.
Балалар (үҫмерҙәр) ижад һарайында салауаттарға Башҡортостандың йәштәр симфоник оркестры концертын ҡарау мөмкинлеге тейҙе. Йәш тамашасылар классик музыка донъяһына сумды, һәр сығышты ихласлап көслө алҡыштарға күмде. Балаларҙы музыка ғына түгел, ә башҡарыу манераһы ла үҙенә ылыҡтырҙы.
- Музыка - рухи аҙыҡ, ул матурлыҡҡа әйҙәй, донъяны яҡтыраҡ һәм гүзәлерәк итә. Шуға был проект бик  кәрәклелер, тип уйлайым, - тине институттың халыҡ ҡоралдары кафедраһы доценты Оксана Буланкина.
“Салауат ынйылары” башҡорт эстрада вокалы студияһы тәрбиәләнеүсеһе Рауил Һөйөновҡа концерт оҡшаған.
- Нисек йырлауҙары, ҡоралдарҙа уйнауҙары күңелгә ятты. Айырыуса оркестр менән идара иткән дирижерҙың хәрәкәттәре һоҡландырҙы. Үҙем вокал менән шөғөлләнгәс, был минең өсөн әһәмиәтле сара булды, - ти йәш вокалсы. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: