Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Апрель , 11:00

Тәрән уйҙарға сумдыра

Салауат картиналар галереяһында «Палестина Рәсәй һәм донъя рәссамдары күҙлегенән» халыҡ-ара күргәҙмәһе (12+) асылды. Ул Рәсәй һәм сит ил ҡалаларында сәфәр итеүсе проекттың бер серияһы. Салауат күргәҙмәне ҡабул итеүсе 102-се майҙансыҡ.

Тәрән уйҙарға сумдыра
Тәрән уйҙарға сумдыра

«Палестина Рәсәй һәм донъя рәссамдары күҙлегенән» күргәҙмәһе 2021 йылдың 15 мартында Чебоксар ҡалаһында башланғыс ала. Был экспозиция Палестинаның мең йыллыҡ тарихы менән сәнғәт аша танышырға мөмкинлек бирә.
- Мин Салауат ҡалаһындағы күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән сәләмләйем. Яңы ғына Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә 90-сы күргәҙмә үҙ эшен башлағайны, бөгөн һеҙҙең гүзәл ҡалала 102-сеһе асыла. Салауатта 80 милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Әлеге мәлдә Палестина халҡы һуғыш арҡаһында ғазаплана. Беҙҙең төп саҡырыу - тыныслыҡ, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ, ғәҙеллек, берҙәмлек. Был проектҡа һеҙҙең ҡаланан да рәссамдар ҡушылыуы шатландыра, был күргәҙмә бөтә донъянан 300-ләп рәссамды берләштерә, - тине видео мөрәжәғәтендә күргәҙмәнең инициаторы, «Император православие Палестин йәмғиәте» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһының сыуаш төбәк бүлеге рәйесе Басса Фәтхи Әл-Балауи.
Сараға йыйылыусыларҙы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов та сәләмләне:
- Бөгөн ҡалала ғәҙәти булмаған ваҡиға - халыҡ-ара күргәҙмә асыла, шул уҡ ваҡытта унда Салауат һәм республика рәссамдары ҡатнаша. Был - тыныслыҡты, тотороҡлоҡто нығытыу хаҡына күрше дәүләттәр менән хеҙмәттәшлектең ғәжәйеп берлеге. Күргәҙмә беҙҙең ҡала кешеләренең күңеленә хуш килер һәм Палестина халҡына, уларҙың яҙмышына бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға булышлыҡ итер, тип уйлайым.
Экспозицияла 50-нән ашыу Палестина, ғәрәп, Рәсәйҙең төрлө төбәктәре һәм ҡалалары рәссадарының эштәре ҡуйылған.
- Алдан уҡ әйтеп үткем килә, тема бик ҡатмарлы. Мин тәүге картинамды төшөргәндә киң мәғлүмәт саралары материалдарын файҙаландым, был илдең тарихын, хәҙерге тормошон өйрәндем. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был күргәҙмәгә йөҙәрләп сит ил һәм Рәсәй сәнғәт оҫталары ҡушылды, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды күргәҙмәнең кураторы Альберт Хәбибуллин.
Авторҙарҙың эштәрендә төп идея булып тыныслыҡ, азатлыҡ, татыулыҡ тора. Картиналарҙа мосолман һәм христиан диненең үҙенсәлектәре лә сағылыш таба.
- Палестина - тыныслыҡҡа, изгелеккә әйҙәүсе бөтә донъя диндәре бишеге. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр ошо донъяның ҡәҙерен белмәй, хата аҙымдарға бара. Бындай күргәҙмәләр татыулыҡта һәм дуҫлыҡта йәшәү мөһим икәнен аңлата, - тип билдәләне Салауат епархияһының миссионерҙар бүлеге етәксеһе Олег Кабуков.
Күргәҙмәләге һәр картина ауыр кисерештәре, хис-тойғолары менән күңелдәргә үтеп инә. Һүрәтләнгән һәр деталь, һәр һыҙыҡ Палестина ерлегенең халҡы, мәҙәниәте, тарихы, был илдең еңел булмаған тарихы менән таныштыра. Халыҡ-ара проект шуныһы менән үҙенсәлекле: унда күргәҙмәне ҡабул итеүсе ҡала рәссамдары ла ҡатнаша. Салауаттан Вера Шаригина, Радик Ишмөхәмәтов, Ирина Гулина, Надежда Вавилова, Илшат Даутов, Ирина Окружнова был проектҡа ҡушыла һәм үҙ әҫәрҙәрен тәҡдим итә.
- Тема ябай түгел. Һәр эштә - трагедия, ниндәйҙер шәхес яҙмышы, ваҡиға. Минең хеҙмәтемдең береһе Палестинаны яратыусы, үҙ илен сағыу төҫтәрҙә һүрәтләүсе рәссам ҡыҙға бағышлана. Ул шәхси күргәҙмәһенә әҙерләнгән була, әммә шартлау арҡаһында уның ғүмере өҙөлә, картиналары ла юҡҡа сыға. Шуныһын да билдәләп үтер инем, Рәсәй рәссамдары был теманы ҡараңғы төҫтәрҙә төшөрә, ә бына палестиндар үҙ илен һөйөү менән сағыу, күңелле итеп һүрәтләй, сөнки нисек кенә булмаһын Тыуған илдәре уларға бәхет бүләк итә, - тип бүлеште күргәҙмә ҡатнашыусыһы, рәссам Вера Шаригина.
- Был күргәҙмә береһен дә битараф ҡалдырмауы менән үҙенсәлекле. Яңылыҡтарҙан һуғыш арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе хаҡында һандар еткерелә. Ә бит уйлап ҡараһаң, был күпме ҡайғы, күпме кеше яҙмышы. Былар барыһы ла уйландырыр, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыр, - тине «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт үҙәге учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.
Ысынлап та күргәҙмә береһен дә битараф ҡалдырманы, сарала ҡатнашыусылар картиналар менән танышҡанда тәрән уйҙарға сумды.
- Бөгөн мин бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым, ҡайтҡас та был теманы тағы өйрәнеү теләге уянды. Күргәҙмәләге картиналар ҙа мине хайран ҡалдырҙы. Бар эштәр ҙә үҙенә йәлеп итеп тора, һәр ҡайһыһында билдәле бер мәғәнә ята, - тип тәьҫораттары менән бүлеште медицина колледжы студенты Дарина Мөхәмәтҡолова.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: