Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы Хәмдиә һәм Сөләймән Латыповтарҙың “Ҡоҙалар - ҡоҙасалар” исемле пьесаһы буйынса комедияны сәхнәгә сығарҙы.
Һәр кем ғәзиз балаһының никахта бәхетле булыуын теләй. Кәләш алмай йөрөгән улдары Булаттың буйҙаҡ тормошона сик ҡуйыр өсөн, ата-әсәһе уны өйләндерергә ҡарар итеп, димсегә мөрәжәғәт итә. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған димсе Сара һәр кемгә тиң йәр табып бирә ала. 30-ға етеп барған, һәр ваҡыт уҡыу менән мәшғүл булған Булатҡа ул ауылдан әрһеҙ, ҡыйыу, тәүәккәл “ҡарт” ҡыҙ Мадоннаны димләй. Йәштәр тәүҙә бер-береһен оҡшатмай кеүек, төрлө йәмһеҙ һүҙҙәр яуҙыралар, әммә тора-бара уларҙың күңеле бер-береһенә тартыла башлай, ә һуңғараҡ араларында мөхәббәт уяна. Барыһы ла яҡшы булыр кеүек, тик көтөлмәгән ваҡиғалар барыһын да башынан алып аҙағына тиклем үҙгәртергә мәжбүр итә - туй булмаҫҡа тейеш! Ниңә, ни өсөн? Быға 27 йыл элек булған мөхәббәт тарихтары сәбәпсе булып сыға. Спектакль геройҙары бергәләп был буталсыҡ хәлдән сығыу юлдарын эҙләй. Иң мөһиме, ғаилә эсендәге конфликт ыңғай хәл ителә.
Спектаклдә ролдәрҙе Яҡуп Шәрипов, Юнир Ғәйнуллин, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Минзилә Ҡотошова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Мирас Йомағужин, Радмир Дәүләтбаев, Рәсимә Хәйбуллина, Ләйсән Миңлеғәлиева, Әмир Үтәбаев, Фидан Шәйәхмәтов башҡара.
Премьераға пьеса авторы, журналист, яҙыусы, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сөләймән Латыпов та килгәйне. Яҙыусының исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның драма әҫәрҙәре Башҡортостандың, башҡа төбәктәрҙең театр сәхнәләрендә уңышлы ҡуйыла.
- Был минең Салауатта ҡуйыласаҡ өсөнсө әҫәрем. Әлеге ауыр мәлдә халыҡ комедияға һыуһаған. Тамашасы театрға ыңғай энергия, көс, илһам, дәрт алыр өсөн килә. “Ҡоҙалар - ҡоҙасалар” пьесаһы 2007 йылдар тирәһендә яҙылғайны. Уны Татарстанда, Түбәнге Вартала ҡуйҙылар. Салауат театрының да ошо әҫәремде сәхнәгә сығарыу тәҡдимен шатланып ҡабул иттем. Артистар менән танышмын, йәштәр ҙә күп. Һәр драматург өсөн яңы әҫәренең сәхнәгә сығыуы яуаплы, ҡараған ваҡытта етешһеҙлектәреңде билдәләп, дәфтәреңә теркәп бараһың. Әлбиттә, иң ҙур баһа - тамашасы фекере. Халыҡҡа оҡшаһа, мин ҡәнәғәт буласаҡмын. Һәр ҡаланы, районды уның кешеләре билдәләй. Салауатта халыҡтан йылылыҡ бөркөлә, шуға барыһы ла яҡшы булыр, тамашасыға спектакль оҡшар, тип уйлайым, - тине әҫәренең сәхнәгә сығыуын тулҡынланыу менән көтөп Сөләймән Йәнғәли улы.
- Тамашасыларҙың көслө алҡыштары миңә көс бирә, ҡәләмеңде тағы ла нығыраҡ ослап яҙа башлайһың. Был әҫәр менән донъяла мөхәббәтән дә көслө бер нимәнең дә булмауын, уның бөтә ауырлыҡтарҙы еңә алыуын
еткерергә теләйем. Салауат ҡалаһы театрлы булыуы менән бәхетле. Уны артабан да һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Ошо йәһәттән күп эш башҡарған театр директоры Айбулат Ҡотошовҡа рәхмәт белдерәм.
Драматургтың тулҡынланыуҙары бушҡа булған, тамашасының көслө алҡыштарынан спектаклдең уларға оҡшауын төҫмөрләргә мөмкин ине.
- Артистарға иҫ киткес уйындары, режиссерға ентекле эше, тамашасыға һәр алҡышы өсөн рәхмәт әйтәм. Күңелем менән һиҙәм, спектакль оҙон ғүмерле буласаҡ, ул республика ҡала-райондарында ҡат-ҡат ҡуйыласаҡ әле, - тине спектаклдән һуң Сөләймән Латыпов.
- Тыуған театрымда тағы бер спектаклде сәхнәгә сығарыуым менән бәхетлемен. Миңә һеҙҙең менән эшләү шул тиклем рәхәт, һәр берегеҙҙе хөрмәт итәм, - тине хеҙмәт эшмәкәрлеген ҡалабыҙ театрында башлаған һәм
ошонда үҙенең сираттағы “Ҡоҙалар - ҡоҙасалар” спектакленең ҡуйыусы режиссеры Илдар Вәлиев. Спектаклдән һуң
тамашасылар тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Төп ролдәрҙең береһе - кәләш ролен уйнаусы Рәсимә Хәйбуллинаның ата-әсәһе хатта Бөрйән районынан килеп еткәйне. Улар менән залда актрисаның бәләкәс ҡыҙы ла
бар ине.
- Премьера бик оҡшаны. Ҡыҙыбыҙ өсөн шатланып ултырҙыҡ. Артистарҙың уйындары шул тиклем күңелгә үтеп инә, режиссерҙың көслө эше һиҙелә. Ғәфү итә белеү - үҙе батырлыҡ. Уны бөтә кеше лә эшләй алмай. Ә спектаклдәге геройҙар ғорурлығын еңеп, хаталаныуҙарҙы кисереп, был аҙымды яһай алды. Комедия булһа ла, уның нигеҙендә тәрән мәғәнә ята, - ти Фәнил Уразаев менән Хәлимә Кәримова.
Рәмилә һәм Фәнил Төхвәтуллиндар:
- Һуңғы ваҡытта те трға айырыуса йыш йөрөлә. Үҙебеҙҙекеләрҙең генә түгел, башҡа театрҙарҙың да спектаклдәрен ҡарайбыҙ. Бер кемгә лә үпкә һүҙҙәре булып яңғырамаҫ, моғайын, тик салауаттар шәп уйнай. Әле лә рәхәтләнеп күңел асып, кисте матур үткәрҙек. Тамашасы залды тултырып килгән. Музыка, декорациялар ҙа уңышлы һайланылған. Киләсәктә был спектакль юғара баһаға лайыҡ булыр, тип ышанабыҙ. Артистарға
артабан да уңыштар теләйбеҙ.