газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март , 15:23

Музыка ҡанатлы итә

Салауат балалар музыка мәктәбендә пианистар араһында «Яңғырауыҡлы баҫмаҡтар» төбәк конкурсы уҙҙы. Ул башта асыҡ ҡала бәйгеһе булараҡ башланғыс ала, 2015 йылда үҙенең географияһын һәм ҡатнашыусылар һанын киңәйтеп төбәк статусына эйә була.

Музыка ҡанатлы итә
Музыка ҡанатлы итә

Салауат балалар музыка мәктәбендә пианистар араһында «Яңғырауыҡлы баҫмаҡтар» төбәк конкурсы уҙҙы. Ул башта асыҡ ҡала бәйгеһе булараҡ башланғыс ала, 2015 йылда үҙенең географияһын һәм ҡатнашыусылар һанын киңәйтеп төбәк статусына эйә була.

Быйыл конкурста үҙ һәләттәрен һынап ҡарау өсөн Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 60-тан ашыу заявка бирелә.
- Был конкурс традицион, өс йыл һайын уҙғарыла. Ижади бәйге уҡытыусылар һәм музыка менән шөғөлләнеүсе  балалар өсөн мөһим, сөнки уҡыусылар үҙ һәләттәрен үҫтерә, күрһәтә. Уларҙың тырышлығы баһа алғас, тағы ла илһамланып эшкә тотоналар, - тип һөйләй Салауат балалар музыка мәктәбе директоры Дилә Хафизова.
Жюри ағзаһы, Башҡор- тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Александрович һүҙҙәренсә, һәр баланың музыка менән ҡыҙыҡһыныуы ҙур әһәмиәткә эйә.
- Музыка менән шөғөлләнгән бала донъяны яҡты, гүзәл итеп ҡабул итә. Һәр бала талантлы, уларҙың һәр береһен конкурста ҡатнаштырыу кәрәк, бәйге тик үҫешкә булышлыҡ итә, - ти ул.
1-се гимназия уҡыусыһы Руслан Ғәлиев музыка мәктәбендә ике йыл шөғөлләнә.
- Мин республика һәм Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар алып өлгөрҙөм. Пианинола уйнау серҙәренә төшөнөү оҡшай, уҡытыусым Валентина Варламова барыһын да ентекле өйрәтә, - тип бүлешә
малай. - Был минең уҡыусым һәм «Йәш таланттар» Бөтә Рәсәй арт-проекты лауреаты, - тип һүҙгә ҡушыла Валентина Варламова. - Руслан үтә ныҡ тырыш, һәләтле егет, шуға күрә лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Уның менән шөғөлләнеүе лә, музыкаль номерҙар әҙерләүе лә еңел һәм ҡыҙыҡлы.
Конкурста ҡатнашыусылар төрлө программалар, музыкаль әҫәрҙәр тәҡдим итте һәм башҡарыу оҫталығын күрһәте. Салауат балалар музыка мәктәбе уҡыусыларының һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Варя Кузьмина, Радмила
Панкова, Захар Никитин, Софья Зибинина, Руслан Ғәлиев I дәрәжә, Варя Подрядова, Розалина Насирова, Марина Гандоян, Валентина Матюшечкина II дәрәжә, Лиза Подрядова, Изабэлла Аткишкина III дәрәжә
лауреаттары булды.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: