Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Март , 12:02

Селтәр-селтәр биҙәк тоташҡан

Ҡаланың Картиналар галереяһында “Салауат селтәр оҫталары” (0+) 14-се ҡала күргәҙмә-конкурсы үҙ эшен асты. Быйыл ул Рәсәйҙәге Ғаилә йылы һәм Башҡортостандағы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә үтә.

Селтәр-селтәр биҙәк тоташҡан
Селтәр-селтәр биҙәк тоташҡан

Ҡаланың Картиналар галереяһында “Салауат селтәр оҫталары” (0+) 14-се ҡала күргәҙмә-конкурсы үҙ эшен асты. Быйыл ул Рәсәйҙәге Ғаилә йылы һәм Башҡортостандағы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә үтә.

- Был күргәҙмә, һәр ваҡыттағыса, ике йылға бер тапҡыр ойошторола. Быйыл беҙ ғаилә ижадына иғтибарҙы күберәк бүлергә һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре  сикләнгән кешеләрҙе йәлеп итергә тырыштыҡ, - тип
сәләмләне алып барыусы Ольга Шалева.
- Конкурстың төп йүнәлеше - Рәсәй халыҡтарының ғаилә традицияларын, һөнәрҙәрен һәм сәнғәтен һаҡлау. Быйыл ижад бәйгеһенә Салауат,  Стәрлетамаҡ, Мәләүез, хатта Санкт-Петербург ҡалаларынан 50 ҡатнашыусы ғариза бирҙе һәм төрлө жанрҙарҙа 400 эш тәҡдим итте. Компетентлы жюри уларҙың иң яҡшыларын һайлап алды. Күңел йылыһы  һалып башҡарылған эштәрегеҙ, беҙгә матурлыҡ һәм гүзәллек бүләк иткәнегеҙ өсөн барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәтемде белдерәм, - тине ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Алина Шәйәхмәтова.
Ул көндө Картиналар галереяһы, ысын мәғәнәһендә, изге ҡомартҡылар һаҡланған тылсымлы һандыҡты хәтерләтте. Бәйләү, сигеү, макраме, ҡорама ҡорау, кейеҙ баҫыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса эштәрҙең һәр береһе үҙенсәлекле ине. Быйыл уларҙы рәссам, республика һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләре, конкурстары призеры Ирина Гулина, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының декоратив-ҡулланма сәнғәт уҡытыусыһы Рита Макаренко, мәҙәниәт бүлегенең методик кабинет мөдире Елена Журавлева, рәссам Ринат Хәлиуллин баһаланы.
- “Салауат селтәр оҫталары” - ул иҫ киткес күргәҙмә.Бында башҡарыу техникаһы һәм темалар ҙа төрлө-төрлө.  Туҡыма ҡурсаҡтар күргәҙмәгәүҙҙәре бер йәм өҫтәй, сәйлән менән эшләнгән әйберҙәргә ғәжәпләнмәү мөмкин түгел. Ғөмүмән, бындағы бер нимә лә тамашасыны битараф ҡалдырырлыҡ түгел. Ҡалабыҙҙа ошондай оҫталарҙың, тылсым эйәләренең булыуы шатландыра, - тип уртаҡлашты Ирина Гулина.
21-се мәктәптең технология уҡытыусыһы Галина Терентьева "Кейеҙ баҫыу" номинацияһында беренсе урын яуланы.
- Бөтә ғүмерем ижад менән бәйле - ҡыҙҙарҙы матурлыҡҡа өйрәтәм. Был бәйгенән бер ҙә ситтә ҡалғаным юҡ, ҡасандыр жюри, ә ҡайһы саҡ ҡатнашыусы булдым. Кейеҙҙән баҫылған әйберҙәрем: башлыҡтар, шарфтар, жилеттар һәм башҡа нимәләрҙе юғары баһалауҙарына шатмын, - тип уртаҡлашты ул.
Төрлө конкурстар еңеүсеһе, призеры, матур-матур ҡул эштәре менән дан тотҡан Суфия Рәхимова “Халыҡ йолаларына тоғролоғо өсөн” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды. Ул манекенда милли кейемдәге
башҡорт ҡатын-ҡыҙы образын һынландырғайны.
- Илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә уҙғарылған бәйгеләргә даими сыҡһам, быйыл “Салауат селтәр оҫталары”нда ҡатнашырға тәүгә  тәүәккәлләнем. Конкурсҡа рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған милли кейем, тарих төпкөлөнән быуаттар дауамында барлыҡҡа килтерелгән башҡорт биҙәүестәрен: ҡашмау, хәситә, түшелдерек, һаҡалды тәҡдим иттем. Ҡатнашыусыларҙың бай фантазияһы хайран ҡалдыра, бында иҫ киткес йылы мөхит тантана итә, - тине Суфия апай.
Суфия Нурый ҡыҙы менән аралашҡан ваҡытта уның махсус хәрби операциялағы егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам күрһәтеүе асыҡланды һәм  ул был афәттең тиҙерәк тамамланыуын, донъяла тыныслыҡ урынлашыуын теләне.
Светлана Назарова ҡул эштәре менән үҙе генә шөғөлләнмәй, быға яҡындарын да ылыҡтырған.  Күргәҙмәнең тантаналы асылыуына бүләсәре менән килгәйне. "Ырғаҡ менән бәйләү" номинацияһында уның эше өсөнсө урынға лайыҡ тип танылды.
- Был конкурста даими ҡатнашабыҙ. Быйыл ҡыҙым да ҡушылды. Ул - энәләр, мин энәләр һәм ырғаҡтар менән бәйләйем. Бүләсәремә өс кенә йәш, әммә әленән үк ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһына. Иҫемдә, ете-һигеҙ айҙар
булғандыр, йомғаҡ тотоп уйнап ултыра торғайны, - тип һөйләй йылмайып Светлана. - Конкурсҡа бүләсәремә тыуғандан алып бөгөнгө көнгәсә бәйләгән әйберҙәремде алып килдем. “Ҡумыҙ” этно-фольклор төркөмөнөң (етәксеһе Гөлнара Сәйфетдинова), “Ынйылар” ансамбленең (етәксеһе Ләйсән Насирова),  “Ағиҙел шишмәләре” сыуаш халыҡ ансамбленең (етәксеһе Светлана Антонова) сығыштары яҙғы кәйефтәрҙе тағы ла күтәреп, күңелдәрҙе елкендереп ебәрҙе.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: